Һаман алданабыҙ...01.03.2016
Һаман алданабыҙ... Етештереүсегә, бигерәк тә тауарын нисек тә “осорорға” белмәгәндәргә, һатып алыусының ниндәй булыуы отошло тип уйлайһығыҙ? Грамотаһыҙлығы, закондарҙы белмәүе, үҙ хоҡуғын яҡлай алмауы... Сөнки һатыусыларҙың төп маҡсаты – килем. Ҡулына аҡса төшөрөр өсөн улар теләһә ниндәй алдашыу-мутлашыуға барырға әҙер. Әйтәйек, ябай шыйыҡ май янында “Е витамины менән” тигәне лә торһа, күптәребеҙ, һис шикһеҙ, һуңғыһына өҫтөнлөк бирәсәк бит. Ә шул саҡта Ер йөҙөндә, ғөмүмән, бындай витаминһыҙ үҫемлек майының булмауы хаҡында берәүебеҙ-бер уйлап бирәме икән? Тимәк, был — һатып алыусыны йәлеп итеүҙең бер ысулы ғына. Етештереүселәр беҙҙе тағы нисегерәк алдай икән? Бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.

Үҫемлек майында
холестерин бармы?


Яңыраҡ Дәүләт Думаһы де­путат­тары ғәҙел булмаған реклама тура­һында закон проектын әҙерләне. Документ киләсәктә етештереүселәрҙең, ҡул­ланыу­сы­ларҙың наҙанлығынан файҙа­ланып, ризыҡтың ғәҙәти үҙенсә­лектәрен өҫтөнлөклө итеп күр­һәткән хәйләләренә нөктә ҡуйырға тейеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: закон ҡабул ителгән осраҡта, магазин кәштәләренән иң элек “холестеринһыҙ” тип яҙылған шыйыҡ майҙар юҡҡа сығасаҡ. Ни өсөн тиһе­геҙме? Сөнки холестерин организмға бары тик малдың эс майынан ғына керә. Ит ни ҡәҙәр майһыҙ булһа, холестерин да шул ҡәҙәр аҙыраҡ. Был матдә тағы йомортҡала, ҡа­ты сырҙа, ҡош итенең тире­һендә күп була. Унан килеп, холестерин, беҙ уйлағанса, бер ҙә насар әйбер түгел. Уның ни бары 20 проценты ғына аҙыҡ-түлектән кереп, 80 процентының орга­низмыбыҙҙа эшләп сығарылыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөй­ләй түгелме ни? Күҙәнәктәрҙең мембраналарын төҙөү, Д витаминын булдырыу һәм башҡалар өсөн бик кәрәк ул. Уның саманан тыш күп миҡдарҙа булыуы ғына, һимереү, ҡан баҫымы күтәрелеү, тәмәке тартыу менән “үрелеп”, төрлө сирҙәргә сәбәп булыуы мөмкин. Үҫемлек майы иһә холестерин миҡдарын бер нисек тә арттыра алмай, сөнки ул унда, ғөмүмән, юҡ. Тимәк, етеш­тереүселәрҙең шыйыҡ майға “холестеринһыҙ” тип яҙыуҙары — ҡулланыусыларҙы күрәләтә алдау ғына.

Исеме
есеменә
тап килмәһә...


Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ҡайһы бер ризыҡтарға “ГМО-һыҙ” тип яҙып ҡуялар. Ундай аҙыҡ-тү­лек­те файҙалы тип ҡы­уана-ҡыуана алабыҙ. Шулай булһын ине лә бит! Юҡ шул. Белгестәр ҡайһы бер ризыҡтар­ға былай тип яҙыуҙың бөтөнләй ҙә мәғәнәһе юҡ, тип аңлата.
Әлбиттә, ГМО-һыҙ ризыҡтар аҙ түгел. Мәҫәлән, тоҙҙа, диңгеҙ балығында, органик, йәғни “химия”һыҙ аҙыҡ-түлектә ГМО-ны көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр әйтеүенсә, ризыҡтың төргәгенә “ГМО-һыҙ” тип яҙыуҙы тыйып та булмай, сөнки асылда ул дөрөҫлөккә тура килә. Тимәк, ГМО-ның нин­дәй ризыҡтарҙа юҡлығын, ниндәйҙәрендә булыу ихти­маллығын үҙебеҙгә генә белергә ҡала. ГМО ғәмәлдә продуктҡа гендары үҙгәртелгән орлоҡтар ҡулланыу, малға ГМО-лы аҙыҡ ашатыу, эшкәрткәндә ГМО-лы ингредиенттар өҫтәү (мәҫәлән, кәнфиттәргә лецитин) сәбәпле килеп керә. ГМО-ны, ғәҙәттә, аҙыҡ-түлекте бик күп күләмдә етештергән компаниялар, айырыуса халыҡ-ара ойошмалар үҙ итә. Шуға күрә беҙҙең осраҡта бәләкәй хужалыҡтарҙа һәм ҙур булмаған күләмдә етештерелгән урындағы ризыҡҡа өҫтөнлөк биреү күпкә яҡшыраҡ. Кем әйтмешләй, үҙебеҙҙеке тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та.

Диета ризығы ябыҡтырамы?

Һуңғы ваҡытта диета ризыҡ­тарын да йыш ҡына рекламалай башланылар. Йәнәһе лә, уларҙы ашаһаң, оҙаҡ ваҡыт асыҡ­май­һың, иң мөһиме – һимермәйһең һәм башҡалар. Белгестәр иһә бын­дай рекламаларға һуҡыр­ҙарса ышанмаҫҡа, бәлки, йыбанмайынса ғына ризыҡтың составы тураһында мәғлүмәттәрҙе уҡып сығырға кәңәш итә.
Диета ризығы икән, тимәк, ул кешенең сәләмәтлеген нығы­тыр­ға тейеш. Иң элек быяла бан­ка­лағы йәки ҡағыҙ төргәктәге аҙыҡ-түлекте һайлап алырға тыры­шығыҙ. Барлыҡ донъяны баҫып алған пластикта зарарлы мат­дәләр бик күп. Артабан һаҡлау ваҡытына иғтибар итегеҙ. Ул ни ҡәҙәр ҡыҫҡа булһа, консерванттары шул ҡәҙәр аҙыраҡ, фай­ҙалы матдәләре иһә шул ҡәҙәр күберәк тигән һүҙ. Ризыҡты оҙаҡ һаҡлағанда уның күп ви­таминдары юғала. Диета ри­зы­ғында барыбыҙға ла мәғлүм “Е” хәрефтәре булмай. Ғөмүмән, зифа буй-һынға ынтылаһығыҙ икән, продукттың майлылығына һәм ундағы шәкәр миҡдарына иғти­бар итегеҙ. Тәүлек әйлә­нә­һе­нә ризыҡ менән керә торған май миҡдары 78 грамдан арт­маҫҡа тейеш. Шәкәргә кил­гәндә, ҡайһы бер йогурттарҙа уның күләме 100 грамға өс балғалаҡ тура килә. Йогурт­тың 300, 500 миллилитр һыйҙырышлы һауыттарҙа һатылыуын да иҫәпкә алырға кә­рәк. Уларҙа шәкәр күләме 9-ҙан 15 балғалаҡҡа ҡәҙәр етә. Бындай ризыҡ бер нисек тә диета ризығы була алмай. Про­дукттың составында шәкәрҙе алмаштыра торған матдәләрҙең (са­хароза) булыуы ла сә­лә­мәтлекте нығытмай, киреһенсә, ҡаҡшата ғына, ти белгестәр.

“Е”-ләр
һөжүм иткәндә...


Етештереүселәрҙең беҙҙе ҡур­ҡытҡан тағы бер һүҙе бар. Ул да булһа — консерванттар. Был ҡапҡанға эләкмәйем тиһә­геҙ, түбәндәгеләргә иғтибар итегеҙ.
Консервантһыҙ — тимәк, ризыҡты етештергәндә зарарлы ”Е”-ләр, йәғни сәләмәтлек өсөн зыянлы консерванттар (мәҫәлән, Е210, Е211, Е213, Е214, Е215) ҡулланылмаған тигән һүҙ. Тәү ҡа­рамаҡҡа уларҙы ҡулланып та булмай, сөнки ул осраҡта етеш­тереүсегә ҡаты яза саралары күреләсәк. Әммә шул уҡ ваҡытта ризыҡтарҙы консервантһыҙ ғына етештереү ҙә бик ауыр. Ҡыҫ­ҡа­һы, шуны онотмағыҙ: “Е”-ләр ни тик­лем күберәк булһа, ризыҡ шул ҡәҙәр зарарлыраҡ. Әйт­кән­дәй, организмға зыянһыҙ консер­ванттар ҙа юҡ түгел. Улар — Е200, лимон кислотаһы, сорбин кислотаһы һәм башҡалар.



Вернуться назад