Гүзәлдең эше лә гүзәл08.03.2016
Гүзәлдең эше лә гүзәл Бала саҡтан ҡул эштәренә оҫта Гүзәл Раева эштә ҡыҫҡартылыуға эләккәс, буш ваҡытын үҙе яратҡан шөғөлгә арнай. Тәүҙә заказ буйынса башҡорт милли кейемдәрен тегә, ейәнсәре Камилаға кофта, күлдәк, сарафан кеүек әйберҙәр бәйләй. Оҫтабикәнең ҡулында бихисап биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, ултырғыс түшәктәре, диван ябыуҙары, салфеткалар хасил була. Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, Гүзәл Ишбулды ҡыҙы Интернет киңлегендәге өлгөләр менән дә танышып, яңы белем эстәй.

– Уйлап ҡараһаң, ҡулдан нимәләр генә яһап бөтмәҫлек?! Үҙемә оҡшаған әйберҙе күргәс, шуны эшләп ҡарамайынса булдыра алмайым. Төндәр буйы ла ултырған бар, әммә теләгем тормошҡа ашмайынса туҡта­майым. Эшемдең һөҙөмтәһен күреп, һөйөнөп татлы йоҡоға талам, – ти оҫтабикә.
Сәйләндәрҙән түгелгән матур сәс­кәләр ҙә ошо рәүешле барлыҡҡа килгән. Шуныһы рәхәт: эшләйем тигәндәр өсөн хәҙер магазин кәштәләрендә ниндәй генә әйбер юҡ! Сәйлән, туҡыма, мүлинә һәм төрлө еп һатылған махсус кибеттәргә бар ҙа һатып ал. Миләүшә, ябай ялан сәскәләре, алһыу раузалар йортто биҙәп кенә ҡалмаған, ә ысынында тере гөлдәр кеүек балҡып ултыра. Берәүһен, үҙ күҙҙәремә ышанмайынса, тотоп ҡарарға мәжбүр булдым.
– Эштәрем – күңелемдең бер өлөшө ул. Күпме йылы хис-тойғо һалынған унда. Һәр береһен йөрәгем аша үткәреп, яратып башҡарам. Тәүҙә яҡындарыма бүләк иттем, хәҙер теләгәндәргә һатам, заказ буйынса ла тәҡдим итәм. Бигерәк тә Әсәйҙәр, 8 Март байрамдары алдынан һораусылар байтаҡ, тыуған көнгә бүләккә лә алалар. Тормош иптәшем менән балалар ҙа ярҙамлашып ебәрә, – тип серҙәре менән уртаҡлаша Гүзәл Ишбулды ҡыҙы.
Ауылда ул сигеү-бәйләү оҫталығы менән генә түгел, баҡсаһын, ишек алдын иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә сәскәгә күмеүе йәһәтенән дә танылған. Әлбиттә, тыштағы гөл-баҡсаны күрә алманыҡ, шулай ҙа пластик һауыттарҙан яһалған төрлө һындар, әйберҙәр барлығына, соланда алдан кәрәк-яраҡ туплап ҡуйыуына иғтибар иттек. Уңған кеше бар яҡлап та егәрле тигәндәй, ханымдың аш-һыуға, ҡул эштәренә маһирлығы, сәләмәт тормош алып барыуы ла һоҡландырмай ҡалманы. Ҡышҡыһын көн һайын саңғыла йөрөй, әхирәттәрен дә йәлеп иткән быға.





Вернуться назад