Үҙен батыр тип иҫәпләмәй08.03.2016
Стәрлетамаҡта 22 йәшлек егет оло йәштәге кешенең ғүмерен ҡотҡарған.

Был хәл ҡаланың баҡсалар урынлашҡан өлөшөндә була. Никита Солодов әлеге биҫтәгә баҡсаһын һаҡлаған этте ашатырға бара. Кире ҡайтҡанда юлда көрттә аунап ятҡан бабайҙы күреп ҡала. Оло йәштәге кеше егеткә аяҡтары ҡапыл тыңламау сәбәпле атлай алмағанлығы хаҡында әйтә.
Изге күңелле Никита бәләгә тарыусыны бер километрға яҡын ара күтәреп бара (был ергә машина үтә алмай) һәм “Ашы­ғыс ярҙам” саҡырта. Тиҙ арала килеп еткән табиптар һәм ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, әгәр егет бабайҙы ваҡытында күреп ҡалып ярҙам итмәһә, осраҡтың үлем менән тамамланыуы ла ихтимал булған.
Нисек кенә булмаһын, ҡотҡарыусы үҙен герой тип иҫәпләмәй.
— Минең урында башҡа кеше осраһа ла шулай уҡ ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ ине, — ти.



Вернуться назад