Рәсәйҙә 8 Март көнө тәүге тапҡыр Санкт-Петербургта 1913 йылда Көнбайыш йәмғиәтендәге киң таралған сара булараҡ байрам ителгән. Тарихи яҡтан был көн хоҡуҡтар тиңлеге өсөн көрәшеүсе ҡатын-ҡыҙға теләктәшлек күрһәтеү булараҡ барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә 8 Март гүзәл зат өсөн иң күркәм байрам һанала, йәғни ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә гөлләмәләре, бүләктәр һәм күңелдәрҙе иретерлек йылы һүҙҙәр ҡабул ителгән сағыу көн.
Ҡатын-ҡыҙ заман менән бергә атлай, тормоштағы урыны үҙгәрә, илһамланып ижад итә, ил һәм республика ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индерә, социаль мәсьәләләрҙе ҡыйыу хәл итә, иҡтисадтың бөтөн тармағында ла ең һыҙғанып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Хоҙай тарафынан нәҡ ошо затҡа ғына тәғәйенләнгән изге бурысын да атҡара — әсә була, балалар тәрбиәләй, ғаилә усағын дөрләтә, уға ҡот һәм йәм өҫтәй. Әле Башҡортостанда 34 мең күп балалы ғаилә бар, һәм уларҙа 112,9 мең үҫмер йылы мөхиттә тәрбиәләнә. Шул иҫәптән өс бала үҫтергәндәренең һаны — 26293, ә дүрт балалылары — 5325. Төбәгебеҙ әсәлек капиталына эйә булыусыларҙың күплеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәр айырыуса ҙур хөрмәткә лайыҡ — "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнә. 5700-ҙән ашыу әсәнең күкрәген биҙәй ул. Балалар пособиеһы күләме лә үҫеш яғына үҙгәрә. Быйыл, мәҫәлән, сабый тыуғас бирелә торған матди ярҙамдың күләме 14266 һум тәшкил итә.
Әлбиттә, барлар һәм баһалар саралар байтаҡ. Шулай ҙа проблемаларҙы күрмәү ҙә мөмкин түгел. Былтыр ноябрҙә Өфөлә үткән V Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ла байтаҡ мәсьәлә күтәрелде, улар тураһында власть органдарына еткерелде. Йәмғиәттә әсә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы мәсьәләләрҙе үҙәккә ҡуймай тороп, закон буйынса ҡаралған талаптарҙың үтәлеүенә, эш биреүселәрҙең яуаплылыҡ алыуына тулыһынса өлгәшеп булмаясаҡ, тине әсәләр. Әлегә эш биреүселәрҙә балалыларға ҡыҫҡартылған хеҙмәт көнө булдырыу өсөн ҡыҙыҡһыныу юҡ. Эшкә алырға ашҡынып тормауҙары ла сер түгел. Мәшғүллек үҙәктәрендә 18 мең самаһы ҡатын-ҡыҙҙың эшһеҙ булараҡ теркәлеүе лә — уйландырған мәсьәлә.
Республикала 2,2 миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәй, йәғни дөйөм халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. 1000 ир-атҡа уртаса 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Замана ҡатын-ҡыҙының иҡтисадтағы әүҙемлек кимәле — 61 процент, мәшғүллек кимәле — 56 процент. 919 мең хеҙмәткәрҙең 57 проценты — юғары йәки урта һөнәри белемле. Әммә хеҙмәткә түләүҙә был сағылмай, эш хаҡы көслө заттыҡына ҡарағанда түбәнерәк. Студенттар араһында ла ҡыҙҙар күп. Быйылғы уҡыу йылында республика юғары уҡыу йорттарында 90,1 мең ҡыҙ (57 процент) белем ала. Уларҙың күбеһе гуманитар йүнәлеште һайлаған. Техник университеттарҙа 38 проценты уҡый. Йылдан-йыл аспирант һәм докторлыҡ дәрәжәле ҡатын-ҡыҙ һаны арта.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, көсһөҙ зат тип иҫәпләнгән ҡатын-ҡыҙ һәр өлкәлә лә әүҙем, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй һәм эшләй.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.