“Юҡ икән, илап ултырмайбыҙ”08.03.2016
“Юҡ икән, илап ултырмайбыҙ” Ҡапыл ғына тормош юлдашым мәрхүм булып ҡалғас, албырғаным, донъяның көс еткеһеҙ ауыр икәнлегенә инандым...Төн буйы ҡыҙымдан йәшереп кенә илауым, йөрәк яраһын нисек тә баҫырға тырышып баш баҫып эшләүем. Әйләнеп тирә-яғыма ҡараһам... Үҙ алдына матур ғына йәшәп ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар аҙ түгеллеген күрәм.

Айгөл Йәнбәкова менән күптән танышмын. Баймаҡ эске эштәр бүлегендә байтаҡ тәжрибә туплағанын дәрәжәһе үк күрһәтеп тора – майор ул. Йәшләй генә атай-әсәйһеҙ ҡалып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп кисергән шәхес булараҡ, был донъяға ҡарашы философтарса – барына шөкөр ҡыла. “Ә инде юғына илап ултырмайбыҙ – тотабыҙ ҙа булдырабыҙ, Алла бирһә”, – тип ихлас көлөүе лә уның киләсәккә ҙур маҡсат менән йәшәгәнен күрһәтә.
Чечен Республикаһында командировкала булыуы уның рух ныҡлығын тағы ла бер тапҡыр раҫлағандай. Айгөл Эске эштәр министрлығының бик күп рәхмәт хаттарына, почет грамоталарына лайыҡ булған, сөнки ул төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша һәм еңеп сыға. Ә инде уның көнсығыш бейеүҙәрен нисек башҡарыуын күрһәгеҙ! Телеңде йоторлоҡ тәмле итеп аш-һыу әҙерләүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Берҙән-бер улының “әсәкәйем” тип өҙөлөп тороуы уның барлыҡ мәшә­ҡәтен, ҡайғыһын һыпырып ташла­ғандай була.
...Ҡала урамынан бер ҡатын атлай. Танып-белеүселәр уның менән итәғәтле итеп иҫәнләшә. Эше менән хөрмәт ҡаҙанған Айгөл Йәнбәкова ул.






Вернуться назад