“Кешеләрҙә өмөт уятырға кәрәк”04.03.2016
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Чебоксарҙа хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында сығыш яһаны.

Кәңәшмәне асып, Хөкүмәт Рәйесе 2016 йылда тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәр планына ҡул ҡуйыуын билдәләне. Ундағы саралар ике төп йүнәлешкә бүленгән.
– Ғәмәлдәрҙең беренсе йүнәлешенә оператив эш итеү саралары инә. Уларҙың маҡсаты – бөгөн ярайһы ҙур ҡыйынлыҡ кисергән, шул уҡ ваҡытта үҫеш ҡеүәтенә эйә булған иҡтисад тармаҡтарына ярҙам итеү, – тине Дмитрий Медведев. – Иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен мөмкин тиклем йомшартыу өсөн төбәк бюджеттарына ярҙам күрһәтеү ҙә ҡарала. Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында ошо өлкәләге республика тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм, эшһеҙлек мәсьәләләрен федераль, төбәк, урындағы власть, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнестың берлектәге тырышлығы менән генә хәл итергә мөмкин, тип билдәләне.
– Кешелә өмөт уятырға, яңынан-яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк. Халыҡ киләсәген күҙалламай икән, әхлаҡи шарттар ҙа насарая, йәмғиәттә кәйеф тә төшә. Шуға күрә беҙ мәшғүллек мәсьәләһендә кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад