“Өс мөғжизә мине әсир алды – Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше...”08.03.2016
Бөгөн йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ифрат ҙур. Ниндәй генә өлкәне алһаҡ та, улар хеҙмәт һалмаған урын юҡ, тиһәк тә хата булмаҫ. Наҙлы, иркә, гүзәл зат сәйәсәт менән шөғөлләнһенме, ҡеүәтле, ҙур ойошмаларға етәкселек итһенме, бизнеста үҙен һынап ҡараһынмы — ҡайҙа ла алдынғы, ҡайҙа ла маҡтауға лайыҡ. Әлбиттә, был осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән бурыстарын да инҡар итергә ярамай. Ниндәй генә вазифа биләп, ниндәй генә эш атҡарһа ла, ул һәр ваҡыт хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә, ҡәҙерле ҡатын булып ҡала...
Ғөмүмән, бөгөнгө тормош шарттарында ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары ғаилә, йорт мәшәҡәттәре менән генә сикләнмәй. Бындай позицияны ҡайһы берәүҙәр “иҫкергән алым” тип тә баһалай. Йәнәһе, үҙ-үҙен ғаиләһенә генә бағышлаған гүзәл заттың хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре боҙола. Нисәмә кеше, шунса фекер тигәндәй, был осраҡта кемдеңдер фекерен хуплау ҡыйын — һәр ҡайһыбыҙ тормошта үҙе теләгән һуҡмаҡты һайлай.
Ошоларҙан сығып, психологтар ҡатын-ҡыҙҙы дүрт төп категорияға бүлә:
- Лидерҙар
- Карьера артынан ҡыуыусылар
- Хужабикәләр
- Ирекле һөнәр эйәләре.
Беренсе төргә ҡараған гүзәл зат ваҡыты менән ир-атты хәтерләтеп ҡуя: маҡсатҡа өлгәшеүсәндәр, үҙ көстәренә генә ышаналар, бер кемдән дә ярҙам көтмәйҙәр һәм уңышҡа ла үҙ ихтыяры менән өлгәшәләр.
Карьераға өҫтөнлөк биреүселәрҙең иһә баштарында бер генә уй — эш, эш һәм тағы ла бер тапҡыр эш. Уларға хеҙмәттә ниндәйҙер ҙур үрҙәр яулау ғаилә мөнәсәбәттәренән дә мөһимерәк.
Хужабикәләр иһә, алдан билдәләүебеҙсә, йорт, ғаилә мәшәҡәттәре менән яна һәм ошо мөхит мәнфәғәттәрен күҙәтеп йәшәй.
Ирекле һөнәр эйәләренә килгәндә иһә, психологтар был төр ҡатын-ҡыҙҙарға артистарҙы, рәссамдарҙы, шағирәләрҙе, журналистарҙы индерә. Улар яратҡан шөғөлдәренә шул тиклем башкөллө сумған. Тик был төр гүзәл затты карьерасылар менән бутарға ярамай. Уларға уңыштан да бигерәк яратҡан эше менән шөғөлләнеү мөһимерәк.
Ҡатын-ҡыҙ төрлө өлкәләрҙе яулай, тип билдәләнек. Әйтәйек, сәйәсәттә ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе ҡасан барлыҡҡа килгән тип уйлайһығыҙ? Был датаны аныҡ күрһәтергә була. 1791 йылда француз революцияһы ҡыҙған саҡта һирәктәргә генә таныш булған Олимпия де Гуж исемле яҙыусы: “Әгәр ҡатын-ҡыҙ эшафотҡа күтәрелергә хаҡлы икән, уның трибунаға менеү хоҡуғы ла булырға тейеш”, — ти. Ошо һүҙҙәре өсөн уны үлем язаһына дусар итһәләр ҙә, ул, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙ исемен мәңгеләштереүгә өлгәшә һәм иң мөһиме — бөтә донъяға гүзәл заттың да сәйәсәт менән шөғөлләнеүгә хоҡуғын белдерә.
Сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен тотошо тураһында кәм тигәндә ике теория йәшәй. Уларҙың тәүгеһенә ярашлы, айырым ҡатын-ҡыҙ стиле бар, ул кешегә һәм социаль мәсьәләләргә иғтибарлы булыуҙан ғибәрәт. Гүзәл заттың идара итеү стиле тыныслыҡ яҡлы тип иҫәпләнә, ул ыҙғыш-низағты көс менән хәл итмәй, һуғыш асмай. Икенсе ҡараш буйынса иһә, стиль сәйәсмәндең енесенә түгел, ә уның психологик холоҡ-фиғеленә бәйле. Ни өсөн тигәндә, тыныс, кеше шәхесенә иғтибарлы ирҙәр ҙә бар, ҡаты характерлы, һуғышсан холоҡло ҡатындар ҙа юҡ түгел.
Халыҡтың һаулығы өсөн ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге урыны хәл иткес әһәмиәткә эйә тигән фекер йәшәп килә. Заманында боронғо гректар ҙа: “Халыҡ һаулығы — ҡатын-ҡыҙҙың таҙа тәнендә”, — тигән. Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә шарттарҙа йәшәһәк тә, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге бер бурысы үҙгәрешһеҙ ҡала: ул да булһа – әсә булыу. Тик гүзәл затҡа был бурысты үтәр өсөн ыңғай шарттар тыуҙырған дәүләттең һәм йәмғиәттең дә “таҙа” булыуы шарт.
Анфиса СӘЛИХОВА, психолог:
— Ҡатын-ҡыҙ ҡарашы тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә кәрәк. Ир-ат етәкселәр үҙ командаһына ҡурҡмайынса ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп итә икән, уны уңыш көтә. Көслө заттың да, гүзәлдәрҙең дә холоҡ-фиғеле төрлөсә, һәр яҡ та теге йәки был өлкәлә уңышлыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙа хәл-ваҡиғаға тәрәндән ҡарай белеү, анализлау, теге йәки был ҡарарҙың кешелә, ғаиләлә нисек сағылыш табыуын алдан күреү һәләте бар. Беҙ һәр нәмәгә лә үҙ логикабыҙ менән хужабикә күҙлегенән бағабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың таланты шунда: тырышып эшләргә, әммә өйҙә әсәй, ҡатын булып ҡала белергә кәрәк.