Финанс ғилеменән дәрестәр02.03.2016
Финанс хеҙмәтен ҡулланыусыларҙың һәм Рәсәй банкының миноритар акционерҙарының хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Волга буйы федераль округындағы идаралығы IX-XI класс уҡыусылары өсөн финанс ғилеме һәм һөнәри йүнәлеш буйынса онлайн-дәрестәр үткәрә.

Эксперттар банк карталарын файҙаланыу өҫтөнлөктәре, аҡсаны планлаштырыу, инвестициялау һәм страховкалау тураһында һөйләйәсәк. Финанс хеҙмәтен ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлауға ла ҙур иғтибар биреләсәк.
Был сараның төп үҙенсәлеге – йәшәгән еренә ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың финанс баҙарындағы оҫталарҙан белемде туранан-тура алыуы. Шулай уҡ үҫмерҙәргә дәрес һөҙөмтәләрен ата-әсәһе менән тикшереү мөмкинлеге лә бирелә.
Интернет селтәрен, компьютерҙар, экран һәм проектор файҙаланған мәктәптәр онлайн-дәрестәр үткәреүгә ғариза яҙа ала. Сара 15 апрелгә тиклем дауам итә. Уҡыу йорттарына бындай дәрестәр теҙмәһен үҙҙәренә төҙөргә була. Ентеклерәк мәғлүмәтте http://www.dni-fg.ru/online.pdf һылтанмаһынан эҙләргә.




Вернуться назад