Һатып алғанда һаҡ бул01.03.2016
“Күптән түгел полиция хеҙмәткәрҙәре мине икенсел баҙарҙа һатып алынған машинамдан мәхрүм итте. Асыҡланыуынса, ул урланған булған. Әммә миңә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаны ”таҙа” тип әйткәйне. Һөҙөмтәлә аҡсамды “һыуға һалдым”. Етмәһә, күпме нервымды бөтөрҙөм...”
С. ИСРАФИЛОВ.
Әлшәй районы.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр беренсе тапҡыр ғына осрамай. Машинаны бер ниндәй закон боҙмайынса һатып алғанда ла, уны элекке хужаһына кире ҡайтарыуҙары бар. Әгәр шәхси кешенән һатып алғанһығыҙ икән, аҡсаны кире ҡайтарыуы еңел булмаясаҡ. Һәр осраҡта ла полиция хеҙмәткәрҙәренән тикшереүҙе үтенегеҙ. Әммә шуны белергә кәрәк: теркәү үткәргән инспекторҙар яуаплылыҡ тотмай. Улар эксперт түгел, машинаның һандарын ғына тикшерә. Шуға кемдең ҡулланылған машиналы булыу теләге бар, уны беренсе сиратта рәсми ойошма аша һатып алырға тырышығыҙ. Двигателенең, кузовының йәки башҡаларҙың үҙгәртелеү-үҙгәртелмәүен тикшереү ҙә ҡамасау итмәҫ.