Һорауҙарығыҙ булһа…02.03.2016
3 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Архангел районы хакимиәте бинаһында (Н. Крупская урамы, 2) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы М.М. Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
9 мартта Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығы начальнигы С.К. Путенихин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Республиканың башҡа ҡала, ауыл һәм райондары халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.