Була бит тыйнаҡ кешеләр. Гәзиткә яҙырға теләгемде белдергәс, ризалығын ала алмай торҙом. – Ҡуй әле, районда мин генә түгел дә инде… – тип үҙенең хеҙмәттәштәрен телгә алды. Һуғыш ветераны Ғәлләм биш балаһы менән тол ҡала. Иң өлкәненә – 18, төпсөгөнә ни бары ике йәш. Ҡанаты ҡайырылған, иңенә оло һынау төшкән яңғыҙ ир ни хәл сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыр ҙа нисек тормошон яйға һалыр? Бәхетенә күрә, Аллаһтың мәрхәмәтле йәне табыла. Борай районының Иҫке Киҙгән ауылында ғүмер иткән 33 йәшлек Гөлсимә яҙмышын Ғәлләм менән бәйләй. Ғаиләлә йәнә биш бала донъяға килә. Әҙибә – шулар араһында иң төпсөгө.
– Бик күңелле үҫтек. Бәләкәй саҡта өйҙәге ҙур өҫтәл тирәләй теҙелешеп ултырып ашай инек. Эш бүлешеп ултырманыҡ. Кем нимәгә өлгөрҙө, шуны башҡарҙы. Бер-беребеҙҙе аңлап аяҡҡа баҫтыҡ, – тип иҫкә ала ул бала саҡ йылдарын.
Ҡанат нығытҡан туғандар бер-бер артлы төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлаған Әҙибә, күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу уйы менән, Бөрөләге кооператив училищеһына уҡырға инә.
– Һатыусы булырға хыялландым. Һөнәрем, кешене шатландырыу ҡыуаныс бирә миңә… – Бына шулай ябай ғына аңлата ул үҙенең эшенә мөкиббәнлеген.
Уҡып бөтөрөүгә, район үҙәге Иҫке Балтас ауылында яңы универмаг асыла. Әҙибә шунда эшкә урынлаша. Ун алты йыл бында хеҙмәт итә ул. Яҙмышын да йәнәшәнән таба. Класташы, бергә уйнап үҫкән ауылдашы Данил Нәжметдинов ҡыҙға күптән күҙ һалып йөрөгән икән. Армия хеҙмәтенә оҙатып ҡалған Әҙибә уны көтөп ала. Айҙар, исемле ул, Эльвира исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Айҙар, Ҡазан ҡалаһындағы университеттың механика факультетын тамамлап, эшләп йөрөй, Эльвира IX класта белем ала. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем.
Декрет ялынан һуң шәхси эшҡыуар саҡырыуы буйынса автомобилгә запас частар һатҡан магазинға сыға Әҙибә апай. Бында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бирелеп эшләй ул. Тәжрибә туплап иптәше менән кәңәшләшеп, үҙ магазинын асып ебәрәләр.
Әҙибә Нәжметдинова автомашинаның запас частарын биш бармағы кеүек белә! Ир-егеттәр аңлап бөтмәгән күп нәмәләрҙе ул “отлично”ға үҙләштергән. Беҙ әңгәмәләшкән арала ундан артыҡ кеше кереп, әле теге әйберҙе һораны, әле быныһына заказ бирҙе. Үҙе рулдә йөрөмәгән Әҙибә Ғәлләм ҡыҙының шул хәтлем деталдең исемдәрен, тәғәйенләнешен белеп бөтөүенә хайран ҡалырлыҡ.
– Хәтерем бик һәйбәт минең. Бер ҡарау менән барыһын да иҫтә ҡалдырам. Башта күберәк үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомобилдәргә деталдәр алып ҡайта инек. Хәҙер сит ил машиналарына ла килтерәбеҙ, – тип эш серҙәре менән уртаҡлашты ул.
– Ә ни өсөн үҙегеҙ рулгә ултырмайһығыҙ? Танытмағыҙ бармы?
– Үкенескә ҡаршы, әлегә юҡ. Теләһәм, булдырам, әлбиттә. Тик әлегә барлыҡ яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөмә алып бөтөрмәйем, тимен. Ирем, буй еткергән улым бар. Эшкә илтеп ҡуялар, алып ҡайталар.
Бына шундай ҡыҙыҡлы, тәүәккәл кеше ул Әҙибә Нәжметдинова, шуға ла магазинынан кеше өҙөлмәй.