Йөҙөң нурлы, күңелең саф04.03.2016
Йөҙөң нурлы,  күңелең саф Мосолман ҡатын-ҡыҙы һәр ваҡыт матур булырға тейеш. Гүзәллек, әлбиттә, тәү сиратта эске донъяның торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән мосолман ҡыҙынан нур бөркөлөп торор. Исламда матурлыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.

Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөмкин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матурлығын бил­дәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөй­көм­лөлөгөн арттыра. Хәҙер уны эшләү өсөн ҡором һәм ҡайнатылған һөт ҡулла­налар. Бәғзеләрҙең иһә ҡурғаш ҡушыуы ихтимал. Шуға һөрмәне һатып ал­ғанда составын ныҡлы үҙләштерергә кәрәк.
Ҡына – онтаҡ хәленә еткәнсе иҙелгән үлән. Тирене, сәсте, тырнаҡтарҙы буяу өсөн ҡулланыла. Тәбиғи ҡына зарарлы түгел, тәнде яндырмай. Фабрикала эш­ләнгәненең составында иһә зыянлы химик матдәләр булыуы ихтимал.
Һыу. Быуаттар төпкө­лөн­дә үк, ғәрәп сүллектәрендә һыу етмәһә лә, пәйғәм­бә­ре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм даими пакланып то­рор­ға ҡушҡан. “Мосолман таҙа йөрөргә тейеш”, – тигән ул.
Һыу тәнде сафландыра, биттең төҫөн яҡшырта, балҡыш өҫтәй.
Зәйтүн майы. Зәйтүн аға­сы Исламда элек-электән изге һаналған. Емештәре һоҡланғыс косметик үҙен­сәлеккә эйә.
Зәйтүн майын биткә, тән­гә, сәскә һылайҙар, эсергә лә мөмкин. Ул тирене шымарта, тырнаҡты нығыта, йәшәртеү үҙенсәлегенә эйә.
Парфюмерия. “Был донъ­я­ла иң серлеләре – ҡа­тын-ҡыҙ һәм хушбуй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Гүзәл зат тәмле еҫте иренең кү­ңелен яулау, хистәрҙе яңыр­тыу өсөн ҡуллана. Мосолман донъяһында концентрациялы хушбуй киң фай­ҙа­ла­ныла. Уларҙың составында спирт юҡ, еҫе оҙаҡ һаҡлана.
Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу. Мосолман һаулығына, күңел торошона зыян килтерер аҙыҡты ҡулланмай. Шун­лыҡтан ҡатын-ҡыҙҙы, әл-хәмдү лил-ләһ, төрлө сир урап уҙа. Өҫтәүенә күңел сафлығы, тормошто, яҡын­дарын яратыу гүзәл затты бәхетле, нурлы йөҙлө итә. Тимәк, уның тормошо ла бәрәкәтле була.




Вернуться назад