“Аҡ тирмә”гә барам әле…08.03.2016
Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторолоуға бер йыл тулыуға арналған ҙур концерт булды.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында ошондай илленән ашыу үҙәк бар. Улар тыуған яғынан ситтәге төрлө милләт халыҡтарына үҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, яҡташтарҙы берләштереү мөмкинлеген бирә. “Аҡ тирмә” үҙәге лә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә ижади коллективты үҙ эсенә алған үҙешмәкәр “башҡорт филармонияһы”на әүерелде. Уның составында вокаль ансамбль, оркестр, фольклор һәм бейеү коллективтары, һынлы сәнғәт студияһы, этноклуб һәм театр эшләй.
Мәскәүҙәге “Яҡташтар” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров әйтеүенсә, үҙәктәге коллективтар бөгөн ҙур теләк менән дәртләнеп эшләй. Әлбиттә, бындай хеҙмәт ярайһы уҡ күп ваҡыт һәм сабырлыҡ талап итә.
Эшенән һәм уҡыуҙан буш ваҡытта кешеләр үҙәктә йыйылып, концерт номерҙары, йырҙар өйрәнә, сәхнә кейемдәре тегә. Был ҙур мегаполиста үҙ милләтеңдең мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.