Р. А. Заһретдинов04.03.2016
Р. А. Заһретдинов Башҡортостандың музыка сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе:
29 февралдә мәшһүр музыкант, ҡумыҙсы, ҡурайсы
Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 84-се йәшендә вафат булды.
Р.А. Заһретдинов 1932 йыл­дың 16 декабрендә Мәсетле районының Әзекәй ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле район мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлап, 1969 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡытырға килә. Тап ошо осорҙа ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы арта. Музыка ҡоралдарын үҙе яһай һәм камиллаштыра, уларҙың өр-яңы моделдәрен (шул иҫәптән электрон) эҙләй, ҡумыҙ менән думбыраның мөмкинлектәрен берләштергән ҡумбыраны уйлап таба.
Р.А. Заһретдинов 1991 йылда Бөтә донъя традицион халыҡ инструменттары фестивалендә – “Донъяның виртуоз-ҡумыҙсыһы”, ә 1998 йылда “Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта” исеменә лайыҡ була. Был дәрәжә уға Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша, Швейцария, Германия, Италия, Монголия, Норвегия һәм Финляндияның музыка уҡыу йорттарында оҫталыҡ дәрестәре алып барыу мөмкинлеген бирә.
Роберт Заһретдинов – илленән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса, шул иҫәптән ҡумыҙ, ҡурай, баян өсөн әҫәрҙәр, “Ҡумыҙ”, “Башҡорттарҙың өзләү мәктәбе” китаптары, “Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе” уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы. Оҙаҡ йылдар ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытты, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ҡумыҙсылар, өзләүселәр бәйгеләрендә жюри рәйесе булды, милли сәнғәтте танытыу менән әүҙем шөғөлләнде.
Талантлы музыкант, башҡорт халҡының данлы улы Р.А. Заһретдиновтың күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм өлгәшелгән уңыштары хаҡлы рәүештә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемдәр, “РСФСР-ҙың халыҡ мәға­рифы отличнигы” һәм “БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәләре менән баһаланды. Ул – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Роберт Заһретдинов йөҙөндә мәҙәни йәмәғәтселек илебеҙҙә һәм унан ситтә башҡорт профессиональ сәнғәтенең абруйын арттырыуға тос өлөш индергән мәшһүр музыкантты юғалтты.
Сағыу шәхес, ҙур талант эйәһе һәм һоҡланғыс кеше Роберт Абдрахман улы Заһретдинов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, С.А. МОЛЧАНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, Ә.И. ШАФИ­ҠО­ВА, И.И. ЯЛАЛОВ, Ә.Ҡ. ӘСӘҘУЛЛИН, В.М. ШӘ­РИ­ПОВ, А.И. ӘСФӘНДИӘРОВА, А.М. АЙЫТ­ҠОЛОВ, Р.М. ҒӘЙЗУЛЛИН.


Вернуться назад