Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү рейды барышында Ҡырмыҫҡалы районында 56 йәшлек ирҙең автомобилен туҡтатҡан.
Тикшереү барышында уның багажнигында атылған ҡоралай табылған. Асыҡланыуынса, Шишмә ҡасабаһында йәшәгән ир лицензияһы булмаған килеш урманда йәнлек аулаған.
Әле ҡоралай, браконьерҙың мылтығы һәм автомобиле тартып алынған. Ваҡиғаға бәйле тикшереү бара, тәбиғәт фондына килтерелгән зыян күләме асыҡлана.