Үлгән ирем өсөн пенсия01.03.2016
“Күптән түгел ирем мәрхүм булды, уның пенсияһы минекенән юғарыраҡ ине. Мин үлгән ирем өсөн пенсия ала аламмы?”
З. ӘХМӘТОВА.
Белорет ҡалаһы.
— Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсияһы хаҡындағы закондың 9-сы статьяһына ярашлы, ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡтағы пенсия хеҙмәт пенсияһының бер төрө булып тора.
Пенсия мәрхүмдең тәрбиәһендә булған, эшкә яраҡһыҙ ғаилә ағзаларына түләнә. Мәрхүмдең 55 йәштән үткән ата-әсәһе, ҡатыны йәки ире, уның тәрбиәһендә булыу-булмауға ҡарамаҫтан, хеҙмәт пенсияһы алыуға хоҡуҡлы. Хеҙмәт пенсияһының был төрө мәрхүмдең тәрбиәһендәге кешегә уның үлгән көнөнән алып эшкә яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән ваҡыт осорона йәки, осрағына ҡарап, срокһыҙ билдәләнә. Был пенсияның күләме үлгән ирегеҙҙең пенсияһына тап килә тигәнде аңлатмай.
Ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта хеҙмәт пенсияһы, башҡа хеҙмәт пенсиялары кеүек үк, закондағы формулалар буйынса һанала һәм был пенсияның база өлөшө ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының база өлөшөнән ике тапҡырға кәмерәк килеп сыға. Ҡараусығыҙҙың пенсияһына ай һайын бирелгән түләүҙәр, шул иҫәптән хеҙмәт ветераны булараҡ, наградалары өсөн төрлө компенсациялар ул үлгәндән һуң пенсияны иҫәпләгәндә ҡаралмай.
Әйткәндәй, закондың 17-се, 19-сы статьялары пенсионерҙарҙың ғаризаһы буйынса бер хеҙмәт пенсияһынан икенсе төрөнә күсеүҙе рөхсәт итә. Әммә ғариза яҙырҙан алда һеҙгә нисек файҙалыраҡ булыуын Пенсия фонды идаралығында белешергә кәрәк.