Һай, һылыуҡай!08.03.2016
Һай, һылыуҡай! “Донъя мираҫы һылыуҡайы-2016” халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән Өфө ҡыҙы Ирина Ғәлиханова сығыш яһай. Конкурс Бангладешта уҙасаҡ. Сарала Австралия, Эстония, Франция, Испания, Куба, Украина, Сингапур, Латвия, Словакия, Греция, Венесуэла, Колумбия, Панама, Канада, АҠШ илдәренән һылыуҡайҙар ҡатнашасаҡ.

Ирина Ғәлиханова “Башҡортос­тан һылыуҡайы-2014” республика матур­лыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны. “Башҡортостан һылыуҡайы” модель агентлығынан хәбәр итеүҙә­ренсә, әле ҡыҙ халыҡ-ара конкурста сығыш яһау өсөн йыр әҙерләй. Бәйге март аҙағында уҙасаҡ.
Әйткәндәй, “Донъя мираҫы һылыуҡайы” халыҡ-ара гүзәллек конкурсы 2013 йылдан үткәрелә. Бында ҡатын-ҡыҙҙың нәзә­кәтлеге, нәфислеге, һөйкөмлөгө генә баһаланмай, ойоштороу­сылар тәү сиратта донъя мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә баҫым яһай. Планетаның төрлө тарафтарынан килгән ҡыҙҙар интеллектуаль һәләтен, сәхнә оҫталығын күрһәтә, актуаль темаларға фекер алышыуҙа ҡатнаша. 2013 йылда Рәсәйҙән Наталья Полуэктова, еңеүселәр иҫәбенә инеп, икенсе принцесса титулына лайыҡ булғайны.


Вернуться назад