Һылыуҙарҙың илаһи көсө08.03.2016
Ҡатын-ҡыҙ энергияһын тотош ғаләмдең нигеҙенә тиңләү яҙыҡ булмаҫ. “Буш” гүзәл зат бер кемде лә йылыта алмай, мөхәббәт һәм бәхет менән ҡыуандырыу ҙа – уға ят күренеш. Көслө зат иһә энергияны ҡатын-ҡыҙҙан ала. Әгәр ирегеҙ эштән арып ҡайтты икән, һеҙҙең төп маҡсат – берҙән-берегеҙҙе дәртләндереү, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Бының өсөн тау аҡтараһы түгел, бары тик матур һүҙҙәр әйтеү, шатлыҡлы хәбәр еткереү йә булмаһа, ихлас йылмайып, иптәшеңде наҙлап ҡосаҡлау ҙа етә. Әммә бының өсөн һинең үҙеңә шул энергияға эйә булырға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай һөҙөмтәгә күптәр өлгәшә алмай, гүзәл заттың энер­гияһы көндәлек мәшәҡәттәргә лә етмәй хатта. Ҡайҙа китә һуң ҡатын-ҡыҙҙың мөғжизәле көсө? Стресс, ыҙғыш-талаш, көсөргәнеш, үпкәләүҙәр, то­тороҡһоҙ мөнәсәбәттәр һөҙөм­тәһендә юҡҡа сыға ул. Ошондай күңелһеҙ хәлдән арыныуҙың ябай ғына юлдары ла бар.

1. Әхирәттәр менән аралашыу. Яҡын дуҫтар менән осрашып, һөйләшеп ултырыу ыңғай тәьҫир итә.
2. Һыу процедуралары. Бассейнда йөҙөү, мунса инеү, саунаға барыу сәләмәт­леккә лә, күңел күтәренкелеге өсөн дә файҙалы.
3. Яҡшы йоҡо. Организмға кәрәкле көс туплар өсөн һигеҙ сәғәттән дә кәм йоҡ­ламағыҙ.
4. Бейеү. Яратҡан көйөгөҙҙө ҡуйып, ритм­лы бер нисә күнегеү яһау икенсе һулыш бирер.
5. Сағыу тәьҫораттар. Матур йөкмәт­келе яҡшы фильм ҡарағыҙ, концертҡа барығыҙ йә булмаһа ниндәйҙер ҡы­ҙыҡ­лы яңылыҡ эҙләгеҙ.
6. Урамда булыу. Саф һауала йөрөү гүзәл заттың энергияһын арттыра, шат­лыҡ-һөйөнөс тойғоһо менән байыта.
7. Ароматерапия. Әнис, розмарин, ҡәнәфер кеүек эфирлы майҙар организм­дың тонусын күтәрә.
8. Дөрөҫ туҡланыу. Бутҡа, ҡабаҡ, сәтләүектәр ашау ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырмай ҡалмаҫ.
9. Көлөү. Комедия ҡарап йә йор һүҙле танышығыҙ менән һөйләшеп алыу кәйефе­геҙҙе яҡшыртыр, йәшәүгә дәрт өҫтәр.
10. Үҙеңде тәрбиәләп тороу. Кремдар, хуш еҫле һабындар тирене генә йәшәртмәҫ, энергияғыҙҙы ла күбәйтер.
11. Массаж. Гүзәл зат тәненә, тышҡы ҡиәфәтенә ныҡлы иғтибар бүлергә тейеш. Физик күнегеүҙәр кәйефте кү­тәрә, ҡан йөрөшөн яҡшырта, тиҙ ҡартайыуҙан аралай.


Вернуться назад