Дөрөҫ ҡулланайыҡ01.03.2016
Алтаҡталарҙағы хаталар, ауыл йәки йылға атамаларының дәүләт телдәрендә дөрөҫ яҙылмауы тураһында гәзитегеҙҙә йыш ҡына мәҡәләләр баҫылып тора. Бик дөрөҫ һәм кәрәкле эш.
Әммә һүҙем ҡайһы бер башҡортса атамаларҙың рус телендә килешһеҙ әйтелеше тураһында. Мәҫәлән, әкиәттәге ҡанатлы ат – толпар. Радио-телевидениела рус телендә ул йәмһеҙ итеп “талпар” тип яңғырай башланы. Башҡортса-русса һүҙлектә “толпар” һүҙенең руссаһы “тулпар” тип бирелгән бит. Шулай булғас, ни өсөн рус телендә “Хоккейный клуб “Тулпар” йә “Электропоезд “Тулпар” тип яҙмаҫҡа һәм һөйләмәҫкә?
“Ужым” һүҙенең ҡулланылышы тураһында ла фекерем бар. Ужым баҫыуы – ул арыш, көҙгөһөн бойҙай сәселгән майҙан. Ужым культуралары – арыш һәм көҙгө бойҙай. Матбуғатта, радио, телевидение тапшырыуҙарында ла “ужым арышы сәселде”, “фәләнсә гектарҙа ужым бойҙайы урылды” тип яҙыу, һөйләү йыш осрай. Халыҡ улай тимәй ҙә баһа!
Хәҙер территориаль бүленеш буйынса төбәктәр муниципаль райондар статусын алды. Шуға ярашлылыр инде, мәҫәлән, беҙҙең район әле (хәйер, бөтәһе лә) “Күгәрсен районы муниципаль районы” (русса – “Муниципальный район Кугарчинский район”) тип йөрөтөлә башланы. Әгәр “Күгәрсен муниципаль районы” (русса “Кугарчинсий муниципальный район”) тип кенә аталһа, дөрөҫ булмаҫ инеме ни? Был турала даһи ғалимдарыбыҙ, республикабыҙҙың “Терминология комиссияһы” ни уйлай? Шуны ныҡ белге килә. Элек бит бер ҙә “Башҡортостан Республикаһы автономиялы республикаһы” тип аталманыҡ та баһа!
.