Батырланып баланға бармаҡсы булдым. Баланлыҡ баланға бик бай.
Быйыл болоттар бик бимазаланы. Барыһы ла башын баҫып, баҡсалағы бәрәңгене баҙға бәрә.
Бына баланлыҡты байҡап, бар булмышымды биреп балан барлайым. Барлыҡ баланды бөтөрөп булмаҫ. Бер башыма бер биҙрә, бер биштәр балан булды. Байлыҡ бит был!
Биҙрәне, биштәрҙе баулап барам. Баланды балаларға ла бирҙем. Балан бәлеше бешереп, Баязит бабайға, Бәҙерниса әбейгә, Бибигөлгә бүлдем. Бәлеш бик барҙы. Бөтәһе лә баланға бармаҡсы булды.
Миңнинур МОЛҠАМАНОВА,
уҡытыусы-ветеран.
Ғафури районы,
Аҡташ ауылы.