Кәзә һөтө эсһәң, ауырымаҫһың02.03.2016
Кәзә һөтө эсһәң, ауырымаҫһың Кәзә һөтөнөң шифаһы ғәйәт ҙур: ғалимдар уның күкрәк һөтөн алмаштыра алыуын да иҫбатлаған. Ауыл халҡы элек-электән кәзә малына әллә ни иғтибар бирмәне. Күптәре “һаҡалтайҙар”ҙың дебетен тарап, шәл, шарф, ойоҡ- бейәләй бәйләү өсөн генә тотто. Ә бит был малдың һөтө лә, ите лә бик файҙалы.

Башта уны ҡарау ысулдары тураһында әйтеп үтәйек. Ул йорт янында йәшәүгә ҡулайлы, көтөүсе лә кәрәкмәй. Кәзә күп ашамай, өҫтәүенә бик сыҙамлы йән эйәһе. Мал аҙығы әҙерләгәндә бесәндән башҡа һыу буйында үҫкән тал ағасынан, әрем, кесерткән һәм башҡа эре үлән­дәрҙән миндек яһап киптереп, ҡыйыҡ аҫтында һаҡларға мөмкин.
Ҡыш кәзәгә ҡалыныраҡ ҡоро түшәм йылы була, елен ауырыуы ла борсомаҫ. Уларға йәй әҙерләгән кипкән үләнде шулай уҡ һоло, иген, кәбеҫтә, картуф ҡабы­ғы, аш-һыу ҡалдыҡтарын бирергә мөмкин. Таҙа, бүлмә йы­лы­лы­ғын­дағы һыу эсереү фарыз. Алдына эре тоҙ ҙа ҡуя­лар.
Хәҙер шәхси хужалыҡта аҫралған кәзәләрҙе һаумай, үрсем алыу өсөн файҙа­ла­налар. Был яуаплы осорҙа улар­ҙы айырым тотоу мө­һим. Тағы ла бәрәс­ләй тор­ғандарын көн һайын саф һауала, ихатала йөрөтөп алырға кәрәк.
Әйтеп үтеүемсә, кәзә һөтө бик файҙа­лы. Хайуан көнөнә 4-5 литрға тиклем һөт бирә, ҡуйылығы 3,5-4 процент тәшкил итә. Составында кальций, фосфор кеүек минераль матдәләр витаминдар күп. Бындай һөт кеше­нең ҡанын таҙарта, иммунитетын нығыта, ашҡаҙан эшмәкәр­леген көйләй. Гастрит менән ауырыған кеше­ләргә лә файҙалы. Дауалау маҡса­тында кәзә һөтөн өс йәшкә тиклемге сабыйға көнөнә ике тапҡыр 100-150 миллилитр эсерергә рөхсәт ителә. Унан өлкәнерәк ба­лаларға 150-200 миллилитр бирергә була. Ололар ир­тәнсәк бер стакан кәзә һөтө эсһә, ашҡаҙандары таҙара.
Кәзәнең ите тураһында ла бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк. Һимертелгән малды һал­ҡын көҙҙөң һуңғы айында йәки ҡыш башланғас һуйыу яҡшы. Итте туң килеш яҙға тиклем һаҡларға мөмкин. Кәзә ите тәмле, йомшаҡ, уны организм еңел эш­кәр­тә. Майы ла файҙалы – иретеп, һал­ҡын тейеүҙән дауа­ланғанда ҡуллана­лар.
Кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ бейә­некенән ҡуйыраҡ була. Малҡайҙың һөтлө булыуы дөрөҫ һауыуға һәм еленде белеп ҡарауға бәй­ләнгән. Тыныс торһон өсөн кәзәне махсус станокка ҡу­йып һауыу отошлораҡ, унан алда еленен йылы һыу ме­нән йыуып, таҙа сепрәк ме­нән ҡоро­торға кәрәк. Уға массаж яһау һөттө тағы ла арттыра төшә. Услап һауыу – иң яҡшы ысулдың береһе, һөттөң беренсе тамсыларын алырға кәрәкмәй, ғәҙәттә, ул бысраҡ була. Ә бына һуңғы һөт ҡуйылығы менән айырыла. Аҙаҡтан еленен һөр­төп, имсәктәрен вазелин менән майларға кәрәк.
Күршеләрем Асия менән Әхмәҙей Ишморатовтар ғаиләһе кәзә һөтөнән ҡымыҙ бешә.
– Кәзә – бик аҡыллы, һиҙ­гер мал. Ул иркәләүҙе ярата. Хатта кәйефеңде лә шунда уҡ һиҙеп тора. Аҙыраҡ ҡына асыуланһаң, һөтөн йәше­рә, – тип һөйләй йорт хужа­бикәһе. – Кәзә аҫрау үҙен тулыһынса аҡлай. Йыл һа­йын икешәр бәрәс килтерә. Тәкә бәрәстәрен иткә тотһаҡ, орғасыларын көтөргә алып ҡалабыҙ. Ауылда ла кәзә малына иғтибар арта. Уҙған йыл беҙҙән ике кәзә һатып алдылар. Бөгөн үҙебеҙҙә аҫралған өс кәзәнең береһе ике бәрәс килтерҙе лә инде. Уларҙы үҫтереп алғансы инәләрен һаумайым.
Бына шулай Ишморатовтар ғаиләһе тырышып донъя көтә һәм башҡаларға ла ошо шөғөлгә тотонорға кәңәш итә.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
ветеринар.


Вернуться назад