Байрам йәме – табын муллығында08.03.2016
Байрам йәме – табын муллығында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – яҙҙың тәүге гүзәл байрамы. Ә байрамдың күрке – һый-ниғмәтле табындар. Тормош муллығының билдәһе лә ул. Ә инде өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡтар ҡатын-ҡыҙҙың аш-һыуға оҫталығын күрһәтә. Тәмле ризыҡ әҙерләү өсөн дә һәләт кәрәк. “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте лә шундай алтын ҡуллы һөнәр оҫталары менән дан тота.

Тәүҙә йәмғиәттең үҙе менән таныштырып үтәйек. “Башпотребсоюз” тарма­ғында алдынғыларҙан һанала ул. Рес­публиканың сауҙа һәм йәмәғәт ҡулла­ныуы баҙарында үҙ йөҙөн, үҙ урынын биләй. Мәләүездәр заманса технология­ларға ҡоролған етештереү һәм сауҙа предприятиелары булдырыу, дөйөм туҡ­ланыу селтәрен үҫтереү, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреү юлы менән яулай баҙарҙы. Үткән йылда предприятие эшмәкәрлегенең тулайым күләме 174,8 миллион һум тәшкил иткән. Алдағы йыл менән сағыштырғанда, был 5,2 миллион һумға күберәк. Дөйөм туҡланыу үҫеше 114,2 процент менән билдәләнә.
Был йүнәлештә мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороуға өҫтөнлөк бирелә. Йәмғиәт Мәләүез ҡалаһындағы ун мәктәп уҡыусыларын йылы аш-һыу менән тәьмин итә. Уларҙың һигеҙендә буфеттар ҙа ойошторолған. Әйткәндәй, предприятие быйыл да дөйөм белем биреү учреждениелары, мәктәп лагер­ҙарын хеҙмәтләндереүгә муниципаль контракт төҙөү хоҡуғын яулаған. Был – бик яуаплы эш. Мәктәп ашханаларында иң оҫта, тәжрибәле ашнаҡсылар эшләй. 4-се мәктәптә повар-бригадир Лилиә Тимерәева һәм 9-сы мәктәптә уның хеҙмәттәше Фирҙәүес Мусина етәкселек иткән аш-һыу оҫталарының хеҙмәте айырыуса юғары баһаға лайыҡ. Ғөмүмән, предприятиеның мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороуы “Башпотребсоюз”да өлгө итеп ҡуйыла. Иң мөһиме – балаларға юғары сифатлы аш-һыуҙы районда етештерелгән тәбиғи продукциянан ғына әҙерләйҙәр.
“Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте – бөгөн комплекслы заманса сауҙа предприятиеһы. Ул ҡалалағы һәм райондағы утыҙҙан ашыу магазинды, мәктәп ашханалары селтәрен, икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтары цехын, “Ҡарлуғас” кафеһын берләштерә. Һәм уларҙың барыһында ла заманса әҙер­лекле, үҙ һөнәрен яратҡан, алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тигәндәре нәҡ улар тураһында. Уларға уңайлы заманса эш шарттары тыуҙырылған.
Ысынлап та, йәмғиәттең ашнаҡ­сы­лары, кондитерсыларының оҫталығына таң ҡалырлыҡ. Улар аш-һыуҙы, төрлө ризыҡтарҙы иң абруйлы табындарҙы биҙәрлек, иң талапсан клиенттарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек итеп әҙерләй. Шуға ла уларҙың продукцияһы ҡалала һәм районда үткәрелгән мөһим сараларҙа, байрамдарҙа табын түрендә. Хатта күрше төбәктәрҙә лә беләләр уларҙы. Үткән йәй Ырымбур өлкәһендәге һабантуйҙа ҡатнашып, үҙҙәренең аш-һыуға оҫталығы менән күршеләрҙе таң ҡалдырғандар.
Әлбиттә, йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта үҙ ҡалаһы һәм район мәнфәғәтен ҡайғырта. Әйтәйек, икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтары цехынан көн һайын сауҙа нөктәләренә 1,5 тонна самаһы юғары сифатлы продукция оҙатыла. Бынан тыш, мәктәптәрҙә лә был төр ризыҡтар бешерелә.
Предприятие үҙе етештергәнде һата. Әлбиттә, бөгөн сауҙа өлкәһендә конку­рент­лыҡ көслө. Әммә ҡулланыусылар йәмғиәте сауҙаны социаль йүнәлтеп ота. Иҡтисади көрсөк мәлендә халыҡ өсөн был айырыуса әһәмиәтле.
Үҙ магазиндарында ризыҡ төрҙәрен байытыу, хеҙмәтләндереүҙе камиллаштырыу көнүҙәк бурыс итеп ҡуйыла. Әйтәйек, Лидия Андреева һәм Зәлиә Юлтимерова мөдир булып эшләгән Воскресенск һәм Аптраҡ ауыл магазин­дарының эше бөгөнгө талаптарҙан һәм халыҡ ихтыяжынан сығып ойошторолған, башҡаларға үрнәк булып тора.
Етештереү һәм эшкәртеү, сауҙа менән бер рәттән әҙерләүҙәр өлкәһендә лә булдыҡлылыҡ күрһәтә коллектив. Үткән йылда әҙерләүҙәр әйләнеше 50 миллион һум тәшкил иткән. Миллиондар 120 кешелек коллективының фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Предприятиела башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Күптәре маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.
– Коллектив берҙәм, татыу, тырыш. Предприятиеның һөҙөмтәле эшмәкәр­леге, конкурентлыҡ һәләте, абруйы һәр кемдең үҙ эшен яратып, уның мөһимлеген тойоп башҡарыуынан килә, – ти йәмғиәт етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Илгиз Ғабделислам улы Фәйзуллин. – Хеҙмәтебеҙ табындарҙың муллығын арттырыуға, халыҡтың етеш тормошта һәм күтәренке кәйефтә йәшәүенә булышлыҡ итһен тип тырышабыҙ. Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн бар һәләтен, һөнәри оҫталығын, талантын, ҡатын-ҡыҙҙың иң күркәм кешелек сифаттарын күрһәткән хеҙмәткәрҙәребеҙ – предприятиеның ғорурлығы. Байрам уңайынан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем.






Вернуться назад