Халыҡ юлдан бушлай йөрөйәсәк01.03.2016
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембай районындағы етештереү һәм инфраструктура объекттарында булды.

Ишәй ауылында республика етәксеһе “Ишембай эзбизташы” яуаплылығы сикләнгән йәмғи­әтенең етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты. Бында Ғүмәр ятҡылығындағы материалдың өлгөләре килтерелә. Әле ятҡылыҡта эзбизташ күләмен, туплам сифатын һәм ҡатламдарҙың ҡеүәтен асыҡлау маҡсатында геология-разведкалау эштәре алып барыла. Экспертиза үткәндән һуң участкалағы эзбизташ химия производствоһы өсөн сеймал булараҡ иҫәпкә алынасаҡ.
Артабан төбәк Башлығы Ғүмәр ятҡылығында эш барышы менән танышты. Әле бында тәрәнлеге 175 метрлыҡ 32 скважина бар. Быраулауҙың дөйөм кимәле 2 700 метрҙан ашыу тәшкил итә. Өсәр кешенән торған бригадалар тәүлек әйләнәһенә эшләй. 465 проба лабораторияларға химик анализға ебәрелгән. Бынан тыш, эште йылдам көйләү өсөн тәғәйен урындағы өлгөләргә лә анализ яһалған.
– Быраулау барышында эзбизташтың урынлашыуын һәм ҡатламдарҙың төҙөлөшөн асыҡланыҡ. Ул доломиттар рәүешендә тупланған, быяла етештереү өсөн файҙаланырға мөмкин. Тупланыу шарттары бик яҡшы, – тине “Ишембай эзбизташы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Рафаил Ғофранов.
– Бында яҡшы эзбизташ бар, тимәк? – тип һораны Рөстәм Хәмитов.
– Эйе, морфологик үҙенсәлектәре буйынса эзбизташ ярайһы уҡ сифатлы. Уның үҙенсәле­ктәре химия производствоһы, шул иҫәптән сода етештереү өсөн дә техник шарттарға яуап бирә, – тине предприятие эксперттары.
Әйткәндәй, участкала геология-разведкалау эштәре 12 ғинуарҙа башланған, әле тамамланған тиерлек. Геологтар йыл аҙағына тиклем Ғүмәр ятҡылығындағы эзбизташты баһалау күрһәт­кестәре индерелгән йомғаҡлау отчетын тәҡдим итергә ниәтләй.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлын һалыу барышын да тикшерҙе, Маҡар ауылынан Ҡаҙармаға тиклемге участканы ҡарап сыҡты.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров әйтеүенсә, әле дөйөм файҙаланыуҙағы Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөүҙең финанс моделе эшләнгән, проект документтары әҙер. Проекттың дөйөм хаҡы 12,5 миллиард һум тәшкил итә. Участкаларҙың береһе буйынса концессия килешеүен төҙөү ҡарала. Ҡағы ауылына тиклемге юл бушлай булһа, ҡалған участканан йөрөү өсөн тәғәйен хаҡ алынасаҡ.
– Ҡағыға тиклемге юлды халыҡ түләүһеҙ файҙаланырға тейеш, – тип билдәләне республика Башлығы.
Ҡағы ауылына тиклемге юл участкаһы төҙөлөшөн киләһе ике йылда тамамлау күҙаллана.
Ҡолғона ауылында төбәк етәксеһе 2014 йылда төҙөлә башлаған күп йүнәлешле социаль-мәҙәни үҙәкте ҡараны. Объекттың хаҡы 104,5 миллион һум тәшкил итә. Ике йыл эсендә 60 миллион һум үҙләштерелгән. Объектты быйыл йәй файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Ике ҡатлы үҙәк бинаһында 300 урынлыҡ тамаша залы, ауыл китапханаһы, хакимиәт, полицияның участка вәкиле урынлашасаҡ. Рөстәм Хәмитов, дөйөм алғанда, эштәрҙән ҡәнәғәтлек белдерҙе.





Вернуться назад