Ҡариҙел районында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса төбәк-ара ярыш ойошторолдо. Был мауыҡтырғыс сара райондың Яңы Муллаҡай ауылында үткәрелде. Ул Сарса, Төй һәм Өфө йылғалары ярында урынлашҡан.
Барлығы 110 балыҡсы, шул иҫәптән өс ҡатын-ҡыҙ һәм 17 бала бәхетен һынап ҡарарға булды. Улар Ҡариҙел, Мишкә, Асҡын, Мәсетле райондарынан, хатта Пермь крайынан һәм Свердловск өлкәһенән килгәйне. Еңеүселәр тотолған балыҡтың дөйөм ауырлығына ҡарап билдәләнде. Һөҙөмтәлә беренсе урынды – Мишкә, икенсене – Свердловск өлкәһе, өсөнсөнө иһә Асҡын районы командаһы яуланы. Шәхси беренселектә Пермдән Андрей Терехин менән Оксана Бабушкина, балалар араһында Мишкәнән Михаил Александров алдынғылыҡты бирмәне.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.