Күңел шатлыҡҡа сорналды02.03.2016
Күңел шатлыҡҡа  сорналды Район үҙәге халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты: ауылда заманса йыһазландырылған ике ҡатлы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы сафҡа инде. 160 урынға иҫәпләнгән учреждение сират мәсьәләһен бөтөрөү мөмкинлеген бирҙе.

Халыҡтың ҙур шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, “ПМК-Баймаҡ” йәмғиәте вәкилдәре килде.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уйын, йоҡо бүлмәләренән тыш, компьютер кластары, медицина кабинеттары бар. Иркен спорт залында сәләмәтлекте нығытырға мөмкин булһа, музыка залы йәш таланттарҙы асыуға булышлыҡ итәсәк.
Балалар баҡсаһы мөдире Әлиә Барлыбаева ҡышҡы һалҡында күңелдәргә йылылыҡ бүләк иткән етәкселәргә, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. Кескәйҙәрҙең шатлығы иһә сағыу сығыштарында сағылды.






Вернуться назад