...Сибайҙа йәшәгән бер апай танышынан тыуған ауылына ҡайтҡанда Ташкит шишмәһенең һыуын алып килеүен үтенә. “Буранбайҙан талантлыларҙың күп сығыуын шул инештең ҡөҙрәте менән бәйләйҙәр. Был һыу, бәлки, миңә лә уй-ниәтемде тормошҡа ашырырға ярҙам итер”, – ти...
Ысынлап та, таланттар төйәге ул Буранбай. Һыуҙан шифа, тауҙан көс-ҡеүәт алған ул-ҡыҙҙары моңо, дәртлелеге, уңғанлығы менән һоҡландырып йәшәй. Сәсән һәм йырсы Буранбайҙың бер нисә вариҫын телгә алыу ҙа күпте һөйләр: әҙәбиәтебеҙ балҡыштары Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, йырсылар Ғаяз Ғәйетбаев, Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаев, Фәттәх менән Хәбир Аралбаевтар, Хәбир Раев...
Белеүегеҙсә, бер нисә йыл элек буранбайҙар Өфөнөң Конгресс-холында ҙур концерт менән сығыш яһаны. Республикала тәүгеләрҙән булып шундай ҡыйыу аҙымға тәүәккәллек иткән халыҡтың йәнтөйәге ниндәй ҡөҙрәт һаҡлай? Заман еле тормош-көнкүрештәренә үҙгәреш индергәнме? Рух шишмәһенең башын кемдәр хәстәрләй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Таулыҡай ауыл Советы хакимиәте башлығы Мәфтуха Сәғәҙиева менән бергә эҙләнек.Ниңә барыһы ла талантлы?Балалағы һәләтте ваҡытында күреп үҫтермәһәң, ул юҡҡа сыға. Буранбайҙа был йәһәттән хәүефләнергә урын юҡ: мәктәптә һәр уҡыусы менән алдан уҡ ныҡлы шөғөлләнеп, аҫылташтай балҡытып ебәрер ысын оҫталар эшләй. “Буранбайҙа тыуып та ҡурай уйнамау, йырлай-бейей белмәү мөмкинме?!” – ти рухы ташып торған сәмсел халыҡ.
Мәктәптә был йәһәттән ирле-ҡатынлы Зарифа менән Фәттәх Аралбаевтар ҙур эш алып бара. Береһе бейеү донъяһына юл асһа, икенсеһе күңелдәрҙә моңға һөйөү уята. Сәнғәт аша тормошто яратырға, матурлыҡты күрергә, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә улар.
Фәттәх Фәррәх улы етәкселегендәге “Буранбай” вокаль ансамблендә шөғөлләнгән малайҙар, йырҙан тыш, төрлө музыка ҡоралы үҙенсәлектәренә лә төшөнә. Айырыуса ҡурайҙы үҙ итәләр.
– Улар – Буранбай сәсән вариҫтары. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙа һәр береһе мотлаҡ уйнай белергә тейеш, – ти Фәттәх Аралбаев. – Дәрестәр мәктәптән һуң ғаиләлә дауам итә – ҡурайҙа һыҙҙырмаған ир-ат юҡ бит беҙҙә. “Нилектән тотош ауылдың талантлы булыуы мөмкин?!” – тип аптырай күптәр. Бының сере ябай. Беҙҙә бит һәләтте үҫтереү балалар баҡсаһынан уҡ башлана. Маҡсатҡа ярашлы хеҙмәт артабан мәктәптә дауам итә. Белем усағында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым хорҙар, ансамбль уңышлы эшләй.
Уҡыусыларым йыр конкурстарында даими ҡатнаша – шунһыҙ үҫеш юҡ. Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаевҡа лайыҡлы алмаш булып, Ильяс Ҡотоев, Морат Ғәйетбаев, Нух, Фәрүәз һәм Вилдан Ҡотоевтар, Буранбай менән Салауат Аралбаевтар үҫеп килә.
Ауылдың йырға һәләтле ир-атынан тупланған төркөмгә лә етәкселек итәм. Даими шөғөлләнергә тырышабыҙ. “Буранбай триоһы” хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ҡустым Фәттәх Аралбаев һәм Хәбир Раев менән берлектә сығыш яһайбыҙ.
Етәксе менән аралашҡан арала мәктәп ансамблендәге малайҙар ҡурайҙа бер нисә көй һыҙҙырып алды, йырлап та күрһәтте. Араларында Инсаф Ишбирҙин бөтөн түңәрәктәрҙә лә шөғөлләнә, өҫтәүенә тик “бишле”гә уҡый икән. “Барыһына ла ваҡытты нисек еткерәһең?” тигән һорауға ул: “Теләк булһа, һәммәһенә лә өлгөрөргә мөмкин”, – тип яуап бирҙе.
Ә ваҡыттары, ысынлап та, тығыҙ уҡыусыларҙың. Дәрестән һуң өйгә ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙам итәләр ҙә йәнә мәктәпкә йүгерәләр. Түңәрәктәргә барыһы ла ҙур теләк менән йөрөй. Шуға ла уҡыуҙа ғына түгел, йыр-бейеүҙә лә, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй буранбайҙар.
“Гран-при беҙҙеке булырға тейеш!”Фәттәх Фәррәх улының йыр-моңонда “ҡойонғас”, икенсе түңәрәк барған бүлмәнең ишеген шаҡыныҡ. Унда “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксеһе Зарифа Аралбаева дәрес бирә ине.
Буранбайҙар “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында даими ҡатнаша һәм гелән призлы урын ала. Төрлө йылда яңғыҙ башҡарыусылар еңеүселәр рәтенә сыҡҡан, былтыр иһә ансамбль өсөнсө баҫҡысты яулаған. “Ярты юлда туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Гран-при беҙҙеке булырға тейеш!” – ти беренселекте биреп өйрәнмәгән дәртле буранбайҙар.
“Еҙ үксә” төркөмөнөң етәксеһе Зарифа Аралбаева – ошо райондың Мерәҫ ауылы ҡыҙы. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең 24 йылын йәш бейеүселәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған.
– Өс төркөм булдырылды. Һәр береһе менән аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ, – ти етәксе. – Барлыҡ балаларҙың түңәрәккә теләп килеүе яңы үрҙәргә ҡанатландырып ебәрә кеүек. “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Ҡара юрға”ны айырыуса яратып өйрәнәләр. Үҙем һалған “Дуҫлыҡ”, “Сәскә ҡыҙ” бейеүҙәре лә ҙур ихласлыҡ менән башҡарыла.
Зарифа Аралбаева хаҡында районда легенда йөрөй, тиергә лә мөмкин. Күптәр уның һәр баланы сәхнәгә сығарып бейетә алыуына хайран ҡала, хикмәт ниҙә икәненә төшөнөргә тырыша. Әлеге лә баяғы шишмәнең шифалы һыуына бәйлеме был? Әллә ҡатындың үҙенең йәшерен сере бармы? Зарифа ундай ҡыҙыҡһыныуҙарҙы йылмайып ҡабул итә.
– Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, – тине әле лә ихласлыҡ менән. – Шулай икән, баланы ла бейеү серҙәренә төшөндөрөргә мөмкин. Тәү сиратта уның менән уртаҡ тел табыу мөһим. Етешһеҙлеге күренгән хәлдә лә күңелен ҡыйырға ярамай. Бала көйҙө йөрәге менән тойғанда ғына бейергә өйрәнә. Тимәк, беҙҙең өсөн иң мөһиме – һәр уҡыусыны ихтирам итеү, уның көсөнә ышаныу. Эшеңде мөкиббән яратырға кәрәк. Үҙемә килгәндә, тормошомдо бейеүҙән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уның менән йәшәйем, тын алам. Баланы – сер йомғағын – аҡрынлап асып-һүтеп, балҡытып ебәреү күңелгә һүҙ менән аңлатып булмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек бирә.
Зарифа Аралбаеванан тәүге һабаҡ алған уҡыусылар араһында ғүмерен ошо һөнәргә бағышлағандар байтаҡ. Мәҫәлән, үҙенең улы Хәбир – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Азат Буранбаев – Учалы, Фәйрүзә Абыҙгилдина Сибай филармонияларында эшләй. “Еҙ үксә”нән сәсрәгән осҡондар башҡа урындарҙа ла гөлтләп ҡабынып китә: ансамблдә шөғөлләнгән уҡыусылар артабанғы белем усаҡтарының бейеү түңәрәктәрендә йондоҙға әүерелә. Уҡытыусы өсөн ҙур бәхет бит был!
Талантлы ғаиләне төрлө урынға саҡырыусылар күп була. Ләкин атайсалына хыянат итмәй Аралбаевтар. Тәбиғәттән бирелгән һәләте, тырыш хеҙмәте аша тыуған төбәгенең данын арттырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен дауам итәләр. Шундай остаздары барҙа сәхнәләрҙе нисек балҡытмаһын буранбайҙар?! Талант, һәләт, дәрт киләсәктә лә һүнмәйәсәк әле бында. Тик ауылда йәшәп, ижад итеп, әллә күпме йырсы, бейеүсе тәрбиәләгән ошондай оҫталарҙың хеҙмәте ваҡытында баһаланып та барһын ине. Эйе, Фәттәх Аралбаевҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелгән. Зарифа ла ошондай баһаға күптән лайыҡтыр бит... Арабыҙҙа уның кеүектәр күп түгел, ҡәҙерҙәрен белеү зарур.
Ауылдағы ир-егеттәр ансамбленә килгәндә, унда төрлө һөнәргә эйә 12 кеше шөғөлләнә. Фәттәх Аралбаев етәкселегендәге төркөм 2007 йылда барлыҡҡа килгән. Тиҙ арала ауылдың ғына түгел, райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән ул. Тамашасылар ансамблдең һәр сығышын көтөп ала, алҡышҡа күмә. “Әсәйемә хат”, “Йәш беҙҙең йөрәктәр” кеүек йырҙары күптән хитҡа әйләнгән. Илдар Балхин, Салауат Үтәбаев, Хәбир Раев, Сәлимгәрәй Усманов – ансамблдең төп көсө.
Исеменә күрә – есемеАуыл мәҙәниәт йортонда 2002 йылдан эшләп килгән “Гәүһәркәй” ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбленә клуб мөдире Сәлимә Усманова етәкселек итә. Коллектив ағзалары араһында ағинәйҙәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә бар. Иң өлкән инәйгә – 79 йәш.
“Гәүһәркәй”ҙәр районда ғына түгел, республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Халҡыбыҙҙың онотола барған йырҙарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен йәш быуынға еткереү, өйрәтеү маҡсатында төрлө фольклор байрамдарын сәхнәләштергән төркөмдө һәр ерҙә көтөп алалар. Ауылда ойошторолған “Ҡатыҡ байрамы”, “Картуф байрамы”, “Яҙҙы ҡаршылау”, “Баш ите” кеүек саралар, Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре лә “Гәүһәркәй”ҙәрҙән тыш үтмәй.
– Төркөм ағзалары шул тиклем әүҙем, – тип ҡыуана Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы. – Саҡырғанды көтмәй, йыйылырға әҙер генә торалар. Һәр береһе башҡорт милли кейемен үҙ аҡсаһына тектерҙе, селтәр-ҡашмау эшләтеп алды.
Ижад итеүгә маһир беҙҙең ҡатын-ҡыҙ. Мәҫәлән, “Яратам һине, тормош!” республика конкурсында Гөлнур Раева, үҙе яҙған шиғырҙы һөйләп, II урынды яуланы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ижад бәйгеһендә иһә районда Әлмира Раеваға тиңләшеүсе табылманы.
Ансамблдә күпселекте Буранбай ҡыҙҙары тәшкил итә. Ошо ауылда тыуып үҫеп, кейәүгә сығып, балалар үҫтергән улар. Араларында талантлыларға – Марсель, Фәрүәз, Нух, Вилдан һәм Гөлнараға – ғүмер бүләк иткән Гөлсирә Ҡотоева, Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, йырсы Юнир Һағынбаевтың әсәһе Фәриҙә Әшрәф ҡыҙы утыҙ йылға яҡын район һабантуйҙары, башҡа саралар өсөн тирмәләр ҡороуҙы, ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойоштороусы Ҡафиә Буранбаева һәм башҡалар бар.
“Әхирәттәр”ҙең
уртаҡ серҙәреАуыл китапханаһы 2001 йылда асылған. Фондта – 4 800 дана баҫма.
Китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева әйтеүенсә, буранбайҙар – әҙәбиәт һөйгән халыҡ. Шуға күрә бер баҫма ла саң йыйып ятмай, яҙыусылар менән осрашыуҙар ҙа даими һәм йәнле үтә. Былтыр, Әҙәбиәт йылында, районда ойошторолған “Ҡөҙрәтле һүҙ” эстафетаһында ауыл халҡы өсөнсө урынды алыуға өлгәшкән. Яҡташ әҙиптәренең ижадына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында иһә Ильяс Ғәйетбаев беренселекте яулаған.
Китапхана ҡарамағында “Әхирәттәр”, “Таңсулпан”, “Атайсал”, “Оҫта ҡулдар” тигән клубтар эшләй. Шуларҙың тәүгеһе менән яҡындан танышырға булдыҡ. Бында тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ төрлө йүнәлештә эш алып бара. Тәрбиәүи темалар буйынса фекер алышалар, уҡыған әҫәрҙәре хаҡында һөйләшәләр, көнүҙәк проблемаларҙан сығыу юлын эҙләйҙәр. Шулай уҡ бәйләү, сигеү, гөл үҫтереү, аш-һыу әҙерләү һымаҡ мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалмай.
Миҙгелгә ярашлы китапхананың һыуығыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, клубтың эше туҡталып ҡалмаған. Уның ағзалары Яңы йылды, Ватанды һаҡлаусылар көнөн ойоштороуҙа яҡындан ҡатнашҡан. Әле иһә 8 Март байрамына әҙерләнәләр.
Һуғыш ветеранының тоғро дуҫы – “Башҡортостан” гәзитеТамыры ныҡлының бөгөнгөһө ышаныслы, ти халыҡ. Республикабыҙға бихисап шәхес бүләк иткән Буранбайҙа ла тарихын хөрмәт иткән, ата-баба рухына тоғро, һәр саҡ алға ынтылған милләттәштәребеҙ йәшәй. Тап ошо сифаттар төпкөл ауылдарҙы бейеклектә тота ла бит!
Ауылдағы иң өлкән кешеләрҙең береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәбих Нәүширванов “Башҡортостан” гәзитен әле булһа күҙлекһеҙ уҡый икән! Быны ишеткәс, яугир олатай менән яҡындан танышырға ашыҡтыҡ.
Ҡәһәрле һуғыштың бар михнәтен үҙ иңендә татыған, ике тапҡыр контузия алған, улдарын, ҡатынын юғалтып, әле килене Рәмзиә апайҙың тәрбиәһендә йәшәгән Зәбих Исламғол улының зиһене яҡты, хәтере шәп, күҙе үткер. Ысынлап та, һаман да яратҡан баҫмаларынан айырылмай. Элек-электән алдырған “Башҡортостан”, “Һаҡмар”, “Аргументы и факты” гәзиттәрен һәр саҡ көтөп алып, баштан аҙаҡҡаса уҡып сыға. Һуңынан иһә ауылдаштарына ҡарарға бирә.
Олатайҙың һөйләүенсә, ул Беренсе Белоруссия фронтында Украинаны, Белоруссияны, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Элемтәсе булараҡ, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршы алған. Ҡаһарман яугир II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. Әле лә, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гелән еңеүгә ынтылып йәшәй Зәбих Нәүширванов. Ҡартлыҡҡа бирешергә иҫәбе юҡ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһай, ҡыш ҡар көрәй, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урамдағы ҡоҙоҡтоң һалҡын һыуы менән ҡойона!
Әйткәндәй, Буранбайҙағы башҡа өлкән йәштәгеләр ҙә һаулығына зарланмай. Барыһы ла тиерлек сәләмәт тормошҡа ынтыла. Араларынан 82 йәшлек Ишбулды олатай Хәмитовты үҙе яһаған саңғыһы менән урманға юл тотҡанында осраттыҡ. Бер аҙ аралашыу форсаты ла тейҙе.
– Хәрәкәттә – бәрәкәт. Саңғы эшләп алдым бына. Көн дә йөрөп, тәнемде яҙып алам, – тип кинәнеп кеткелдәне олатай. Уның саңғыла йәштәрсә таһыллыҡ менән йөрөүенә һоҡланып ҡарап ҡалдыҡ. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Йәштәргә хаҡ юлды күрһәтер өлкәндәр күп Буранбайҙа.
1927 йылғы Нурия Үтәбаеваны ла һәр кем ихтирам итә. Бәғзеләр уны “Кендек инәһе” тип хөрмәтләһә, икенселәре имләгәне, ҡот ҡойғаны өсөн рәхмәтле. Инәйҙең шифалы ҡулдары кемгә генә ярҙам итмәгән! Әле лә ул ярҙам һорап килгәндәрҙе бороп сығармай, ҡулынан килгәнсә дауалай.
Өлкәндәрҙән өлгө алыпАуылдың бер яғында Йәштәр урамы барлыҡҡа килгән. Йорттар күркәмерәк, төҙөрәк күренә бында, хужалары ла дәртле, етеҙ.
Йәш ғаиләләрҙең береһе – Гүзәл менән Ришат Әминевтәр – тиҙҙән өй туйларға йыйына. Әле йортта эш ҡайнай: бүлмәләр бүленә, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ үткәрелә. Азалия, Айгиз һәм Баязит исемле балалар үҫтергән ғаилә йортто Әсәлек капиталы ярҙамында төҙөгән. Быға ҡәҙәр 15 йыл ҡайны-ҡәйнәһе менән торған улар. Өлкәндәр өлгөһөндә баҡса үҫтереп, күпләп мал аҫрап йәшәргә хыялланалар.
– Өйләнешкәс, бер аҙ Өфөлә лә торорға тура килде, – ти Гүзәл. – Фатирҙы арендаға алыу хаҡы бик юғары булғанлыҡтан, иремдең тапҡаны уға түләүгә генә етә ине. Уйланыҡ та ауылға ҡайтырға ҡарар иттек. Быға һис тә үкенмәйбеҙ. Тырышлыҡ булһа, ауылда бынамын итеп йәшәргә мөмкин.
Ир-егеттең ҡулындаАуылдың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Шәмсетдин Һағынбаев әйтеүенсә, Буранбайҙа күптәр мал ярҙамында донъя көтә, балалар үҫтерә. Ленин исемендәге хужалыҡ кооперативы фермаһында 15-ләп кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Ситкә йөрөп эшләгәндәр ҙә бар. Ғөмүмән, халыҡ ҡул ҡаушырып ултырмай. Барыһы ла күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.
Ғаиләлә, йәмғиәттә ир-егеттең абруйын күтәреү, үҙ бурысын белгән ысын хужалар тәрбиәләү маҡсатында барлыҡҡа килгән ҡорҙа ете кеше ағза булып тора. Улар шулай уҡ ауылдағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын өйрәнеп, аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Кәрәк икән, етәкселеккә лә еткерәләр. Һөҙөмтәлә былтыр, мәҫәлән, Буранбай халҡы, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, зыяратты кәртәләп алыуға өлгәшкән.
Хәҙер иһә Һаҡмар аша яңы күпер һалып, йылғаның икенсе яҡ ярындағы халыҡтың көнкүрешенә еңеллек өҫтәү, “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү, клубҡа ремонт яһау кеүек мәсьәләләр хәл ителеүҙе көтә. “Сәнғәтебеҙ күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыҙған Буранбайҙа өр-яңы мәҙәниәт йорто төҙөү ҙә, һис шикһеҙ, үҙ-үҙен аҡлар ине”, – тигән фекерҙә ауыл халҡы.
* * *
...Баймаҡтың төпкөлдә ятҡан бәләкәй ауылының һәр йортонда башҡорттоң мәшһүр йыры “Буранбай” яңғырай. Олоһо ла, кесеһе лә ҡурай көйөнә иҙәндәрҙе һелкетеп бейеп ала. Күңелдәрендә – моң, ҡараштарҙа – осҡон. Тормош көйөнә бирешмәй улар. Үҙҙәренсә, буранбайҙарса, йәшәй бирә. Ә түрҙә моң бишеге талғын ғына бәүелеүен дауам итә...