Федераль суд приставтары хеҙмәте республикала рөхсәтһеҙ йәшәгән һәм ҡануниәтте боҙған мигранттарҙы үҙ иленә ҡайтарыу йәһәтенән башҡарылған эш хаҡында хәбәр итте.Суд ҡарарҙарына ярашлы, йыл башынан алып 72 кеше Рәсәйҙән оҙатылған. Шуларҙың яртыһын Үзбәкстан, сирек өлөшөн Тажикстан граждандары тәшкил итә. Бынан тыш, илебеҙҙән ҡыуылыусылар араһында Төркиә, Нигерия кешеләре бар.
Былтыр Башҡортостандан закон боҙған 588 мигрант ҡайтарып ебәрелгән. Уларҙың да күпселеге Урта Азиянан – Үзбәкстан һәм Тажикстан граждандары.