“Тауҙарығыҙҙы оҡшатып килгәйнек, телегеҙ ғашиҡ итте”04.03.2016
“Тауҙарығыҙҙы оҡшатып килгәйнек, телегеҙ ғашиҡ итте” Өфөләге Америка-Башҡорт интерколледжында эшләгән АҠШ граждандары тураһында бығаса матбуғаттан, интернеттан уҡып, кешенән ишетеп кенә белә инем. “Улар башҡорт телен белә, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһына”, – тиһәләр, ныҡ аптырай торғайным. Шик тә тыуғыланы. Рәсәйҙең төпкөлөндә, Урал тауҙары ҡуйынына һыйынып йәшәп ятҡан бәләкәй генә милләттең теле хаҡында әллә ҡайҙа, океан аръяғында ишеткәндәр ҙә өйрәнергә килгәндәр, имеш... Шулай ҙа ирле-ҡатынлы Линдси һәм Крейг менән танышҡас, икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты.

Пигейҙар ғаиләһенең Өфөләге кафеһында ос­раштыҡ. Улар улдары Даниил менән ҡыҙҙары Аделинаны ла алып килгән ине. Баҡһаң, әле Линдси ошо ике бәләкәй балаһын ҡарап өйҙә генә ултыра икән. Өлкәненә – 2 йәш, бәләкәйенә ни бары 7 ай бит.
– Бөгөн тәрбиә, көнкү­реш мәшәҡәттәре менән мәшғүлмен, шуға интерколледжда эшләмәйем. Крейг та, кафе асып, биз­несҡа башкөллө сумды, сөнки балаларҙы үҫтерер­гә кәрәк, өҫтәүенә банк кредиты ярҙамында Өфө янынан шәхси йорт һатып ал­ған­быҙ, – тине ҡатын. – Бер аҙ нығынып алғас, тел өйрәнеүҙе дауам итәсәк­беҙ, әлбиттә. Улыбыҙға ла, ҡыҙыбыҙға ла инглизсә, урыҫса һәм башҡортса мотлаҡ белеү талабын ҡуясаҡбыҙ.
Үҙен башҡортса Ләйсән тип таныштыра икән ул. “Линдси” һүҙенең мәғәнәһе “сафландырыусы” тигәнгә тап килә, ти. Ләйсән дә бит – яҙҙың тирә-яҡты сафлан­дырған тәүге йылы ямғы­ры. Балаларының да икенсе исемдәре бар: улдарын – Илнур, ҡыҙҙарын Мари тип йөрөтәләр.
– Нисек кенә булмаһын, кеше барыбер ғаиләһендә үҙ телендә аралашырға тейеш, – тип һүҙгә ҡушыл­ды Крейг. – Линдси менән беҙ балаларға гел инглиз­сә өндәшәбеҙ. Уларҙың аңына туған моңдар, милли тойғолар бәләкәй саҡ­тан һеңә барһын, тибеҙ.
Ни сәбәптән Рәсәйгә, Өфөгә килергә булып ки­теү­ҙәре хаҡында һораным. Пигейҙар бер-береһенә йылмайып ҡарашты ла һүҙ Линдсиға бирелде.
– Беҙ 1996 йылда Мәс­кәүҙә таныштыҡ, – тип баш­ланы ул. – Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығы департаменты саҡырыуы буйынса тәжри­бә алмашыу маҡсатында дүрт айға тип юлланғай­ным, сәфәрем оҙаҡҡа һу­ҙылды ла китте. Крейг саҡ ҡына һуңғараҡ килде, етем балаларҙы тәрбиәләү ме­нән шөғөлләнә ине. Илдең баш ҡалаһында күрешеп йөрөһәк тә, ҡауышыуы­быҙ­ға фәҡәт Башҡортостан сәбәпсе булды. Крейг бит тауҙарҙы ныҡ ярата. Ҡайҙа бейек түбәләр бар икән тип картаны асып ҡарағай­ныҡ, Уралды күрҙек. Өфө­лә Америка-Башҡорт интерколледжы ла эшләй икәнен белгәс, ҡыҙыҡһы­ны­уыбыҙ бермә-бер артты. Башҡортостанды күрергә генә ине иҫәбебеҙ. Мин, урыҫса яҡшы белгәс, тәр­же­мәсе сифатында ғына саҡырылғанмындыр, тип уй­ланым. Яҙмыштыр инде...
Мөхәббәт, ғаилә тарихын шундай мауыҡтырғыс, хатта хисләнеп иларлыҡ итеп һөйләйҙәр. Таныштары уларҙы Башҡортос­тандың хозур төбәгенә – Ҡариҙел районына – ял итергә алып барған. Крейг менән Линдсиның йөрәк­тәрендә бер-береһенә ҡа­рата йылы хистәр тап шунда ҡабынған да инде. Егет ҡыҙҙан ата-әсәһенең телефонын һорап алған. “Ни­мәгә кәрәк булды икән?” – тип аптыраһа ла, төпсөнөп тормаған Линдси. Крейг шул уҡ көндө кис Амери­калағы буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенә смс-хәбәр ебә­реп, үҙен таныштырып, ҡыҙҙары менән осрашып йөрөргә рөхсәт һораған икән. Ризалыҡ алғас, ир­тәгәһенә һөйгәненә икәү­ләп кәмәлә йөҙөргә тәҡдим иткән...
– Америкаға ҡайтҡас та, ул атай-әсәйем менән яҡындан танышыр өсөн Канзас-Ситиға килде. Аҙаҡ мин уларға – Орегон штатына – барҙым, – тип да­уам итте Линдси. – Бер мәл Крейг менән уларҙың шта­тындағы иң бейек тауға мен­дек. Шунда ул алдымда тубыҡланды ла кеҫә­һе­нән ҡашлы йөҙөк сығар­ҙы.
Крейгтың исеме ҡая тигәнде аңлата икән. “Уның янында үҙемде ҡаяға ышыҡ­ланғандай тыныс тоям”, – ти ҡатыны.
Өфөгә Пигейҙар 2010 йылда килгән. “Бында бик оҡшай, – тиҙәр. – Мәскәү ҙур ҡала булғас, унда шау-шыу күп, ә Өфө ҡупшыраҡ, халҡы ихлас. Рәсәйҙәр ҡунаҡсыллығы менән хайран итә, Башҡортостан кешеләре, башҡорттар иһә бигерәк тә алсаҡ, йомарт”. Шуға ла дуҫтары күп Линдси менән Крейгтың. Улар менән ял итеү маҡсатында республикабыҙҙың байтаҡ төбәгендә булғандар: Нуриманда, Архангелдә, Белоретта, Әбйәлилдә, Бай­маҡта... Крейг, таулы ерҙә тыуып үҫкәс, Уралдың тәби­ғәтен үҙ күрә. Айырыу­са ҡыш көндәрендә саңғы кейеп сәйәхәт итергә яратам, ти.
Башҡорт телен нисек өйрәнә башлауҙары ха­ҡында ҡыҙыҡһынғас, өлкән Пигейҙарҙың икеһе лә үҙ фекерен әйтергә ашыҡты.
– Һеҙҙең телдә бит ин­глиздәрҙеке һымаҡ өн­дәр күп, – тине Крейг. – Мәҫә­лән, ҙ, ҫ, ң. Мине шул яғы ылыҡтырҙы. Башҡорт теле шундай бай, өйрә­нәһе лә өйрәнәһе. Мәҙә­ниәтегеҙ­ҙең бөйөклөгөнә телегеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын тәрәнерәк төшөнәһең.
– Ирем күберәк грам­ма­тикаға иғтибар бирә, яйлап, әммә дөрөҫ итеп һөйләргә, яҙырға, уҡырға тырыша, – тип өҫтәне Линд­си. – Миңә иһә тиҙе­рәк һөйләшеү, йәнле аралашыу ҡыҙығыраҡ. Теле­геҙгә ысынлап ғашиҡ бул­дыҡ беҙ. Әҙәбиәтегеҙҙе, сәнғәтегеҙҙе яраттыҡ. Башҡорттоң бөйөк шағиры Рәми Ғарипов ижадын өйрәнәм, уның шиғырҙары бик оҡшай. Театрҙарға, концерттарға барғылай­быҙ. Илгә, тыуған ергә һө­йөү, киләсәк алдындағы яуаплылыҡ, рәхмәтле була белеү, мөхәббәт һәм нәф­рәт, тоғролоҡ – әҫәрҙәре­геҙҙәге ошондай темалар һеҙҙең халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күрһәтә. Шу­ныһына иғтибар иттек: һеҙ­ҙә һәр халыҡтың мәҙәниә­те һаҡлана, үҫтерелә. Төр­лө милләт кешеләре бында бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, татыу.
Башҡорт ҡымыҙын бер нисә тапҡыр эсеп ҡара­ғандар икән. “Тәүгеһендә оҡшаманы, ә икенсе урында, ябай кешенән һатып алынғаны тәмле ине”, – тиҙәр. Милли ризыҡта­ры­быҙҙан шулай уҡ бишбар­маҡты, ваҡ бәлеште, бауырһаҡты тәмләгәндәр, оҡшатҡандар. Башҡорт балын Линдсиның атаһы ныҡ ярата икән, шуға Амери­ка­ға ҡайтҡан һайын күс­тә­нәскә берәй сирек алалар. Крейг көн дә тиерлек эшкә талҡан ашап китә, ти, сөнки был аҙыҡ туҡлыҡлы ла, файҙалы ла.
– Миңә һеҙҙең милли бейеүҙәрҙәге тыпырҙатып баҫыу шул тиклем оҡшай, – ти Линдси. – Бала саҡта ун йыл самаһы балет мәктәбендә шөғөллән­гәй­нем. Башҡорт бейеүсе­ләрен ҡарап һоҡланам: улар ҡулдары, бармаҡ­тары менән балеттағынан да матурыраҡ хәрәкәттәр яһай! Төрлө ритмға күсеп китәләр: берсә дәртле итеп тыпырҙаталар, берсә ҡанатланып осалар...
“Ни өсөн һеҙ кафе асырға булдығыҙ? Исеме лә үҙенсәлекле – “Чат хаус”. Бизнеста тәжрибәгеҙ бар инеме?” – тип һо­ра­ным. Крейгтың аңлатыуын­са, кафены “аралашыу йорто” тип атау юҡтан тү­гел: улар бында инеп, ҡәһүә һатып алған һәр кем­гә ярты сәғәт буйы ин­глизсә әңгәмәләшеп, телен шымартырға, йәғни иркен һөйләшеп өйрәнергә мөм­кинлек бирә. Ә Пигей­ҙар аралашырға ярата!.. Ҡай­һы саҡта уларға Өфө­ләге интерколледжда уҡытҡан яҡташтары ла ярҙамға килә. Кафеға башлыса халыҡ-ара кимәлдә хеҙ­мәттәшлек алып барыусылар, сит илгә ялға юлла­ныр­ға йыйыныусылар мөрә­жәғәт итә икән. “Ябай студенттан алып ҙур ком­панияның генераль директорына тиклем күптәр йөрөй, – ти Крейг. – Америкала ундай күренеш ҡәҙимге былай: кешеләр аралашҡанда, ғәҙәттә, социаль статусына ҡарамай”.
Ҡәһүәханалар һеҙҙең илдә әлегә киң таралма­ған, тигән фекерҙә Америка граждандары. “Чат хаус” һымаҡтарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалала­рында ғына табырға мөмкин икән. Шулай ҙа Пигейҙар, көнәркәшлектең юҡлығынан файҙаланып, кәсебенә илке-һалҡы ҡа­рамай, төп иғтибарҙы си­фатҡа йүнәлтә. Крейг­тың әйтеүенсә, Рәсәйҙә бизнес башлауы ауы­ры­раҡ, эшлә­үе еңелерәк, Америкала иһә – кире­һенсә. “Беҙҙә сифатһыҙ хеҙмәтлән­дер­гән өсөн судҡа биреү, компенсация түләтеү – ғәҙәти хәл. Күп­тәр клиенттар алдында өлтөрәп тора, – ти ул. – Рәсәйҙә йәшәһәк тә, беҙҙең кафе Америка­ла­ғыса ойош­торолған: ха­лыҡҡа ярарға тырышабыҙ. Әлеге хеҙмәткәрҙәре­беҙ­ҙең бер нисәүһен башҡорт­са беле­үенә ҡарап эшкә ҡабул иттек”.
Әйткәндәй, сайттарында ла мәғлүмәт өс телдә – инглизсә, урыҫса һәм баш­ҡортса – бирелгән. Крейг үҙе эшләгән икән уны – бәләкәйҙән программалау менән шөғөлләнгән бит. “Тормош бөтә нәмәгә лә өйрәтә. Элек гел атайым мәрхүм ярҙамға килә тор­ғайны, хәҙер үҙемә тото­норға тура килә, – ти ғаилә башлығы. – Кафеның биҙә­лешен дә башҡа кешегә ышанып тапшыра алманым, әле өй шарттарында ҡәһүә ҡыҙҙырыу буйынса ла оҫтарып киттем...”
Линдси бер ҡыҙыҡ хәл­де иҫенә төшөрҙө. Бер мәл, Рәсәйҙә оҙаҡ ҡына булғандан һуң Америкаға ҡайтҡас, ул әсәһенә: “Сәй эсеп алайыҡ әле”, – тип өндәшкән. “Аһ, эс һуң, сәй­нүк ана тора”, – тигәндәр уға. Линдси аптыраған, әлеге яуап тупаҫ булып тойолған. “Мин бит “сәй эсәйек” тим! Нисек инде яңғыҙ эсмәк кәрәк уны?!” – тип үҙе уйға һалған шунан туғандарын. Беҙҙең өсөн табын тәү сиратта ара­лашыу урыны бит инде.
Пигейҙар менән күберәк әңгәмәләшкән һайын улар­ҙың рухи азатлығына, һәр нәмәгә ижади ҡарашына, тәүәккәллегенә һоҡланыу арта. Ҡайһы саҡта тап улар кеүек бүтән милләт, бүтән ҡитға вәкилдәре беҙ­ҙең телгә, мәҙәниәткә то­сораҡ файҙа килтерә шул.




Вернуться назад