Тиҙ арала – тәмле торт08.03.2016
Бәхет тәрилкәләге ҙур торт кеүек, уға бер үҙең генә баш була алмаҫһың тиһәләр ҙә, байрам табынына һәр хужабикәгә һоҡланғыс, телде йоторлоҡ тәмлекәс әҙерләү бер ни түгел. Бының өсөн ҡояшлы кәйеф һәм кәрәкле аҙыҡ-түлек булыуы ғына зарур. Оҫта ҡуллы йәш әсә Альбина ФӘТҠУЛЛИНА уҡыусыларыбыҙға йөрәк формаһындағы тәмле торт бешереү серҙәрен аса.Бәхет тәрилкәләге ҙур торт кеүек, уға бер үҙең генә баш була алмаҫһың тиһәләр ҙә, байрам табынына һәр хужабикәгә һоҡланғыс, телде йоторлоҡ тәмлекәс әҙерләү бер ни түгел. Бының өсөн ҡояшлы кәйеф һәм кәрәкле аҙыҡ-түлек булыуы ғына зарур. Оҫта ҡуллы йәш әсә Альбина ФӘТҠУЛЛИНА уҡыусыларыбыҙға йөрәк формаһындағы тәмле торт бешереү серҙәрен аса.

Тәүҙә өҫтәлебеҙгә он (250 грамм), сода (1,5 сәй ҡалағы), тоҙ (1 сәй ҡалағы), какао (55 грамм), шәкәр (300 грамм), ике йомортҡа, аҡ май (60 грамм), зәйтүн майы (60 грамм), ваниль экстракты (2 сәй ҡалағы), һөт (280 миллилитр), 6 процентлы һеркә әҙерләп ҡуябыҙ. Артабан ондо, соданы, тоҙҙо, шәкәрҙе, какаоны бергә ҡушып болғатабыҙ. Икенсе һауытҡа йоморт­ҡаларҙы һытабыҙ, аҡ һәм зәйтүн майҙарын, ванилин, һөт, һеркә һалып бутайбыҙ. Һуңынан ҡоро һәм шыйыҡ массаларҙы бер һауытҡа һалып, миксер ярҙамында туғыйбыҙ. Тәүҙә төйөрсөктәр, майлы таптар күренһә лә, өс-дүрт минуттан масса шымарып тигеҙләнер.
Диаметры 16-20 сантиметрлыҡ форманы майлайбыҙ, корж табаға йәбешмәһен өсөн төбөнә пергамент ҡағыҙы түшәргә лә мөмкин. Бешкән саҡта ҡамыр ике тапҡырға артасаҡ, уны форманың яртыһынан да күберәк ҡоймағыҙ. Шунан 175 градуслыҡ мейескә 50-60 минутҡа бешерергә ҡуйығыҙ. Тәүҙә корж әүҙем ҡабарасаҡ, һуңынан яйлап ҡына күтәреләсәк. Өҫтөндә түмһәләк барлыҡҡа килһә йә сатнаһа, борсолмағыҙ, күҙәнәкле корж шулай яһала. 40 минут тирәһе бешергәндән һуң, ағас таяҡса ярҙамында ҡамырҙы тикшереп ҡарайбыҙ: ҡоро булһа, тимәк, корж әҙер. Табанан да еңел генә алынырға тейеш.
Йөрәк формаһындағы бер нисә ҡатҡа бүленгән коржға крем һыларға, емеш-еләк йә башҡа тәмлекәстәр ярҙамында биҙәргә мөмкин. Ғәҙәттә, крем яһар өсөн аҡ май (30 грамм), шәкәр пудраһы (60 грамм), эремсек сыры (200-250 грамм), ваниль экстракты ҡулланыла. Әммә был тортҡа ошондай кремды өс тапҡырға күберәк күләмдә яһарға кәрәк.


Вернуться назад