Хәйбулла районының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегендә үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бүлектең өлкән белгесе Фәнисә Асҡарованы коллегалары ла, район халҡы ла ихтирам итә. Сабыр, тыныс холоҡло был ханым мөрәжәғәт итеүселәрҙең күңеленә йылы һүҙ табып, уларҙың барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
— Бүлектә эшләүемә — 18 йыл. Халыҡ менән аралашыу оҡшай. Тәүҙә балалыҡ һәм әсәлекте яҡлау секторында инспектор булһам, һуңынан аҙ тәьмин ителгән категорияға ҡараусы граждандарҙы хеҙмәтләндереүгә күстем. Ҡыҫҡаһы, көн һайын күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, инвалидтар, йөклө ҡатындар, пенсионерҙар, студенттар менән эшләйбеҙ. Өмөтләнеп килеүселәргә тейешле ярҙам күрһәтә алһаҡ, шул беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Бүлектең ишеге һәр кем өсөн асыҡ, — ти тәжрибәле белгес.
Хәйбуллаға Фәнисә Ғәбит ҡыҙы алыҫ Бишбүләк тарафтарынан килен булып төшкән. Аҡъяр еренә ерегеп, эшендә лә, ғаиләһендә лә уңыштар ҡаҙанып, гөрләтеп донъя көтәләр тормош иптәше Фәим менән. Ҡыҙҙары Альбина Стәрлетамаҡ педагогия академияһында белем ала, улдары Айнур һөнәрселек училищеһынан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылған.
Альбина ТАҺИРОВА.