Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә, башҡорт ҡатын-ҡыҙы?!08.03.2016
Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә,  башҡорт ҡатын-ҡыҙы?! Заман менән бергә атлай “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө. Унда шиғырҙар, хикәйәләр, шәхестәр менән әңгәмәләр генә тәҡдим ителеп ҡалмай, ә гүзәл затты борсоған проблемалар, ғаиләләге көндәлек мәшәҡәттәр, иң тәмле ризыҡтар, кейем-һалым, милли шөғөлдәр тураһында уҡырға була. Хәйер, һанап бөтөп кенә буламы икән ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҙыҡһындырған, борсоған, ылыҡтырған, ярһытҡан, шатландырған күренештәрҙе?! Ана шуларҙың һәр береһе хаҡында фекер алышалар, бер-береһенә кәңәш бирәләр бында. Ҡорға ир-аттар ҙа килеп ҡушыла. Бик ҡыҙыҡлы, йәнле төркөм тормошо.
Ошо көндәрҙә төркөмдөң асылыуына дүрт йыл тула. Шул уңайҙан уны ойоштороусылар, етәкселәре менән фекер алышырға булдыҡ. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, күренекле шағирә Гүзәл СИТДИҠОВА асып ебәргән был төркөмдөң эшмәкәрлегенә эшлекле гүзәл заттар ҡушылып, әленән-әле уны яңы идеялар, тормош сәхифәләре менән тулыландырып тора.



– “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркө­мөнөң төп маҡсаты ниндәй, һеҙҙеңсә?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Төркөмдө асҡан саҡта ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә лайыҡлы йәшәйешенә, ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡ педагогикаһын тер­геҙеүгә һәм нығытыуға, тыуған ергә, туған телгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуйҙым. Кү­ренекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бағыш­ланған яҙмалар, шағирә-әҙибәләребеҙҙең ижад емештәренән ауыҙ иттереп барабыҙ. Кемдеңдер күрһәтмәһе менән түгел, ә күңел талабынан сығып башланым быны.
Тасуирламаһында “Был төркөмгә һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙын, шулай уҡ миллә­тебеҙҙе яратҡан, телебеҙҙе белгән, гүзәл затҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекерен белдерергә, ниндәйҙер матур эштәр башҡарыуҙа ҡатнашырға, ойош­торорға теләгән һәр кемде саҡырабыҙ. Үҙ һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү өсөн дә мөмкинлектәр киң: әҙәбиәт, сәнғәт, эшҡы­уарлыҡ, ҡул эштәре, халыҡ педагогикаһы... Ҡыҫҡаһы – беҙҙең донъя, беҙҙең Ғаләм...” тигән һүҙҙәр тора.
“Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта ҡе­үәтле була”, “Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ, бал йыйһа ла, мул йыймаҫ” тигән мәҡәлдәр юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, ғаилә, йорт эсе именлеге ҡатын-ҡыҙға, уның булдыҡлылығына, шәхси сифаттарына ныҡ бәйле, күсте тотоп торған, уны ойошторған, ғәйрәтле зат ул ҡатын-ҡыҙ. Илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ, ғаилә, балалыҡ проб­лемалары бер үк тип әйтергә булалыр. Башҡорт ҡатыны, башҡорт ғаиләһе хәле лә бер төҫлөрәк сирҙәргә дусар, әммә ҡайһы берҙәре, бәлки, беҙҙә тәрәнерәктер. Төркөмөбөҙҙә шул юҫыҡта һөйләшеүҙәр булып тора. Башҡорт ҡатыны башҡа милләттәрҙән донъяға башҡорт балаһы бүләк итеүе, уны башҡорт итеп тәрбиә­ләргә тейешлеге менән айырыла, йәғни тап ул Аллаһы Тәғәләнән ҡала яҡты донъя­ла башҡорт милләтен ишәйтә бит.
Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә,  башҡорт ҡатын-ҡыҙы?!Иң мөһиме – беҙ бында башҡортса, тап үҙебеҙгә хас темаларға һөйләшеү­ҙәр алып барабыҙ.
Миләүшә Ғәйфуллина, уҡытыусы:
– Ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең тәбиғәте шундай: һөйләшмәй, кәңәшләшмәй, кәңәш бир­­мәй тормай. Эргә-тирәһендәге бер нимәгә лә битараф түгел. Башҡаларҙың һыҙланыуын, кисерештәрен үҙенеке кеүек тоя. Ошо йәһәттән был төркөм – шун­дайҙар өсөн иркенләп осраша, серләшә торған йылы мөйөш, ғаилә усағы, утрау. Тормошта артыҡ һөйләшмәүсән булған дуҫтарыбыҙ ҙа бында тартынмайынса үҙ фекерен яҙып ҡуя, бәхәстәрҙә ҡатнаша, үҙ-үҙенә ышанысы арта. Һорауҙарына яуаптар ала, файҙалы кәңәштәр менән уртаҡлашалар. Мәғлүмәтлеләр. Мәҙәниәт­леләр. Көләмәстәр яҙып көлөшөп тә алалар. Төркөм админдары һәр яҡтан тормошто яҡтыртырға тырыша, заман, ваҡыт менән бергә атлай.
Ләлә Иҡбаева, Күмертау ҡалаһы, уҡытыусы:
– Төркөмдөң төп маҡсаты, минеңсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙын берләштереү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, баш­ҡорт мәҙәниәте яңылыҡтарын оператив рәүештә еткереү, мәҙәни яҡтан камил­лашыуҙа ярҙам итеү, ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙына бөгөнгө ауыр тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ шөғөлөн табырға ярҙам итеү һәм арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ миҫалында тәрбиәләү.
Гөлназ Ишемғолова, тележурналист:
– Интернет киңлегендәге башҡорт төр­көмдәре араһында беҙҙең төркөм үҙенең йылы мөхит тыуҙыра алыуы менән айырылып тора. Донъя күргән апай-инәй­ҙәрҙең фәһемле фекерҙәре, йомарт ҡуллы еңгәләрҙең тәмле аш-һыу серҙәре, ағи­нәйҙәр һабағы, ауыр хәлгә ҡалғандарға ярҙам итеп ебәргән аҡыллы кәңәштәр – былар барыһы ла беҙҙең төркөмдө үҙ итеүселәргә оҡшайҙыр тип уйлайым. Төркөмөбөҙҙөң төп маҡсаты шунда ла инде: берҙәмлекте нығытыу, ҡор йыйып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бәҫен күтәреү.
Светлана Сөләймәнова, йырҙар авторы:
Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә,  башҡорт ҡатын-ҡыҙы?!– Халҡыбыҙҙың асылын һаҡлап, заман менән бергә атлау – төркөмдөң төп маҡсатылыр. Интернеттағы төркөмдәрҙе киң мәғлүмәт сараһының бер алымы тип атарға ла мөмкин булыр ине. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” – был йәһәттән иң абруйлы, иң уҡымлы, иң тәрбиәүи сәхифәләрҙең береһе. Бәҫебеҙҙе юғары тотҡан, һәр материалды тикшереп, әхлаҡ нормаларын үтәп баҫтырған дәрәжәле башҡорт төр­көмө. Еңел-елпе темаларға ҡоролған ҡайһы бер төркөмдәрҙәге кеүек, бында тәрбиәһеҙлеккә, бысраҡлыҡҡа урын юҡ.
– Төркөм кем өсөн психотерапия ролен дә башҡара тип әйтеп буламы?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Һис шикһеҙ. Күптәрҙән рәхмәт хаттары алабыҙ. Ҡайһы саҡ төн үткәнсе берәйһе менән һөйләшеп, йыуатып ултырырға тура килә. Яҡындарын юғалтҡандар өсөн төркөмөбөҙ ысын-ысындан кәңәшсегә лә, күңел имләүсегә лә әйләнеп китә. Ара­быҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәре булыуы һөйөнөслө, улар консультация биреүҙән баш тартмай. Ғаиләләрендә низағ тыу­ғанда ла хатты исемдәрен әйтмәй генә баҫабыҙ, уларға кәңәштәр яуа. Берәй һорау тыуһа, шунда уҡ “таҫма”ға ҡуйып, төркөмдәштәр яуап яҙып та ташлай.
Яңыраҡ бер хат килде. Ул ҡатын өс йыл элек, ире вафат булып ҡалғас, йәшәгем килмәй, апай, тип яҙғайны. Һәр көн тиерлек хатлаштым уның менән. Үҙең кеүек яңғыҙ ҡатындар менән тупланып, элекке кеүек сәйгә йөрөшөгөҙ, ҡул эштәре менән шөғөлләнегеҙ, тип кәңәш бирҙем. Был осраҡта доғалар ҙа тынысландыра бит, шуларҙы һалдым. Хәҙер күңелем уры­нына ултырҙы, ейәнсәрҙәремдең уңыштары бар, конкурстарҙа еңәләр, тип шатлығы менән уртаҡлашты.
Бик интим проблемалар тураһында ла яҙыусылар осрай. Мин береһенең дә исем-фамилияһын кешегә һөйләү түгел, бәхетемә, шунда уҡ үҙем дә онотоп ҡуям (йылмая). Кеше серен фаш итеү – оло гонаһ бит ул. Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡурса­лайҙыр шундай яңылышлыҡтан.
17 мең ярым самаһы төркөмдәштең яртыһы тиерлек – ҡырҡты уҙған ҡатын-ҡыҙ. 20 йәшкә тиклемгеләр ҙә бар, ир-ат та байтаҡ.
Берләшеп, “Башҡортостан” гәзите ме­нән “Еңеүҙең 70 йыллығына – 70 шиғри юл” яҙҙыҡ, “Киске Өфө” гәзите менән сәсәндәр әйтеше, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән ҡорамасылар ярышы үткәрҙек. Әле “Шоңҡар” журналы менән быйма сигеүселәр эшен яҡтыртып бара башланыҡ.
Ижад – күңел талабы, имсеһе, шул уҡ ваҡытта рухи тормошобоҙ емештәрен башҡалар менән бүлешеү ҙә бит. Матди яғы ла ситтә ҡалмай.
Әле быйыл һаҡал-ҡашмауҙар эшләү бу­йынса “Селтәр” тигән бәйге иғлан ителде, уны ла мотлаҡ яҡтыртып барасаҡбыҙ. Төркөмгә ярҙамсы итеп айырым “Селтәр” тигән төркөм дә ойоштороп ебәрҙек.
Миләүшә Ғәйфуллина:
– Кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған һәр башланғысты психотерапия ролен үтәй тип әйтеп була. Ә беҙҙең төркөм тап шундай.
Ләлә Иҡбаева:
Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә,  башҡорт ҡатын-ҡыҙы?!– Төркөмдә башҡорт ҡатын-ҡыҙының тормошона ҡағылған төрлө-төрлө темалар күтәрелә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре, уларҙың ғаиләләге урыны, әсәй һәм атай роле, йәмғиәттәге төрлө хәл-ваҡиғалар... Күп ҡатын-ҡыҙ, үҙен генә борсоған һорау менән дә мөрәжәғәт итеп, яуап ала. Эйе, кем өсөндөр был төркөм психотерапия ролен үтәй. Сөнки төркөмдәштәребеҙ үҙ тәжрибәһенән сығып, миҫалдар килтереп кәңәш бирә, хәлдән сығыу юлын күрһәтә, тынысландыра һәм дәртләндерә. Тап реаль кешеләрҙең йәнле аралашыуы көн һайын эселгән кәрәк дарыу һымаҡ була башлай. Бер тапҡыр ҙа күрешмәйенсә бер-беребеҙ менән яҡын дуҫтар кеүек аралашыу күңелгә еңеллек һәм рәхәтлек бирә. Арабыҙҙа яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ күп, улар араһында ире һәләк булғандар ҙа, айырылышҡандар ҙа, һаман үҙ яртыһын таба алмағандар ҙа байтаҡ. Буш өйөндә яңғыҙ ултырған ҡатын араҡы шешәһе урынына компьютер төрткөһөн (мышкаһын) тотһа, унда фекерҙәштәрен тапһа, күпкә яҡшыраҡ та инде.
Гөлназ Ишемғолова:
– Әлбиттә. Шундай мәлдәр була: күңелеңде борсоған уйҙарыңды башҡа­ларға аса алмайһың, ҡырын ҡараштарҙан ҡурҡаһың, килеп тыуған хәл-ваҡиғанан сығыу юлын тапмайһың. Тап ошондай ва­ҡытта төркөм исеменә аноним рәүештә үҙ проблемағыҙҙы яҙырға була. Был, бер яҡтан, тормошоғоҙҙа килеп тыуған хәл-ваҡиғаға башҡалар күҙлегенән сығып ҡараш ташларға ярҙам итә, икенсенән, һеҙ күңелегеҙҙе өйкәп торған йәмһеҙ уйҙарҙан, күңел бошонҡолоғонан ҡото­лаһығыҙ һәм ниндәйҙер дөйөм, кәрәкле фекергә киләһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта күңел тыныслығы табырһығыҙ. Ҡайһы саҡ бит эсеңдәген сығарып һөйләү ҙә кешене тынысландыра.
Светлана Сөләймәнова:
– Бик тә мөмкин. Сөнки админдарға аноним хаттар ҙа яҙалар, кәңәш биреүҙе лә һорайҙар. Тәжрибәле, аҡыллы апайҙар дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп ебәрә. Ғөмүмән, ошо төркөм арҡаһында ғына яҙыҡ юлдан һаҡланғандар, хатта унан сыҡҡандар, хатаһын аңлағандар бар. Бындағы тәр­биәүи мөхит сик һаҡларға, кемдәр ара­һында икәнлегеңде тойорға өйрәтә.
– Фекер алышыу барышында бәхәс тә тыуа, ундай хәлдән нисек сыға­һығыҙ?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Бәхәстәр тыуып тора, ысынлап та. Башлаған осорҙа зарланыу, кемдәрҙелер ғәйепләү йыш осрай ине. Сер түгел, бөгөнгө тормошто еңел тип булмай. Әммә ошо шарттарҙа ла юлын табып, тормошон яйлы ҡорған эшлекле кешеләр күп. Шундайҙар хаҡында күберәк яҙырға тыры­шабыҙ. Күрәләтә яһилланып, бар донъяға асыуын түккәндәрҙе “ҡара исемлек”кә индереп туҡтатырға ла тура килгеләй.
Махсус ғауға сығарырға маташыусылар ҙа була, ундайҙарҙан төркөмдө таҙартып торабыҙ. Үпкәләш килеп сыҡҡанда, тыйыу һүҙен әйтеү генә лә етеп ҡуя.
Төркөм барыһына ла асыҡ булһа ла, шәхси, минеке бит, минең виртуаль “өйөм”. Ишектәре барыһына ла шар асыҡ, әммә “ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тип әйткем килә файҙаланыусыларыма.
Төркөмөбөҙҙә шулай уҡ тәүфиҡһыҙ кү­ренештәргә, иҫерткесле табындар, ярым ялан­ғас ҡыҙҙар төшөрөлгән фотоларға урын юҡ.
Миләүшә Ғәйфуллина:
Ҡыҙыҡтырмаҫ, ҡыуандырмаҫ, һыҙландырмаҫ һине нимә,  башҡорт ҡатын-ҡыҙы?!– Гүзәл апай Ситдиҡова дөрөҫ йүнәлеш биреп, беҙҙең эшкә күҙ-ҡолаҡ булып тора. Һорауҙар килеп тыуһа, уның менән кәңәшләшеп эшләйем.
Ләлә Иҡбаева:
– Фекер алышыу ваҡытында йыш ҡына бәхәстәр тыуып тора (мин быға шатланам ғына, фекер төрлө булған һайын, бәхәс ҡыҙыҡлыраҡ була). Был осраҡта йомшаҡ ҡына итеп, төрлө аргументтар килтереп, үҙ фекеремде дәлилләп ҡуйырға тырышам. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҙур фекер алышыу булыр тип өмөт итеп ҡуйылған темалар иғтибарһыҙ ҡала, ә мөһим тип һанамай ғына ҡуйылғандары ҙур дискуссияға әйләнә. Тимәк, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләргә үҙ ҡарашын белдермәй ҡалмай.
Гөлназ Ишемғолова:
– Әлбиттә, ниндәйҙер фекер бәхәс тыуҙыра икән, бик мәслихәт. Тимәк, уҡыу­сының күңеленә үтеп кергән, уйланырға мәжбүр иткән. Әммә шул бәхәсте мәлендә туҡтата белеү ҙә оҫталыҡ талап итә. Төрлө хәлдәр булырға мөмкин, иң мөһиме – бер-береңә ауыр һүҙ әйтмәҫкә, мыҫҡыл­лауҙарға юл ҡуймаҫҡа. Әйткәндәй, шу­ны­һына иғтибар иткәнем бар: беҙҙең төркөмдә ниндәй генә бәхәсле фекер алышыуҙар булмаһын, йөҙ йыртып әрлә­шеүгә төшөп киткәндәре юҡ. Был ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ни тиклем сабыр, аҡыллы, түҙемле, үҙ һүҙен матур итеп әйтә беле­үенән дә киләлер, тим.
Светлана Сөләймәнова:
– Кешене кәмһетерҙәй йәки шәхескә ҡағылған әрһеҙ фекерҙәр юйып ташлана, уның авторы “ҡара исемлек”кә индерелә. “Башҡорт-ҡатын ҡыҙы” төркөмө битәрлә­шеү, йөҙҙән алыу майҙаны түгел.
– Күҙәтеүҙәрегеҙгә нигеҙләнеп яуап би­регеҙ әле: бөгөнгө башҡорт ҡатынын иң әсендергәне һәм ҡыуандырғаны нимә?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Айырып ҡына әйтмәҫ инем. Тормош күп ҡырлы, һөйләшеүҙәр ҙә ниндәйҙер темаға ғына һыйып бөтмәй – ғауғалы яҙма ғына булмаһа, сикләүҙәр юҡ бит. Милләт хәле, республикабыҙ, телебеҙ тураһында борсолоп йышыраҡ яҙалар. Ҡыуаныстар иһә балаларҙың уңыштары менән бәйле була йышыраҡ. Төркөмдә күңел тыныслығы уята торған әңгәмәләргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ғаилә ҡиммәттәре – бына шул тема көн үҙәгендә.
Миләүшә Ғәйфуллина:
– Ҡыуандырғаны – илебеҙ тыныс, Аллаға шөкөр, һуғыш юҡ. Кеше үҙ тормошон үҙе йүнләй ала – уңғанлыҡ, теләк кенә кәрәк. Ғаилә бөтөнлөгө, үҙҙәренең, яҡын кешеләренең иҫәнлеге, уңыштары. Ә әсендергәне кире яҡтар – ауырыуҙар, алданыуҙар, өмөтһөҙлөккә бирелеүҙәр, эскелек. Беҙҙең төркөмгә инеп, һәр баш­ҡорт ҡатыны үҙ кисерештәре менән ур­таҡлаша, кәңәштәр ала, онотолоп шиғыр­ҙар уҡый, кемдеңдер тормошо менән таныша. Был да яҡшы күренеш. Төркөмдәш­тәребеҙҙең күбеһе менән яҡшы таныш­тарға, әхирәттәргә әйләндек.
Ләлә Иҡбаева:
– Минеңсә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ борсоғаны – ир-аттың ғаиләләге урыны. Күптәр тормош иптәшенең эскегә бире­леүенә, йәшәү өсөн аҡса табырға тырышмауына, ғөмүмән, һәлкәүлегенә (бошмаҫ­лығына), бала тәрбиәләүҙә ҡатнашмауына зарлана. Атайлыҡ, ир-ат абруйын үҫтереү өсөн бәләкәйҙән тәрбиәләү кәрәклеге төркөмдә айырыуса билдәләнә. Иң ҡыуан­дырғаны – арабыҙҙа ҡул эштәре оҫта­ларының күҙҙең яуын алырлыҡ матур ҡорамалары, сигеүҙәре, теген эштәре. Тик ятмай башҡорт ҡатын-ҡыҙы: өйөн, ғаиләһен, ауылдаштарын матур әйберҙәре менән шатландыра. Аш-һыу оҫталары ла ситтә ҡалмай: башҡорт ризыҡтарын, эсемлектәрен әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.
Светлана Сөләймәнова:
– Эскелек, ир-егеттең яуапһыҙлығы, айырылышыуҙарҙың артыуы, туған телгә һәм милли тәрбиәгә вайымһыҙлыҡ, йәш­тәрҙең ҡатнаш ғаиләләр ҡороуы. Иғтибарға алынғаны – ниндәй генә көрсөк, ҡытлыҡ кисергәндә лә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары донъя малына, аҡса юҡлыҡҡа зарланмай. Ҡыуандырғанына килгәндә, йәштәрҙең күпләп бала табыуы, милли геройҙарыбыҙ менән ғорурланыу, шәхестәребеҙ уңыш­тары, халыҡтың дингә, иманға ҡайтыуы.
Гөлназ Ишемғолова:
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғаиләлә эскесе, эшләмәгән, тиран ирҙәрҙән кәмһе­телеп, туҡмалып йәшәүе һәм тормош мәғәнәһен юғалтып, үҙҙәре лә ошо яҙыҡ юлға баҫыуы әсендерә. Иң ҡыуандырғаны – матур, татыу ғаиләләр. Ундай ғаиләлә үҫкән балалар ҙа бәхетле, сәләмәт, тәүфиҡлы, иманлы була.
– Төркөм админдары нисек һай­ланды? Юғары кимәлде лә тоторға кәрәк бит, Интернет майҙанына сыҡ­ҡас?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Төркөмдө башлағанда миңә яҙыусы, ғалимә, Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Хамматова ярҙам итте. Рәхмәт уға. Шунан инде ул үҙ төркөмдәрен асты. Ярҙамға педагог-ветеран Миләүшә Ғәйфуллинаны, Ләлә Иҡбаеваны, тележурналист Гөлназ Ишемғолованы саҡырҙым. Баштан уҡ тиерлек Миләүшә ханым менән эшләйбеҙ. Гөлназ аш-һыу серҙәре менән бүлешеп, шул яҙмаларҙан китап та әҙерләп ҡуйҙы. Гөлдәриә Йосопова ваҡыт-ваҡыт яҙмалар өҫтәй, тележурналист, моңло йырҙары менән танылып барған Светлана Сөләй­мәнова-Насирова ла йәнләндерә төр­көмдө. Бына шундай ярҙамсылар булғанға ла төркөмөбөҙ үҙенә тарта.
Әйтергә кәрәк, һәр кем был эште алып китә алмай – әүҙем генә башлап, һүнә лә ҡала берәүҙәр. Уларға ла рәхмәт әйтәм – ваҡытында үҙ өлөшөн индерҙеләр. Ә админ булыу даими иғтибар, тынғыһыҙ эш талап итә. Райондарҙан даими яҙышып тороусылар бар – уларҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт!
Мин – талапсан “хужа”, элекке мө­хәррирмен бит – админдар ҡуйған бар нәмәне лә ҡалдырмайым, тейешһеҙ һанаған яҙмаларҙы юйып та ташлайым, үҙ-ара яҙышып, аңлашып та алабыҙ. Рәхмәт ярҙамсыларыма, үпкәләмәйҙәр, артабан кәңәштәремде иҫтә тоталар.
Һәр яҙма ниндәйҙер маҡсатҡа хеҙмәт итергә, мәғәнәле булырға тейеш, өләсәй һандығындағы шикелле матур һүрәттәр менән сыбарлауҙан фәтүә юҡ.
Үҙ көсөбөҙ менән, йәмәғәт башланғы­сында, хәлебеҙҙән килгән эштәрҙе баш­ҡарабыҙ. Хатта, хәҙер ҙә хеҙмәт хаҡы алмайынса эшләүселәр бармы ни, тип аптырай ҡайһы берәүҙәр. Бар ундайҙар, сөнки һәр башҡорттоң халҡыбыҙ алдында йән бурысы ла бар. Башҡа халыҡтар араһында әҙселектә булған милләттәрҙең мөҡәддәс бурысы – телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу. Уларҙы юғалтыу милләтте, илде юғалтыуға бәрәбәр. Ваҡ халыҡбыҙ тип меҫкенләнгәндәргә тәбиғәттең үҙенән үрнәк бирелгән: ҡырмыҫҡа ла ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә. Һәр беребеҙ милләт хаҡына хәлебеҙҙән килгән тиклем өлөш индерһә, юғалмаҫбыҙ.
Һәр башҡорт ҡатыны үҙен ошо төркөмдөң ағзаһы тип һанай, яҙыша ала.
Миләүшә Ғәйфуллина:
– Гүзәл апайға өҫтәп бер ни ҙә әйтеп булмаҫ ул! Бергәләп башҡарабыҙ бар эште: халҡыбыҙ мәнфәғәтенән, кимәленән сығып!
Ләлә Иҡбаева:
– Төркөмгә килеп эләгеүем осраҡлы ғына булды. Башҡорт теле уҡытыусылары порталына ҡуйылған бер комментарийыма Гүзәл апай “Ниңә күмертауҙар һирәк яҙыша?” тигән һорау биреп, үҙ төркөмөнөң һылтанмаһын ҡуйғайны. Тәүҙә үҙемә оҡшаған шиғырҙар, һүрәттәр ҡуйҙым. Аҙаҡ көн дә кереп, ниҙер яҙып ҡалдырырға тырыша башланым. Һуңынан Гүзәл апай үҙе миңә яҙышып торорға тәҡдим итте.
Ҡыҙыҡ өсөн быныһы: йәй көнө коллектив менән Мораҙым тарлауығына ял итергә барҙыҡ. Унда булғандар белә: телефон тотмай, ә Интернет юҡ бит инде (көлә). Төнөн төш күрәм: Гүзәл апай уҫал итеп миңә: “Ниңә төркөмгә бер нимә лә яҙмайһың?”– ти (йылмая). Баҡһаң, ул үҙе лә ситтә булған, ә төркөмдә яңылыҡтар юҡ икән. Был турала аҙаҡ мәрәкә итеп һөй­ләшеп тә алдыҡ. Төркөмдә ҡатнашыу­сыларҙың көндән-көн артыуы ла ошоға бәй­ле. Гүзәл апай беҙ тороуға төн йоҡ­ламай ыңғай яңылыҡтарын табып ҡуя, яңы көнгә күтәренке кәйеф өләшә. Шуныһы мөһим: төркөмдә күберәк ыңғай күре­нештәр урын ала, әйләнә-тирәлә негатив былай ҙа күп. Матур йәшәү өлгөләре күптәрҙе ыңғай үҙгәрештәргә этәрә. Тағы ла бер фекер: ауыл-ҡалаларҙа үткәрелгән матур сараларҙан фотоһүрәттәр маҡтаныу өсөн түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу ниәтен­дә ҡуйыла. Аҙаҡҡы бер яңылыҡты миҫал итеп әйтке килә: ауылпиада үткәрҙек тип яҙғайнылар. Исеме лә шәп, үткәреү­селәре лә. Нисек, нимә, ниндәй сара үткәрәйем тип йөрөгәндәргә бер идея!
Гөлназ Ишемғолова:
– Төркөм админдарын һайлау ныҡ яуап­лы эш тип әйтер инем мин. Һәр береһе тәғәйен үҙ эшен оҫта алып бара. Тота килеп кенә башыңа нимә килә, шуны яҙып ҡуя алмайһың бит инде. Барыбер һәр яҙманы диуарға һалыр алдынан уйлайһың, оҡшармы ул бүтәндәргә, нисек ҡабул итерҙәр тип. Матур, фәһемле яҙмалар, күҙ яуын алырлыҡ сәскә һүрәттәре, күңелгә ятышлы йырҙар төркөмөбөҙгә ҡунаҡҡа кереп сығыусы әхирәттәрҙең күңелен күтәрһә, тормоштарына йәм өҫтәһә, ниндәйҙер яуаплы мәлдә этәргес булһа, беҙгә икеләтә ҡыуаныслы! Ысынлап та, төркөм булараҡ үҙ йөҙөбөҙ, үҙ һүҙебеҙ, үҙ уҡыусыларыбыҙ бар икән, беҙ башлаған эшебеҙҙе юғары кимәлдә башҡарырға, башҡорт ҡатын-ҡыҙының тормош майҙа­нында лайыҡлы урын биләгәнен күрһәтә белергә тейешбеҙ.
Светлана Сөләймәнова:
– Мине төркөмгә шәхсән Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы саҡырҙы. Уның тәҡдиме – минең өсөн оло яуаплылыҡ, үҫеш, эҙмә-эҙлелек. Ғөмүмән, төркөмдөң кимәле – Гүзәл Ситдиҡованың кимәле ул, шул юғары­лыҡты һаҡларға кәрәк. Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың тигәндәй, материалдарҙы ентекле, тәүфиҡлы күҙлектән һайлап ҡуйырға кәрәк.
– Төркөм статистикаһы буйынса нимәләр әйтеп була? Унда башҡа милләт вәкилдәре лә инәме?
Гүзәл Ситдиҡова:
– Статистика сайттың үҙенеке, беҙҙең күрһәткестәр уларҙың дөйөм теҙмәһенә инә бара. Унда көн һайын нисә кеше ингә­не, нисә теманы уҡығандары, билдәле йәш арауығындағылар күпме, ниндәй ҡа­лалар, төбәктәр әүҙемерәк икәне, нисә яңы кеше өҫтәлгәне, күпмеһе төркөмдән сыҡҡаны күренеп тора. Беҙҙе сит илдәрҙән дә инеп уҡыйҙар. Улар араһында АҠШ, Германия, Мысыр, Италия, Ҡаҙағстан юға­ры урындарҙы биләй. Чехиянан Миләүшә Годбодь үҙенең бик төплө мәҡәләләрен ебәреп тора.
Төркөмөбөҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар арта бара. Хәҙер көнөнә 700-ҙән ашыу кеше инеп, ике меңгә яҡын яҙмабыҙҙы уҡып сыҡҡаны күренә.
Ауыл кешеләренең ихтыяжын күҙҙә тотоп, уларҙың иғландарын биреп торабыҙ. Көҙөн шул рәүешле һуғым малын һатты­лар. Ҡул эштәрен, балта оҫталарының үҙенсәлекле өлгөләрен дә һатышырға ярҙам итәбеҙ. Алыпһатарлыҡҡа бәйле иғландарҙы бирмәйбеҙ, башҡалары – сикләүһеҙ һәм түләүһеҙ. Сит төбәктәрҙән дә милләттәштәребеҙ инә, яҙыша, борсолоуҙары менән дә, шатлыҡтары менән дә уртаҡлаша. Ҡыҫҡаһы, был төркөм – башҡорт ҡатын-ҡыҙының виртуаль ҡоро ул, аралашыу, кәңәш-төңәш итеү, күңел йылыһы, тәжрибә бүлешеү, һөнәребеҙҙе күрһәтеү майҙаны.
Миләүшә Ғәйфуллина:
– Төркөмдә нисә кеше икәне асыҡ кү­ре­неп тора. Гүзәл апай әленән-әле ошо мәғ­лүмәттәр менән дә таныштыра ҡатнашыусыларҙы.
Ләлә Иҡбаева:
– Төркөмгә башҡа милләт кешеләре лә яҙа, баштараҡ урыҫса, татарса яҙыу­ҙарҙы ҡуймаҫҡа тип тә һөйләшеп алын­ғайны, әммә Башҡортостан – күп милләтле республика, беҙгә һәр кемдең фекере ҡиммәт, шуға күрә мөһимдәре һирәкләп ҡуйыла бара. Ҡатын-ҡыҙҙы ҡайҙа ла бер үк проблемалар борсой. Төркөмдө маҡтап, үҙ фекерен белдереүселәр ҙә байтаҡ.
Үҙем татар милләтенән булһам да, был төркөмдән башҡа йәшәй алмайым!
Гөлназ Ишемғолова:
– Бары һоҡланыу һүҙҙәре! Ниндәй мил­ләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһенә иғти­барлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәттә. Шуныһы ҡыуандыра. Йәмһеҙ һүҙҙәргә, ҡырын ҡарашҡа, әсе телдәргә урын юҡ беҙҙең төркөмдә.
Светлана Сөләймәнова:
– Төркөмөбөҙҙә төрлө милләт кешеләре бар. Һәм ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел. Шуға күрә телгә, милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылған темаларҙа бик иғтибарлы, итәғәтле яҙырға тырышалар. Башҡаларҙы кәмләмәй генә үҙеңдекен күтәреү – иң дөрөҫ алым. Үҙебеҙҙең хаҡлыҡты яҡлап та сығабыҙ. Бында ла “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” кем хужа, кем ҡунаҡ икәнде лайыҡлы аңлата белә.

Лариса АБДУЛЛИНА
Интернет аша әңгәмәләште.



Вернуться назад