Һырғанаҡ сәйе04.03.2016
Яҙға табан организм ныҡлы иғтибар талап итә башлай. Шул саҡта дарыухананан төрлө витамин алыуға ҡарағанда тәбиғи емеш-еләк, һуттар менән туҡланыу яҡшыраҡ, ти белгестәр. Мәҫәлән, һырғанаҡтан сәй эшләп эсергә мөмкин.

Был емеш витаминға ифрат бай. Унда, мәҫәлән, С витамины цитрус емештәренә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк. Һырғанаҡта башҡа файҙалы матдәләр, антиоксиданттар, май кислоталары бар. Улар тирене йәш, сәләмәт килеш һаҡлауға булышлыҡ итә.
Һырғанаҡтан һәм балдан яһалған сәй – күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа. Ул шулай уҡ шешенеүҙе, елһенеүҙе бөтөрә. Сәй ифрат тәмле лә.
Уны яһау өсөн 150 грамм һырғанаҡ, 2 аш ҡалағы ҡара сәй, бал һәм 500 мл һыу кәрәк. Емештәрҙе тәүҙә яҡшылап йыуып, өстән ике өлөшөнән пюре яһайбыҙ. Ошо иҙмәне, шулай уҡ ҡалған һыр­ғанаҡты, сәйҙе сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәк. 10-15 минуттан эсемлек әҙер булыр. Уға кәрәгенсә бал өҫтәргә мөмкин.


Вернуться назад