“Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!”04.03.2016
Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле гү­зәл зат вәкилдә­рен етеп килгән дәүләт байрамы – 8 Март – менән ихлас күңелдән тәбрик­ләп, уларға именлек-һаулыҡ, бәрәкәт насип булыуын теләйем. Илебеҙҙең, милләте­беҙҙең киләсәген тыуҙырып үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙы ҡәҙер-хөрмәттән айырмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Мәғлүм ки, Ислам ҡатынды, әсәне юға­рылыҡҡа күтәрә. Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә нескә заттың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә лә бар. “Ән-Ниса”ла көнкүрешкә бәйле барлыҡ мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙистәрендә ҡатын-ҡыҙ тураһында күп тапҡыр иҫкә алған. Шулар араһынан “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигәне генә лә бихисап һорауға яуап булыр.
Йәнә бер нисә хәҙисте иҫкә төшөрөп үтәйек. “Йә, Рәсүлуллаһ, мөлкәтем ҙур, уны кемгә сарыф итәйем?” – тип һораған бай кеше Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. “Әсәйеңә”, – тигән Пәйғәмбә­ребеҙ. Аҙаҡ был кеше икенсе, өсөнсө тапҡыр килеп, шул уҡ һорауына бер үк яуапты алған. Дүртенсе мәртәбә мөрәжәғәт иткәс иһә, “Атайыңа сарыф ит”, тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле үҫемлектәрҙән ҡанап бөткән... “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткән ул, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде күреп. – Әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Хатта ки үҙен хаж ҡылырға алып килдем. Уның хаҡын үтәй алдыммы?” Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә – һәр беребеҙ өсөн ҙур һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулға­ғының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, – тигән ул.
Ошо хәҙистәрҙе иҫкә төшөргәндә лә, әсәй­ҙәрҙең ни ҡәҙәр бөйөклөгөнә йәнә бер ҡат инанабыҙ. Уларға ихтирамыбыҙҙы 8 Мартта ғына түгел, көн дә күрһәтеп торорға бурыслыбыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла иғтибарҙан айырмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Улар беҙҙең яратыуҙы тойоп, бөтөн күңелле булып үҫергә тейеш. Ир менән ҡатын бер-береһенә ихтирам күрһәтмәһә, быны тойоп буй еткергән ҡыҙға үҙ тормошон ҡороу ауырға төшәсәк. Һөйөү мөхитендә үҫмәгәнлектән, яңылыш юлға баҫыуы ла ихтимал. Шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙға айырыуса иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарур.
Гүзәл заттың иң ҙур бурысы – нәҫелде дауам итеү. Демография мәсьәләһе тап уға бәйле. Ә ғаиләнең, илдең иҡтисади нигеҙе, ҡеүәте өсөн ир-ат яуаплы. Ул яҡындарына йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Ә инде ҡатын-ҡыҙ эшләй икән, Ислам ҡанунына ярашлы, уның тапҡан малы ғаилә ҡаҙнаһына индерелмәй. Аҡсаһының үҙе риза булып биргән хәлдә генә уртаҡ тотонолоуы ихтимал.
Ҡатын-ҡыҙ ауыр эш башҡарырға тейеш түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының киреһен күрергә мәжбүрбеҙ. Тормоштоң ауыр йөгөн тартып барған байтаҡ гүзәл зат вәкилдәренең ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кәмеүенең, һөҙөмтәлә белем усаҡтары ябылыуҙың, бәғзе ауылдарҙың нигеҙе ҡороуының сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәһен ине. Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәр­биәлелек өлгөһө, бала тыуҙырыусы итеп яралт­ҡан икән, ошо юлдан тайпылыу яҙыҡ булыр. Ғаиләне, илде иһә ир тоторға тейеш. “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” – тип бер нисә тапҡыр ҡабатлаған бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һуңғы вәғәзендә. Ошо аманатты онотмайыҡ, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Вернуться назад