Өйҙәре лә, ишек алдары ла бөхтә08.03.2016
Өйҙәре лә, ишек алдары ла бөхтә Меңдәрсә кеше йәшәгән тораҡты йәмләндереү, күп фатирлы йорттарҙы һәр саҡ тәртиптә, таҙа, төҙөк тотоу, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Сала-уат” торлаҡ кооперативы директоры Татьяна Смирнова яҡшы белә.

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын хеҙмәтләндереүе ауыр ҙа, яуаплы ла. Ул ифрат ҙур көс, та­һыл­лыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып эшләгәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Беҙҙә шуға ла тик уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар эшләй, — ти Татьяна Романовна, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул! Берен­се­нән, коллектив тотош ҡатын-ҡыҙҙан ғына тора. Шул уҡ ваҡытта кооператив Салауат ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы предприятие булып танылған. Улар хеҙмәтләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты талаптарға яуап бирерлек кимәлдә. Кооператив 41 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә, уларҙы һалҡын һәм эҫе һыу, йылылыҡ энергияһы, газ ме­нән тәьмин итә, инженерлыҡ коммуникацияларын тикшереп тора һәм төҙөкләндерә, ағымдағы һәм капиталь ремонт үткәрә, йорт алдарын тәртиптә тота, йәшелләндерә. Һәм, әйтергә кә­рәк, аҫыл зат был эштәрҙе хатта ир-егеттәрҙән ҡалышмай башҡара. Коллектив берҙәм, татыу, кадрҙар тото­роҡло. Һәр хәлдә, тәүәккәлләп эшкә килгәндәр һынау осорон үтә икән, бында бик оҙаҡҡа ҡала. Коллективтың сәмлелеге, булдыҡ­лылығы ҡатын-ҡыҙҙарҙың холоҡ-фиғеленән дә киләлер, моғайын.
Өйҙәре лә, ишек алдары ла бөхтә– Ҡатын-ҡыҙ элек-электән донъяға йәм, ҡот өҫтәп йәшәй, үҙ бурысын ере­нә еткереп башҡарыусан, тормошта килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә көс таба белә. Был – эшебеҙҙә бик тә кәрәкле сифаттар. Хеҙмәткәр­ҙә­ребеҙҙең ныҡышмаллығы тауҙар күсерерҙәй ҡөҙрәткә эйә. Шул уҡ ва­ҡыт­та улар һәйбәт әсәй, ҡатын, өлә­сәй – бар булмыштары менән донъяға гү­зәллек сәсеүселәр, – тип фекере ме­нән уртаҡлашты Татьяна Смирнова.
Әйткәндәй, Татьяна Романовнаның үҙе хаҡында ла нәҡ шулай тиергә мөм­кин. Ул өс тиҫтә йылдан күберәк ғүмерен тор­лаҡ-коммуналь тармаҡта эшләүгә ба­ғышлаған. Һуңғы ун өс йылда “Сала­уат” кооперативына етәкселек итә. Зифа буйы, йөҙ һәм күңел күркәмлеге менән үҙенә тартып торған нәзәкәтле был ханымдың сәмлелегенә, саялы­ғына, ойоштороу маһирлығына һоҡ­лан­мау мөмкин түгел. Коллективҡа йән өргән ваҡытта ғаиләһенә һәм биш ейәненә лә күңел йылыһын өләшергә өлгөрә.
Бөгөн торлаҡ-коммуналь тармаҡ ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ул хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эшен тағы ла ҡат­марландыра. Өҫтәүенә кооператив хеҙмәтләндергән күпселек йорттар үткән быуаттың 60-70-се йылдарында төҙөлгән. Уларҙы төҙөкләндереүгә, инженерлыҡ коммуникацияларын яңыртыуға көс тә, аҡса ла күп кәрәк.
Әммә тырышлыҡ өмөттө аҡлай. Һуңғы осорҙа ғына барлыҡ йорттарҙа һыу, йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборҙары урынлаштырғандар, биш лифтты (шуның өсөһөн үҙ иҫәптәре­нә) яңыға алмаштырғандар, тиҫтә­ләрсә йортта электр йыһаздарын, һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртҡандар, бар­лыҡ подъездарға домофонлы тимер ишек ҡуйғандар, ун дүрт йорттоң балконын профнастил менән йөҙләгәндәр һәм башҡалар.
Иң әһәмиәтлеһе шул: билдәләнгән эштәр кооперативтың үҙ көсө менән һәм үҙҙәре тапҡан аҡсаға ғына баш­ҡарыла. Бында һәр сара халыҡ менән кәңәшләшеп тормошҡа ашырыла, теүәл иҫәп-хисапҡа нигеҙләнә. Халыҡ менән бәйләнеште тәьмин итеү өсөн һәр йорттан вәкәләтле кешеләр һәм торлаҡ хужалары иҫәбенән ете вәкил кооператив идараһына ағза итеп һайланған.
Предприятиела эшләгән етмеш хеҙмәткәрҙең һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ. Баш инженер Галина Әмир­ханова, баш хисапсы Татьяна Зеленкова, мастерҙар Любовь Гәрәева, Олеся Кислицына, Наилә Сәлихова, Наталья Пархоменко, Татья­на Кожуро­ва­ның үҙ эшенә яуаплылығы, бай хеҙ­мәт тәжрибәһе һәр кемгә өлгө булырлыҡ.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: уңған ҡатындың өйө лә, ишек алды ла һәр саҡ бөхтә һәм йыйыштырыулы була. “Салауат” кооперативында эшләгән аҫыл заттарҙың асылы шундай. Шуға улар донъяға йәм һәм ғәм өҫтәй.






Вернуться назад