Ғафури районының Имәндәш ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Яңыраҡ ҡына көслө дауыл ғәрәсәтенән зыян күргән Имәндәш мәктәбе ҡыйығын күмәк халыҡ ҡатнашлығында ремонтлағайныҡ. Күптән түгел иһә тағы ла бер ҙур өмә ойошторолдо.2001 йылда Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күпер төҙөлгәс, ошо төбәктә йәшәүселәр, айырыуса Ташаҫты һәм Иҫке Тайыш ауылы халҡы, һөйөнгәйне. Яңы сағында халыҡҡа, бигерәк тә мәктәп уҡыусыларына был күперҙең файҙаһы ҙур булды. Әммә һуңғы йылдарҙа таҡталары серей, урыны-урыны менән емерелеп төшә башланы. Быға уның ҡарауһыҙ булыуы ла булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр (әйткәндәй, күперҙе ауыл хакимиәте балансына алыу буйынса эш алып барыла).
Ошо хәлде күреп, ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов күперҙе йүнәтеү сараһын күрҙе. Өмә ойоштороп, күперҙе ремонтланылар. Башта ауыл биләмәһе башлығы урмандан диләнкә алып, ағас сығарттырҙы, һуңынан иһә Ташаҫты ауылы уҙамандары Ринат менән Рәлиф Зәйнәшевтәрҙең пилорамаларында таҡта быстырҙылар. Ағас сығарыу, таҡта быстырыу, уны йыштырыу һәм, ниһайәт, күпергә түшәү эшендә барлыҡ ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Йәш депутатыбыҙ Айрат Айбатов ойоштороу эштәренең башында торҙо. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Миҙхәт Әхмәҙиев, Зиф Ҡолмасов, Рәүзил Айбатов, Хәниф Зәйнәшев йәштәр менән бер ҡатарҙан эшләне. Өмәлә өс тиҫтәнән ашыу ауылдашыбыҙ ҡатнашты.
Шулай итеп, 180 метр оҙонлоғондағы аҫылмалы күперҙең таҡталары яңыртылып, сығып йөрөү хәүефһеҙгә әүерелде. Бындай изге эш өсөн ата-әсәләр һәм мәктәп етәкселеге исеменән ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловҡа һәм барлыҡ эште үҙ контролендә тотҡан район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ләлә УРМАНШИНА,
Имәндәш мәктәбе директоры.