“Алтын ҡағиҙәнең” дә етешһеҙлеге була01.03.2016
Дәүләт Думаһы депутаттары эвакуатор­сылар­ҙың “ҡуналҡа өсөн аҡсаңды түлә, һуңынан автомобилеңде ал” принцибы буйынса яҙылған “алтын ҡағиҙә”һен ғәмәлдән сығарырға йыйына.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: закон проекты былтыр ил Хөкүмәте тарафынан индерелеп, беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне инде. Тәүҙә ул граждандарҙың Федерация субъекттарының эвакуация өсөн түләү күләмен бил­дәләүгә хоҡуғын ғәмәлдән сы­ғар­тырға тырышыуын, судҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең бермә-бер артыуын иҫәпкә алып, транспорт сараһын эвакуа­ция­лауға һәм ҡуналҡала һаҡлауға аныҡ сығымдар билдәләүҙе генә күҙ уңында тота ине. Һөҙөмтәлә, Хөкүмәт, Федераль үҙәк тарафынан билдәләнгән күрһәт­мәләргә ярашлы, хеҙмәт өсөн хаҡты төбәктәр үҙҙәре бил­дәләргә хоҡуҡлы тип тапты. Әммә етешһеҙлектәр түләү мәсьәләһенә генә ҡағылмаған икән. Закон проекты ҡайтанан өйрәнелде, тикшерелде.
Һәм бөгөн документ икенсе уҡыуға әҙер... Әлбиттә, яңы­лыҡтар бар. Әйтәйек, әлегә тиклем транспорт хужаһы ҡулға алынған автомобилен ҡайтарыу өсөн уны ҡуналҡаға күсереү һәм һаҡлау хаҡын шунда уҡ түләргә тейеш ине. Әле иһә был ҡағиҙәне ғәмәлдән сығарырға уйлайҙар.
— Ҡайһы бер транспорт сараларын (мәҫәлән, йөк машиналары) күсереү һәм һаҡлау тәүлегенә 30 мең һумға барып баҫа. Күптәрҙең тиҙ арала бындай сумманы түләргә мөмкин­леге юҡ. Өҫтәүенә транспорт хужаһы күрше төбәктән йәки күрше ҡаланан булған осраҡта. Ваҡыт үтә, ә хаҡ арта ғына, — тип аңлата әлеге яңылыҡты депутаттар.
Парламентарийҙар язаны административ штраф рәүешендә билдәләргә һәм ҡулға алынған автомобилде ҡайтарыу өсөн күсереү һәм һаҡлау хаҡын 60 көн эсендә түләү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итә. Бынан тыш, административ яза тураһындағы суд ҡарарына ун көн эсендә ялыу бирергә мөмкин.
Әлегә был — закон проекты ғына. Документтың артабанғы яҙмышы сираттағы пленар ултырышта хәл ителәсәк. Ул март урталарына билдәләнгән.



Вернуться назад