Көтәйемме, әллә яңы эш эҙләйемме?01.03.2016
“Етәкселек, тиҙҙән штат ҡыҫҡартыласаҡ, тип вәғәҙә итә. Ҡайһылай һәйбәтерәк буласаҡ: эштән китеп, яңы эш эҙләргәме, әллә ҡыҫҡартылыуҙы көтөргәме?”
Гөлфиә.
Ишембай ҡалаһы.
— Ҡыҫҡартылыу булған осраҡта, һеҙҙең уртаса эш хаҡы күләмендә түләнә торған пособиеға хаҡығыҙ бар. Унан һуң йәшәү урынығыҙ буйынса мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торорға кәрәк. Эштән бушатылғандан һуң 2 ай үткәс тә эшкә урынлаша алмаһағыҙ, икенсе ай аҙағы етеүгә үҙегеҙҙең предприятиенан уртаса эш хаҡы ала алаһығыҙ. Ай дауамында ла эшкә урынлашмаһағыҙ, тағы ла бер айлыҡ хеҙмәт хаҡына хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенән һеҙҙе эшкә урынлаштырып булмағанлығы хаҡындағы белешмә кәрәк. Ә үҙ теләгегеҙ менән киткән осраҡта, һеҙ ҡалған эш хаҡы һәм файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация ғына аласаҡһығыҙ.