Раян Мырҙабаев: “Һабантуйҙарҙа алған һарыҡтарҙы 160-ҡа тиклем иҫәпләнем дә, ҡалғанын — юҡ... Мин нимә ул, ана, дуҫым, күрше Төрөмбәт ауылынан Вәкил Ильясов 600-ҙән ашыу тәкә алған! Күп тапҡыр Башҡортостандың абсолют чемпионы, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, Рәсәйҙең көрәш буйынса спорт мастеры...” Тарихыбыҙ тәрән был ерҙәМораҙым — Меркет-меңлеләрҙең төп ауылы. Меңлеләр Урыҫ дәүләтенә ҡушылып, батшанан ерҙәренә хоҡуҡ биреүсе грамота алғандан һуң бер генә исем менән — Мең волосы булып — йөрөгән. Ә 1671 йылдың 9 февралендә ырыу вәкилдәре Рәсәй батшаһы Алексей Михайловичтан 11 аймаҡҡа ерҙәрен бүлеүен һорап барған. Береһе Аҡҡунда Аҡманов булған. Меркеттәрҙең туранан-тура бабаһы ул.
Тәүҙә Меркет тигән төп ауыл барлыҡҡа килә. Ул 1735 йылға тиклем — Табын крепосын төҙөгәнсе — генә тарихҡа билдәле. Яҡынса алғанда, Аҡкүл буйында (хәҙерге Ғафури районы Антоновка ауылы урыны) нигеҙләнгән. Ләкин Кириллов экспедицияһына ҡаршы башҡорттар баш күтәрә, сөнки Табын крепосы өсөн Табын һәм Мең ырыуҙарының ерҙәре тартып алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батша армияһы баш күтәреүселәрҙе аяуһыҙ ҡыра. Иҫән ҡалған меркеттәр Биллеҡылыс, Өршәк йылғалары буйына күсенә. 1774 йылда элекке Меркет-Мең волосы старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов исеме менән теркәлә.
Мораҙым — батырҙар төйәге. Мәҫәлән, поляк ихтилалын баҫтырыу өсөн батша башҡорттарҙан өс меңлек ғәскәр һорай. Араларынан 11 казак — был ауылдан. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында, 1813 — 1814 йылғы сит ил походтарында ҡатнашҡан 13 кешенең исеме билдәле. Уларҙың барыһы ла “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
Тағы шуныһы ҡыуандыра: мораҙымдар ауылдарының 600 йыллығын билдәләп, ҙур китап сығарған саҡта бөтәһен дә төптән, ентекле уйлаған. Бындай китап бик һирәк. Мең, шул иҫәптән Меркет-меңлеләр тарихы, Ҡәнзәфәр кенәздән башлап, дөйөм ырыу-ара шәжәрәләре бирелгән, Граждандар һуғышында, I Бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡандарҙың исем-фамилиялары килтерелгән, ауылдан сыҡҡан шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр, урындағы ауыҙ-тел ижады, ер-һыу атамалары 400-ҙән ашыу биттә баҫтырылған!
Кем үткәнен иҫләй, шуларҙың ейәндәре лә алдағы көндәргә ышаныслы баға. Мораҙым бөгөн дә — батырҙар ауылы. Милли көрәште генә алһаҡ та, уларҙың осона сығырлыҡ түгел. Олораҡ быуындан Фәнил Яхин, Миңлейәр Лоҡманов, Рәмил Вәлитов, Фәрүәз Йосопов, Мәүлетҡол Яҡшин, Әмирхан Мырҙабаев, Сыңғыҙ Иҫәнбаев, Тимерйәр һәм Хәйҙәр Нәҙершиндарҙы атаһаҡ, йәшерәктәрҙән Хәмит Ноғоманов, Илдус Яхин, Илдус Нәҙершин, Венер Йосопов, Ғәлим Лоҡманов, Шәүҡәт Бәхтигәрәевтәрҙе исемләп булыр ине. Әле Илдус Нәҙершин балаларға көрәш серҙәрен өйрәтә. Уҡыусы балаларҙың исемдәрен әлегә атамаһаҡ та, Башҡортостандың, Ауырғазы районының йыйылма командаларына ингәндәрҙән Рушан Ильясовты, Рөстәм Һатлыҡовты бер туған Инсар менән Илдар Килмөхәмәтовтарҙы исемләмәһәк яҙыҡ булыр.
Бөгөнгө һүҙебеҙ Башҡортостандың, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса чемпионы, Рәсәйҙең көрәш буйынса спорт мастеры Раян Абрар улы Мырҙабаев хаҡында булыр.
Тәү ҡараштан тоҡанған ялҡын“Рауза апай ижадығыҙҙа нисек ярҙам итте?” — тигән һорауға Мостай Кәрим: “Ҡамасауламаны”, — тип яуап биргән. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ юҡҡа-барға көнләшеп, мыжып торһа, ир кеше бер ҡасан да эшендә уңышҡа өлгәшмәҫ, тормошонда маҡсатын бойомға ашыра алмаҫ ине. Юҡҡа ғына “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын” тимәгәндәр бит. Раяндың кәләше Гөлназ да гелән шаяртып: “Миҙалдың алғы яғы уныҡы булһа, икенсеһе минеке”, — ти. Һис сер түгел, ижадсыларҙың хәләл ефеттәренә генә түгел, спортсыларҙыҡына ла түҙемлек бирһен, тип теләргә генә ҡала. Улар өйҙә юҡта бар йорт эштәрен, ауылда шуға өҫтәп мал-тыуар ҡарауҙы үҙ иңеңә алып ҡалыу менән бер рәттән, ҡайһы саҡ үҙҙәрен көйләп-сөйләп тормаһаң да булмай. Уңышһыҙлыҡҡа осраһалар, күңел төшөнкөлөгөнә бирҙермәҫкә кәрәк, уңыштарҙан башы әйләнмәһен өсөн дә бер аҙ ергә баҫтырып алыу мөһим. Юҡҡа ғына Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡанда төрлө йән эйәләренең бер ҡылығын алып ҡушмаған икән. Һәр береһен самалап ҡына тотона белгән ҡатындар тормошта уңа: ҡайһы саҡ йыландың юхалығы ла кәрәгеп ҡуя, төлкөнөң хәйләкәрлеге лә. Ә бер ҡатлылыҡ менән ихласлыҡты, мөхәббәтте Хоҙай былай ҙа йәлләмәгән.
...Тәүге осрашыу, күрешеү. Бирермен тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына тигәндәй, ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән Раяндарҙың дөйөм ятаҡ бүлмәһенә һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙ килеп инә.
— Ишбулат ағайым ошонда йәшәйме? — тип һорай ул, серле йылмайып.
Баҡһаң, бер бүлмәлә йәшәгән дуҫы Ишбулат Мырҙашевтың өс туған һеңлеһе Гөлназ икән. Кем ниндәй тойғо кисергәндер, әммә быға тиклем төрлө кимәлдәге ярыш келәмдәрендә һыр бирмәгән батырҙың быуындары тотмай башлай, телһеҙ ҡала. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу киноларҙа ғына була икән тип йөрөгән бәһлеүән менән ысын мөхәббәт китаптарҙа ғына яҙылалыр ул тигән сибәркәйҙең ҡараштары осраша ла... күңелдәре аша серле тойғо йөрәк түренә үтеп инеп, илаһи орлоҡто Мөхәббәт тигән ерлеккә һала.
Ике йыл осрашып йөрөгәс, әкиәттәге Алпамышалай батыр Раян Барсынһылыуҙай Гөлназдың “биле”нән алмаҡ була.
“Халыҡтар килә, халыҡтар килә,
Араһынан берәү килә.
Атланиһә — тау һелкенә,
Йүгерҙиһә — ер һелкенә...
Шунан һуң алты йәшәр Алпамыша тауға менеп, Барсынһылыуҙың ас биленән тотоп, һауаға сорғотоп ебәрә. Барсынһылыу: “Ах, егет, һиңә булам хәләл ефет”, — тигән. Шунан һуң Алпамыша Барсынһылыуҙы үҙ өйөнә алып ҡайта...”
Эх, шулай көрәшеп кенә алыр булһа, Раянға бер ни тормаҫ ине. Ул, ҡулына дипломат тотҡан йәш егет, күпкә ҡатмарлыраҡ, ҡыйыныраҡ юлға сыға — Күгәрсен яҡтарына, Гөлназдың ата-әсәһенә юллана.
Ауыл урамы буйлап атлай егет. Осрағандар күрешкәндә: “Һин телевизор йүнәтеүсе түгелме?” — тигән сәйер һорау биреүенә аптырай. Үҙе “юҡ” тигәнде белдереп башын һелкә лә ары атлай. Комбайнсы Булат ағайҙың өйө кәрәк уға. Хужабикә Фәүзиә апай ҙа ихлас ҡаршылай. Инеүсене аптыратып ул да: “Телевизор йүнәтеүсеме әллә?” — тип һорай. Баҡһаң, ул саҡта нәҡ ошо һөнәр кешеләре ҙур дипломат тотоп өйҙән-өйгә йөрөгән икән. Был осраҡта Гөлназдың ҡустыһы Нияз ярҙамға килә — Раянды һыу төшөргә өгөтләй. Килеүенең сәбәбен дә аңлатып өлгөрмәҫтән, егет йылға буйына ашыға. “Ағай, беҙҙә ҡыҙҙар күп ул, кисен клуб асыла, берәйһен тоторһоң, ҡуна ҡал”, — тип өгөтләй егет ҡорона ла инмәгән малай килеүсене. Ә кискеһен Раян Гөлназдың ата-әсәһенән ҡыҙҙарының ҡулын һорай.
— Йәшһегеҙ әле, өйләнешерһегеҙ. Тәүҙә уҡып бөтөгөҙ, — ти атай кеше.
Гөлназ үҙе өйҙә булмай. Ләкин Раян көтөп тора торған кешеме һуң, икенсе аҙнаһына Стәрле мәҙәни-мәғрифәт техникумының һуңғы курсында белем алған ҡыҙҙы ата-әсәһенә күрһәтергә алып ҡайта.
— Бәрәкәт, килдек, күрҙек. Иртәгәһенә ике һыйырҙы ултырып һауҙым. Ҡәйнәм уҡытыусы ине. Үҙ-ара һөйләшкәндәр ҙә, ике көндән никах уҡытабыҙ, тиҙәр, — ти Гөлназ, ошо саҡтарҙы иҫкә төшөрөп.
Шулай итеп йәш ғаилә барлыҡҡа килә.
— Мин Өфөлә өсөнсө курста уҡыйым. Ул — Стәрлелә. Йома көн эргәһенә бара инем дә, ауылға ҡайтып тороп, шишәмбе тағы уҡырға китәбеҙ. Гөлназ уҡып бөттө, мин һуңыраҡ инде, — тип һүҙгә ҡушыла Раян. — Үҙем диплом алғас, тәүҙә колхозда зоотехник булдым, һуңынан баш зоотехник иттеләр ҙә әлегәсә эшләйем. Бына шулай донъя көтөп алып киттек. Сөмбөл тыуҙы, әле Белорет районы егете Айбулатта кейәүҙә ул. Батырхан исемле ейәнебеҙ беҙҙең ҡырҙа. Улым Арыҫлан Өфөлә Федераль миграция хеҙмәтендә эшләй. Ул да — көрәшсе. Әйткәндәй, Батырхан да уҙған йыл ауыл һабантуйында алты йәшкәсә балалар араһында көрәшеп бәрәс алды. Үҙемә килгәндә...
“Йөҙ алтмышҡа
тиклем иҫәпләнем дә...”Раяндың үҙенә килгәндә, ныҡлап ҡына ҡасан көрәшә башлағанын хәтерләмәй. Алда әйткәнсә, Мораҙым — көрәшселәр ауылы. Шуға ла был шөғөл малай-шалайҙың ҡанына һеңгән.
Ә былай бишенсе класта уҡыған сағында уны Сәлимйән Мырҙабаев көрәш, самбо секцияһына алып килә. Үҙ ауырлығында ике тапҡыр “Йәш батыр” республика турнирында еңеү яулай. Свердловскиҙағы сержанттар мәктәбендә, һуңынан Чита, Улан-удэ ҡалаларында хеҙмәт иткәндә еңел атлетика менән шөғөлләнә. Ә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға ингәс, көрәшкә ныҡлап тотона. Институттың ҡаршыһында Резина-техник изделиелар заводы мәҙәниәт һарайының спорт залы бар, шунда оҫта көрәшселәр Ғәлимйән Ҡоҙаҡаев, Фәнис Уразбахтиндар етәкселек иткән секцияға яҙыла. Тырыш егет тулыһынса спортҡа бирелә. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй, 1981 — 1982 йылдарҙа — республика буйынса приздар, тағы бер йылдан чемпион исемен яулай. Салауат исемендәге, Башҡортостан буйынса үткән башҡа турнирҙарҙа төрлө ауырлыҡ үлсәмендә туғыҙ тапҡыр еңеп сыға, 1987 – 1988 йылдарҙа Бөтә Рәсәй чемпионатында танылыу ала.
— Һабантуйҙарҙа алған һарыҡтарыңды иҫләйһеңме? — тип һорайым көрәш батырынан.
— Әллә, 160-ҡа тиклем иҫәпләнем дә, ҡалғанын — юҡ... — тип көлә Раян. — Мин нимә ул, ана, дуҫым, күрше Төрөмбәт ауылынан Вәкил Ильясов 600-ҙән ашыу тәкә алған! Күп тапҡыр Башҡортостандың абсолют чемпионы, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, Рәсәйҙең көрәш буйынса спорт мастеры...
— Һинеке лә нисауа инде, — тим, ныҡышып, — үҙе бер көтөү бит!
— Шулай инде, — тип килешә Раян. — Бер йылды ғына ла тирә-яҡ район, ауылдарҙан 12 тәкә алдым...
Аптырап, ҡайһы бер райондарҙа Раян Абрар улын көрәшкә сығармайҙар. Йәки алдан: “Бүләк бирәбеҙ, ә тәкә — үҙебеҙҙекеләргә”, — тип иҫкәртәләр. Хәҙер генә бит ул һабантуйҙар бер үк ваҡытта була, элгәре төрлө ерҙә айҙарға һуҙыла ине. Алдан ваҡытын белеп, график төҙөп ҡуя көрәшсе. Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә осрай.
— Мин көрәшергә форсат биргән өсөн ике кешегә рәхмәтлемен. Береһе — ҡатыныма. Икенсеһе — “Урал” колхозы рәйесе Факил Вәкил улы Дилмөхәмәтовҡа. Улар мине һәр саҡ аңланы. Ҡыҙыҡ хәлдәрҙән бер-икеһен яҙһаң ярай. Ҡайһы саҡ малдарға фуражға Талбазыға барырға өҙәрем генә кәрәк. Шул ваҡыт тәүҙә йөк машинаһына фураж тейәйбеҙ, аҙаҡ һабантуйға ашығабыҙ. Ике сәғәт эсендә унда һарыҡ алып, фураж өҫтөнә һалып ҡайтабыҙ. Ҡайһы ваҡыт йыл буйы көтөп, көнөн билдәләп тә һабантуйға барып булмай бит ул. Ә беҙ, матайға атланып, төш ваҡытында еңеп килә торғайныҡ. Бар ине йәш саҡтар...
Йәш саҡтар тигәндән, Мырҙабаев әле лә тик ятмай. Беҙ барырҙан алда ғына ветеран спортсылар араһындағы республика ярышында еңеп, 50 мең һумға теш поликлиникаһына сертификат, Көрәш буйынса федерация дипломын алып ҡайтҡайны.
— Мин дә бер ҡыҙыҡты һөйләйем әле, — тип һүҙгә ҡушыла Гөлназ Булат ҡыҙы. — Бер ваҡыт, яңы костюмдар кейеп, Раян Стәрлегә һабантуйға китте. Кис етте, был юҡ та юҡ. Әллә нимәләр уйлап бөттөм...
— Һүҙеңде бүлдерәм, — тине Раян. — Эш былай булды. Стәрлетамаҡ районына һабантуйға барҙыҡ. Былтыр һарыҡты алып киттең, тип мине көрәшкә индермәнеләр. Шунан ни, Күгәрсендә үтеүен белә инем. Мине, район кейәүе тип, ҡайнымдың колхозы исеменән көрәшкә ҡуйҙылар. Ул саҡта ауыл Советында рәйес инем, водитель менән бергәбеҙ. Барғанда көрәштең самай ҡыҙған ваҡыты ине. Көрәштем. Тәкәне ҡайнымдарға илтеп, һуйып, күстәнәскә яртыһын алып ҡайттым. Беҙҙе әрләмәһен тип, ҡәйнәм күстәнәс тә ебәрҙе. Ҡатын ни, ҡайҙа йөрөйһөң, ти инде...
Бына шулай. Һәр еңеүҙең үҙ тарихы тигәндәй, батырҙың ғүмере китапҡа торошло. Барыһы ла ҡандан киләлер. Раяндың фамилияһын башлаусы Мырҙабай Ҡоҙашев 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡтар күрһәтеп, көмөш миҙалға, орденға лайыҡ булған. Унан киткән Мырҙабаевтар — көрәшселәр. Дөрөҫөрәге, Мораҙымда һәр ир-егет — көрәшсе. Әйткәндәй, беренсе башҡорт летчигы, 24 Советтар Союзы Геройын, шул иҫәптән Муса Гәрәевте тәрбиәләгән Ғәлимйән Ишмырҙин да ошо ауылдан. Бөгөн йәштәрҙең күбеһе спортҡа ылығыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бынан сыҡҡан шәхестәрҙе яҙһаң, айырым тема кәрәк — гәзит битенә һыймаҫтар ине.
Тағы бер яғына иғтибар итеү мөһим. Мораҙымдар — тырыш халыҡ. Күп ауылда малдар кәмеп, аҙбарҙар кесерәйеп ҡалғанда ла бында әллә нисәмә көтөү йәйләүгә сыға. Гөлназ менән Раян Мырҙабаевтарҙың һарайында ғына ла биш баш һыйыр, шунса уҡ үгеҙ-тана, ошо саҡлы быҙау аҫрала, йәйен күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Дөйөм хужалыҡты һаҡлап ҡалып, дәррәү йәшәй ауыл халҡы. Иң мөһиме — йәштәр ҡала. Тимәк, Меркет-Мораҙымдың алты тиҫтә йыллыҡ тарихына биттәр, йылдар өҫтәрлек быуын үҫәсәк!