Бал ҡортоноң наҙы бар, ҡыҙлы йорттоң нуры бар08.03.2016
Бал ҡортоноң наҙы бар,  ҡыҙлы йорттоң нуры бар Моғайын, тормошта ҡайһы саҡ ҡырҡа боролош яһарға ла кәрәктер. Һәр хәлдә, Илнур Нәҙершин шулай уйлай. Бер ҡараһаң, барыһы ла етә төҫлө: юғары белем алған, өйләнеп, ике ҡыҙ үҫтерәләр, ҡатыны Ләйсән уҡытыусы булып эшләй, мал-тыуар етерлек, яратҡан шөғөлдәре бар – умарта тоталар. Ләкин Илнурҙың күңеле тынғылыҡ тапмай, нисек тә үҙаллы эшләгеһе, хужалыҡ алып барғыһы килә. Шуға ла крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп йөрөй, бизнес-план төҙөгән. Был йәһәттән ғаиләһе – ныҡлы терәк.

Ләйсән Мәжит ҡыҙы иренең ҡарарын хуплап ҡына ҡалмай, үҙе лә ярҙам итә. Уҙған йыл Нә­ҙершиндар умартасылыҡ буйынса республика конкурсында ҡатнашҡан. Өлкән ҡыҙҙары Илвина (хәйер, өлкән тиһәң дә, быйыл VIII класта ғына уҡый) ошо ярышта балалар араһында беренсе урынды яулаған. Быйыл I класта уҡыған Илмира ла ҡул араһына инеп бара.
Илнур үҙе Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлаған. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Йәш белгесте Түрһәгәҙе урта мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Ошонда бер йыл ғына эшләп өлгөргән Ләйсән менән танышып, ғаилә ҡора. Аҙаҡ инде Илнурҙың атаһы Хәйҙәр ағай менән әсәһе Мәрйәм апай нигеҙенә ҡайталар.
– Ҡәйнәм һәйбәт, – тип һүҙгә ҡушыла Ләйсән. – Һәр эштә кәңәшсе лә, терәк тә. Балалар бәләкәй саҡта ныҡ ярҙам итте, әле лә ҡулынан эш төшмәй…
Бөгөн ғаилә башлығы үҙ хужалығын асырға ҡарар иткән икән, тимәк, маҡсатына эҙмә-эҙлекле барырына шик юҡ. Тәүҙә улар өйрәнеү, тәжрибә туплау маҡ­сатынан атаһы менән бер генә умарта тотоп ҡараған. Хәҙер иһә Нәҙершиндарҙың 50-гә яҡын ҡорт күсе бар, бөтөп барған күрше ауылдан умарталыҡ өсөн ер алғандар. Киләсәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүҙе лә күҙаллап, бизнес-план төҙөгәндәр. Әлегә һыйыр, кәзә-һарыҡтары, аттары бар. Тимәк, мал тотоу ҙа нигеҙһеҙ хыял түгел – эшләп өйрәнгәндәр.
– Бөгөн эшҡыуарлыҡ юридик яҡтан нығытылған, хоҡуҡтар билдәләнгән. Эйе, яңы эш башлағандарға һа­лымды биш йылға кисектереп тороу ҡа­ма­сауламаҫ ине, – ти Илнур. – Тарихта ыңғай миҫалдар бар. Мәҫәлән, Сто­лыпин реформалары ваҡытында был яҡҡа күсеп килгән урыҫ крәҫтиәндәре хатта 20 йылға һалымдан азат ителгән. Беҙҙең Рәсәй халҡы эшсән бит ул, аҙ ғына ярҙам иттеңме – өҫтәлеңде ризыҡ менән тултырып ҡуя. Һәр хәлдә, импортты алыштырырлыҡ сифатлы аҙығыбыҙ булыр…
Ҡыҙлы йортта һәр нәмә ялт итә. Был өй эсенә генә ҡа­ғыл­май, ихата, аҙбар тирәһендә лә тәртип. Илнур ҙа һүҙ һайын булмаһа ла, гелән “минең ҡыҙҙарым” тип кенә то­ра. Ләйсән үҙе ирен хуплап, дәртләндереп кенә ҡалмай, мәк­тәптән ҡайтыу менән умарталары эргәһенә ашыға. Ысын мәғәнәһендә ғаилә шөғөлөнә, дөрөҫөрәге, эшенә әйләнгән бал ҡорто тотоу.
Хәтеремдә, уҙған йыл умартасыларҙың Талбазыла үт­кән республика конкурсы барышында Франция деле­га­цияһы оҙаҡ ҡына Илвина эргәһендә туҡтап торҙо. Һоҡ­ла­ныуҙарын йәшермәйенсә: “Күп илдә булдыҡ, ләкин уларҙа һөнәрҙең быуындан быуынға күсәгилешлелеге юҡ. Башҡортостанда был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Ошо бәләкәй генә ҡыҙҙың оҫта итеп һорауҙарға яуап биреүе, умарта йыһаздары менән эш итеүе хайран итте”, – тигәйнеләр. Сит күҙлектән барыһы ла күренә бит ул. Илвина йөҙөндә был ҙур баһа барлыҡ балаларға ғына бирелеп ҡалмай, уларҙы һөнәргә өйрәткән ата-әсәгә лә ҡағыла ине.
Тау баштары ҡарҙан асыла. Тиҙҙән баҫыуҙарҙа ла быу күтәрелеп, тракторҙар гөрләр. Көндәр йылытыу менән ҡорттар ҙа тынғылыҡ тапмай, тиҙерәк тәүге осоштарын яһап, таҙарынып, бал йыйыр өсөн һунарға сығыр. Умартасы өсөн мәшәҡәтле лә, ҡыҙыҡлы ла осор башлана. Табышлы ла, тип өҫтәйек.






Вернуться назад