Мираҫҡа торлаҡ һәм... бурыстар01.03.2016
“Миңә ағайымдың ипотекаға алған фатиры мираҫҡа ҡалды. Ул хаҡын түләп бөтөрмәгәйне. Вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булғансы ярты йыл эсендә бурыстары йыйылып киткән. Миңә был фатирға хужа булмаған алты ай өсөн түләмәҫкә мөмкинме?”

З. ЙӘҒӘФӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.


— Мираҫ биреүсенең үлгән ваҡытына булған барлыҡ мөлкәте (шулай уҡ мөлкәт бурыстары ла), ипотекалағы торлаҡ биналары ла мираҫҡа инә. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1154-се статьяһында ҡаралыуынса, мираҫ уны асҡан көндән башлап алты ай эсендә ҡабул ителә. Был иһә, вариҫсылар мираҫты ҡабул иткән барлыҡ ваҡыт эсендә, килешеү шарттарында ҡаралғанса, банк түләүҙе кисектергән өсөн штрафтар һәм башҡа комиссиялар өҫтәлергә мөмкин, тигәнде аңлата. Уға ярашлы, банк алдындағы бурыстар тағы ла артасаҡ.
1998 йылдың 16 июлендәге “Ипотека (мөлкәтте аманатҡа биреү) тураһында”ғы 102-се Федераль закондың 38-се статьяһына ярашлы, ипотека тураһындағы килешеү буйынса залогка бирелгән мөлкәтте мираҫ тәртибендә алған кеше ипотека тураһында килешеүе буйынса барлыҡ йөкләмәләрҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Вариҫсылар мираҫ ҡалдырыусының банк алдындағы бурыстары өсөн тулыһынса яуап бирә.


Вернуться назад