Мәргәндең шифалы уҡтары02.03.2016
Мәргәндең шифалы уҡтары Очерк
Эй, Рәсәйем, бөйөк, иркен илем,
Хеҙмәт, илһам менән тулышҡан.
Йүгер, ашыҡ, сап һин һәр саҡ алға,
Ҡеүәт өҫтәп беҙҙең һулышҡа.

Был юлдарҙы Ырымбур яҡтарында тыуып үҫкән бик кәттә шағир Дим Дәминев яҙғайны. Һәм уларҙы дуҫым Ирек Кинйәбулатов рус теленән тәржемә итте. Әйткәндәй, уның ижадының гөлт итеп сәскә­ләнеүе шағир тормошоноң Өфөләге осорона тура килде. Ошо ғәжәйеп кеше тураһында Димдең ер-һыуҙа­шы, журналист-публицист һәм дә яҙыусы Мәргән Мырҙабәков бына нимә тине: “Башҡортостанда Дим Дә­ми­нев үҙен килмешәк итеп тойманы. Киреһенсә, күп милләтле әҙиптәр ғаи­лә­һенә тәбиғи рәүештә инеп китте”.


Ошоларҙың бөтөнөһөн дә тиерлек беҙҙең өсөн бәхетле яҙмыш Башҡорт­останға утыҙ йылдан ашыу әүәл алып килгән Мырҙабәковтың үҙе тураһында ла әйтергә мөмкиндер. Тыуған еребеҙҙә меңдәрсә йыл Мәргән Әхмәт улының ҡан-ҡәрҙәштәре – башҡорттар ғүмер кисерә бит. Хәйер, алыҫ Ырымбур далаларынан Урал армыттарына тиклемге араны бер ул ғына үтмәгән инде. Башҡорт әҙәбиәте менән таныш кешеләргә Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантайҙарҙың исеме күп нәмә тураһында һөйләйҙер. Данлыҡлы һыбайлы комиссар, республикабыҙҙа оҙаҡ йылдар мәғариф министры булып эшләгән Сәғит Әлибаев та шул иркен далалар иленән.
Башҡортто Урал яғыныҡына йә Ырымбурҙыҡына айырыу, әлбиттә, шартлы ғына. Ғүмерҙә лә, бер кем дә беҙҙең араға межа бағаналары ҡуймаған һәм сик-маҙар һыҙмаған. Шуғамылыр “Советская Россия” гәзитенең Ырымбурҙағы үҙ хәбәрсеһе Мәргән Мырҙабәковтың Башҡорт­останға күсерелеүе һорау-маҙар тыуҙырманы шикелле. Бында башҡорт егетенең төбәккә тәбиғи рәүештә тартылыуы редакцияның унда милли үҙен­сәлектәрҙе белгән үҙ журналисын күрергә теләүе менән даланлы тап килгәндер.
1980 йылдар башында, Мәргән Әхмәт улы Ырымбурҙан Өфөгә күсенеп килеп, һәр даим тыныс, олпат ҡиәфәтле Анатолий Иванович Красновты корпунктта ал­маштырғанда, мин “Совет Башҡорт­останы” рес­публика гәзитендә мөхәррир урынба­ҫа­ры булып эшләй инем. Ғәжәп ваҡыт ине ул. Үҙгәрештәрҙең яҡынлығын аң ме­нән дә көтәһең, йөрәк тә уны һиҙенә. Беҙ, әлегә йәш журналистар, үҙәк гәзиттәрҙә баҫыла килгән аналитик мәҡәләләрҙе, публицистиканы йотоп тигәндәй алабыҙ. Улар үткер, беҙ ғәҙәтләнмәгәнсә ҡыйыу, юғары сәйәси һәм интеллектуаль көсөргәнеш менән яҙыла. “Советская Россия”лағы публицистик мәҡәләләрҙең хайран ҡалдырғаны хәтерҙә. Йәшермәйем, нәҡ ошо осорҙа, әлеге мәҡәләләрҙең йоғонтоһо менәндер, мин публицистикаға һәм документаль сәсмәүер әҫәрҙәргә етди ылығып киттем.
Матбуғатта тиҫтә ярым йыл эшләп өлгөргәнлектән, Мырҙабәковтың публицис­тикаһын уның менән шәхсән танышыуҙан алда уҡ белә инем, әлбиттә. Темаларының әһәмиәтенә һәм материалдарҙың нисек бәйән ителеүенә ҡарап, уларҙың авторын олуғ, ҡалын тирәсле күҙлек кейгән ҡырыҫ кеше тип күҙ алдына килтергәнмен. Һәм бер мәл пеналыма оҡшаш тар ғына кабинетыма матур, алсаҡ йөҙлө, сандыр кәүҙәле, тараҡҡа буй бирмәҫ сәстәренә сал төшкән ир килеп инде. Күреү менән үк ят кешенең дә күңелгә хуш килгән осраҡтары була бит. Уның йылмайыуына йылмайыу менән яуап бирәһең, әйтерһең, һеҙҙең арала йылдар ҙа, саҡрымдар ҙа булмаған, йәштәр һәм йәмғиәттәге урындар айырмаһы ла юҡ.
Өфөгә күскәнгә ҡәҙәр Мәргән Мыр­ҙабәков, халыҡ әйтмешләй, утын-һыуын да кисеп, әсеһен-сөсөһөн дә татып өлгөргән икән. Тымыҡ океан морягы ла ул, гәзит эшенә тиклем Ырымбур педагогия институтында һоҡланғыс телсе-педагог Мария Николаевна Стефанованың мәктәбен үткән. Был ханым уның ғына түгел, бәлки башҡорт әҙәбиәте һәм милли педагогиканың буласаҡ оҫталары өсөн дә Уҡытыусы булған. Ҡыҙыҡлы деталь: баҡтиһәң, 20-се йылдарҙа Башҡорт педтехникумы урынлашҡан мәшһүр Каруанһа­райҙың ҡапҡаһында “Башҡорт халҡының мәғрифәт һарайы” тип яҙылған алтаҡта элеүле торған. Ошонда даһи йөрәкле ҡатын, башҡорт үҫмерҙәре һәм ҡыҙҙа­рының, үҙе әйткәнсә, “телен сискән”. Шәкерттәренең береһе – Мәргән Мырҙа­бәковтың, йәнәһе, Мария Николаевна Стефанованың башҡорт мәғрифәте алдындағы хеҙмәттәрен билдәләү мәсьәләһе менән властарға үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итеү уйы башҡа килмәгән, тип һуңлап үкенеүен уртаҡлашырға ғына ҡала. Гүзәл педагогтың иҫтәлеген мәңгеләш­тереү йәһәтенән, мемориаль таҡтаташ рәүешендә әлеге алтаҡтаны тергеҙеү буйынса, бәлки, хәҙер ҙә ниҙер эшләп булалыр?
Уҡыусылар алдында зарури ремарка өсөн ғәфү үтенеп, Мырҙабәковҡа һәм журналист тормошонда уның ижади тәржемәи хәленең тос өлөшө булған көндәргә һәм ваҡиғаларға йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Тыштан ҡарағанда Башҡортостанда һис нәмә лә – тотош донъяға идара иткән партия ойошмаһының стилендә лә, төрлө кимәл­дәге етәкселәрҙең холоҡ-фиғелендә лә, дө­йөм кәйефтә лә үҙгәреш күренмәһә лә, ҡыш буйы өйөлөп киткән көрттө аҫтан йыу­ған һыуҙарҙың селтерәүе барыбер ишетелә инде. Дөрөҫ, епшегән һәм ауы­райған ҡар өҫкә ынтылған һыуҙарҙы ба­ҫырға, тонсоҡторорға тырыша, ләкин яҙғы ағындарҙы тыйып тотор көс бармы һуң?
Мәргән Мырҙабәков яңы “биләмәһе” менән танышыу, республикалағы хәлдәр­ҙе, кешеләрен өйрәнеү өсөн үҙенә артыҡ күп ваҡыт бирә алманы. Күрше төбәктә эшләгән журналист Башҡортостан иҡтиса­дының үҙенсәлектәрен, уның көслө һәм мөшкөл яҡтарын белмәй буламы инде?! Беҙҙең республиканың Союзда һәр саҡ мәртәбәлеләр иҫәбендә йөрөүе һәм уның етәкселәренең үҙәк алдында юғары тороуы үҙ хәбәрсе Мырҙабәковҡа ла мәғлүм. Һиҙемләүемсә, беҙҙә “Правда”ның ҡайһы бер үҙ хәбәрселәре генә урындағы партия етәкселегенән үҙҙәрен ниндәйҙер дәрә­жәлә мөстәҡил тота ине. Ул осорҙа “Сельс­кая жизнь”, “Известия”, “Социалистическая индустрия” гәзиттәрендә, КПСС Үҙәк Комитеты органы “Советская Россия”ла хәтерҙә ҡалырлыҡ ҙур, ижтимағи әһәмиәтле мәҡәләләрҙе иҫләүе ауыр.
Вазифа бурыстарым буйынса миңә лә партия Өлкә комитеты бюроһында, төрлө кәңәшмәләрҙә көндәр буйы ултырырға тура килә торғайны. Аңлауыбыҙса, һәр торлаҡ йортто, һәр һөтсөлөк фермаһын планлаштырыу һәм төҙөү мотлаҡ бюрола раҫланырға тейеш. Томаланған зиһенебеҙ бүтәнсә эш стиле тураһында уйлана ла, аңлай ҙа, башҡа төрлө тәртиптәрҙе ҡабул итә лә алмаған икән. Ҡурҡыуҙы ла инҡар итеп булмай. Улай тиһәң, үҙ хәбәрсе Мырҙабәков хирург скальпелен көткән шеште аҡтарырға ни өсөн беренсе булып йөрьәт иткән һуң? Әлбиттә, уның артында Мәскәү, дөрөҫөрәге, “Советская Россия”­ның хәтәр булдыҡлы коллективы, гәзиттең төбәктәрҙең мин-минле хакимдары алдында һис ҡасан да эйелмәгән баш мөхәррире торған. Ә тылдан ышаныслы ҡурсаланған үҙ хәбәрсе, ҡылыс кеүек, теләһә ниндәй төйөндө яра, теләһә ҡайһы бюрократик-административ ҡәлғәләрҙе емерә ала.
1970 – 1980 йылдар шарттарында йәшәгән миңә журналист Мырҙабәковтың тәүәккәллеге һәм сая ҡыйыулығының сығанаҡтары әле булһа ахырынаса асыҡ түгел. Сөнки хатта 80-се йылдар аҙағында ла бер кем дә ышаныс менән, ҡеүәтле системаның көндәре һанаулы ҡалған һәм ул янъялсы журналисты саңға әйләндерә алмаҫ, тип әйтмәҫ ине. Ләкин ул эшләргә тейеш нәмәне эшләне: ҡыйыу мәҡәләләре менән тормошто яңынан ҡороуҙы, исма­һам, аҙға ғына булһа ла яҡынайтты.
Мәргән Әхмәт улы журналист эшмәкәр­легенең һәр осоронда ла алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Үҙ хәбәрсенең тормошонда редакцияға материалды шунда уҡ ебәреү зарурлығы йыш була. Гәзит – аяуһыҙ һәм туҡтау белмәҫ конвейер, ул көтөп тора алмай. Тәү ҡарашҡа ашыҡмаҫтай һәм хатта һүлпән күренгән Мырҙабәков шундай дөрләп китә ки, йыш ҡына ваҡиғаларҙан алда булып ҡуя. Шул уҡ ваҡытта дөргөн эш стиле уның сифатына зыян килтермәне.
Журналистың бәхете тағы ла шунда: эше уға ҡыҙыҡлы кешеләр менән осра­шыуҙар бүләк итә. Шулай ҙа була: уларҙың бәғзеләре менән рухи ҡәрҙәшлек табаһың һәм яҙмаларыңдың геройҙарының яҙмышы һинең яҙмышыңдың да бер өлөшөнә әүерелә. Ошо юҫыҡта Мәргән Мырҙабәковтың Өфөлә эшләгән осоронда айырым урынды бөйөк гуманист-яҙыусыбыҙ Мостай Кәрим биләй. Халыҡ шағирының донъяһы – халыҡ аҡылының төпһөҙ сығанағы, эскерһеҙ игелек һәм кешелеклелек өлгөһө. Үтә тыйнаҡ һәм әҙәпле Мырҙабәков өсөн Мостай менән аралашыу күҙәтә һәм күрә белеү мәктәбе, тапҡыр һығымталар һәм йәшәйештең юғары фәлсәфәһе өлгөһө булды. Бөйөк яҙыусы менән ете йыл бер йортта йәшәп, журналистың һүҙ оҫтаһына булған хөрмәтенең бөтөн тәрәнлеген мин дә аңлай алам һымаҡ.
Һүҙ ҡеүәһе тигәндән. Мин Мырҙа­бәковтың очерктарын, публицистикаһын, аналитик мәҡәләләрен, һүрәтләмәләрен күп йылдар уҡыйым. Китаптарын да беләм. Уны шифалаусылар ҙа миңә мәғлүм. “Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсе” тигән рус телендәге китабын ҡулъяҙма хәлендә үк уҡыу насип булды. Был хеҙмәт автобиографик йүнәлештә яҙылған. Мауыҡ­тырғыс йөкмәткеһе һәм Ырымбур яғы башҡорттарының тормошо тураһында яңы факттар менән бергә стилисти­каһының камиллығы, һүҙҙе ҡуллана белеү оҫталығы һоҡландыра. Автор, әлбиттә, рус теленә бик маһир, тексты ауыр йөмләләр менән тултырмай, фекер һайлығын, ҡайһы берәүҙәр кеүек, һүҙ уйнатыу менән алмаштырмай.
Мырҙабәковтың уҫал ғына әйберҙәрен уҡығанда һәм уның менән көндәлек тормошта ҡулдаш булып йөрөгәндә йыш ҡына ике кешене күрәм: һалҡын ҡанлы, айыҡ фекерле, үҙенә дошман булған мөхиткә инеп хаҡлыҡты ныҡышмалы эҙләүсене һәм баҫалҡы, йомшаҡ күңелле, хискә өҫтөнлөк биреүсене. Өлкән ҡәләмдәшемдең эш һәм кешелек сифаттарына баһа биреүҙә, бәлки, яңылыша­мындыр ҙа, уға ҡарата миндә ҡәҙимге хөрмәт итеүҙән дә юғарыраҡ тойғо йәшәмәйме икән?
Бюрократия һәм идаралыҡта ултырған һиңмайҙар менән кәре еткәнсе алышып, яҡташтарым, Башҡортостандың иҡтисады, социаль, мәҙәни тормошо тураһында бына тигән йөҙҙәрсә әйбер баҫтырып, бик күп дуҫтар табып һәм, тәбиғи, үҙен күрә алмаусыларҙы ишәйтеп, Мәргән Әхмәт улы бер мәл оператив журналистиканы ҡалдырырға булды. Асылы чиновник булмаған кеше өсөн был мөмкин түгел эш. Ғөмүмән, хәбәрсенең ручкаһы менән блокнотын ташлап ҡуйыуын мин күҙ алдыма килтермәйем. Киреһенсә, ғәзиз редакцияһының көндәлек “хәстәрлегенән” ҡотолоп, ул иркенлек, үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан дәрттең ҡалҡып китеүен тоя. Һәм ошо саҡта журналистың яңы тормошо башлана ла инде.
Мырҙабәков “тышауҙан” ысҡынған ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Милли банкын ҙур финансист һәм киң күңелле Мөхәмәт Шәмсетдин улы Сәғитдинов етәкләй ине. Ҡәләм оҫтаһын йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлегендә эшләп алырға нәҡ ул саҡыра. Бына ошонда яҙмыш һәм вазифа бурыс­тары Мәргән Әхмәт улы менән беҙҙе ҡабаттан яҡынайтты. Мин “Известия Башкортостана” тигән республика гәзитендә мөхәррирлек итә инем һәм банк етәкселәре лә, Мырҙабәков та идеяларын халыҡҡа еткереү өсөн ниңәлер беҙҙең баҫманы хуп күрҙе. Бер нисә йыл беҙ һәйбәт кенә хеҙмәттәшлек итеп алдыҡ.
Бер сула табып һәм көндәлек хәстәрҙәрҙе иңдән һелкеп ташлап, урағайҙың тәҡәтһеҙ ҡыҙыу көнөндә йәнә Мәргән Әхмәт улы янына инеп сыҡтым. Тынлыҡ, һәр урында хәстәрлекле хужабикә ҡулы тейгән сымырылыҡ, һиллек. Хужа кескенә кәсәләргә хуш еҫле ҡуйы сәй яһай ҙа тәм өсөн уға бер нисә бөртөк ҡарағус­ҡыл сейә өҫтәй.
Оҙон да, киң дә өҫтәлдә – Мырҙа­бәковтың баҫылған әйберҙәре йыйылған ҙур альбомдар. Уның йыйнаҡлығынан ғәжәпкә ҡалам да, көнләшәм дә. Үҙем ошондай тәртипкә өйрәнә алманым инде. Ә кәрәклеге мәғлүм, сөнки ошо баҫыл­ғандарҙа – ауыр, рәхмәт һүҙен һирәк ишетер эшебеҙ, үҙебеҙ теләп алған яфа­ларыбыҙ. Мәргән Әхмәт улы ғәҙәттәгесә тыйнаҡлыҡ менән әсәһе, мөғәллим атаһы, йәшлек дуҫтары, хеҙмәттәштәре тураһында һөйләй. Уның тамыры –төпкөлдәрҙән килгән зат-ырыуы бар, Мырҙабәков рустар, украиндар, ҡаҙаҡтар араһында тыуған һәм үҫкән, әммә ул аҫаба ата-бабалары ерендә тыуған саф башҡорт булыуын һис онотмай, үҙе ижад иткән бөйөк рус теленә тәрән ихтирам һаҡлай. Ул миңә атайсалы – далалар, йылғалар, яҫы түбәләстәр хаҡында аҙ һүҙ менән күпте әйтә алды. Ер-һыу атамалары, баҡтиһәң, башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ халыҡтарының тарихы, уларҙың яҙма һәм ауыҙ-тел эпик ижады менән бәйле икән.
Ошоға оҡшаш очерктарҙа геройҙың маҡтаулы исем-шәрифтәрен һанап сығыу ғәҙәткә ингән. Тәбиғи, Мәргән Мырҙабәков та уларҙан мәхрүм түгел. Ләкин бер генә нәмәне әйтәйем: журналистар берлегендә ул 1957 йылдан ағза. Алты тиҫтә самаһы йыл эсендә һүҙ оҫтаһының ни ҡәҙәре эш башҡарғанын инде үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ. Йәшен иһә әйтмәйек. Журналист ҡартаймай ул. Әйткәндәй, Мәргән – төҙ атыусы кешегә бирелә торған исем. Шуға күрә уның ҡарашы үткер булырға тейеш.
Әгәр Мәргән Әхмәт улының теленә уның онотолмаҫ яҡташы Дим Дәминевтең йәнә бер нисә юлын һалһам, үпкәләмәҫ, тип уйланым.
Минең күңелемә шундай рәхәт,
Юлдар шуға еңеп уҙылған.
Рәсәй, һинең иркен киңлегеңә
Минең юлым алыҫ һуҙылған.
Тойомлауымса, әлеге һүҙҙәр күренекле журналист-публицист, яҙыусы һәм гүзәл кеше – ҡулында шифалаусы уҡтар булған Мәргән Әхмәт улы Мырҙабәковтың эштәре һәм ынтылыштары менән ауаздаш кеүек.


Авторҙан. Мәргән Мырҙабәков тураһында байтаҡ йылдар элек рус телендә ифрат яҡын күргән ошо ағайым иҫән саҡта яҙғайным. Бына хәҙер, уның вафатына ҡырҡ көн тигәндә, йөрәгемә ҡан һауҙырып, хәтирәләремде яңыртып ултырам.
Мәргән Әхмәт улы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Сабаҡлы ауылында тыуған. “Голубой огонь Оренбуржья”, “Таинства народной медицины”, “Добрые руки Зульфиры”, юғарыла әйтелгән китаптар, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында очерктар серияһының авторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ағайыбыҙ һикһән ете йәшендә ҡаты сирҙе еңә алмай мәңгелек иленә күсте. Беҙ, әлегә тереләр, һүҙ оҫтаһы һәм тормош юлын намыҫ менән үткән замандашыбыҙҙы онотмай, үҙебеҙ ҙә керһеҙ йәшәргә тырышайыҡ.


Вернуться назад