Яҡташтар йыйылғанда...01.03.2016
Архангелдәрҙең Өфөләге яҡташтар ойошмаһы бына нисә йыл инде ерҙәштәрен туплаусы көс вазифаһын үтәй. Кемдәр генә ағза булып тормай бында: уларҙың йәше лә, дәрәжәһе лә, бөгөн йәшәгән урыны ла мөһим түгел. Барыһын да Инйәр буйҙары, Абҙан шарлауығы, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе, Мүк еләге күле берләштерә...

Ошо көндәрҙә ойошманың баш ҡалала үткән сираттағы кәңәш­мә­һендә лә ана шул рух бер­ҙәмлеге, тыуған ергә һөйөү һәм ихтирам хистәре хөкөм һөрҙө. Яҡташтар күрешеп-танышыуҙан да бигерәк ерҙәштәрен борсоған проблемалар хаҡында фекер алышырға, уларҙы хәл итеү юлдарын барларға йыйылғайны. Тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Александр Комзалов алды. Ул райондың иҡтисади хәле менән таныштырҙы, баш­ҡарылған эштәргә туҡталды, пландарын уртаҡлашты.
– 2015 йыл йомғаҡтары буйын­са, социаль-иҡтисади үҫештә ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡала алдыҡ. Айырыуса юлдарҙы яҡ­шыр­тыуҙа, инженер селтәрҙәре үткәреүҙә, төҙөлөштә ярайһы ғына алға китеш бар. Былтыр ғы­на Архангел ауылында 8 миллион һумдан ашыу хаҡҡа һыу үткәргес төҙөкләндерелде. Абҙан ауылында, район үҙәгенең Йәш­тәр биҫтә­һен­дә газ үткәргес һуҙыу тамамланды. Төбәктә тор­лаҡ тө­ҙөлө­шөнә лә ҙур иғтибар бүленә: 1555 шәхси йорт ҡалҡып сыҡты, ике бүл­мәле алты социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды, – тип район яңылыҡтары менән та­ныш­тырҙы Александр Анатольевич.
Әйткәндәй, архангелдәр мәға­риф тармағына ҡағылышлы байтаҡ проблемаларҙы яйға һалыуға өлгәшкән – икенсе сменала уҡыусыларҙың һаны ярайһы уҡ ҡыҫҡарған, балалар баҡса­ла­рына урын мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән, әле мәктәпкәсә йәштәгеләр менән эшләүҙең яңы алымдары өйрәнелә. Төбәктең мәҙәниәт, спорт өлкәләренә ҡағылышлы яңылыҡтары ла һөйөндөрҙө генә.
Әлбиттә, райондың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү өсөн хәл итәһе проблемалар етерлек. Шул уҡ инвесторҙарҙы йәлеп итеү программаһы ла әлегәсә асыҡ ҡала. Билдәле, төбәктә эре сә­нәғәт предприятиелары юҡ, ә крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тары һәм шәхси эшҡыуарҙар менән генә әллә ни алға китеп булмаясаҡ. Уның ҡарауы, был яҡтар тәбиғәт ресурстарына иҫ китмәле бай. Шуға ла хакимиәт башлы­ғы яҡташтарынан шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙә мөмкин тиклем әүҙемлек күр­һәтеү­ҙәрен һораны. Архангел ере өсөн һуңғы йылдарҙа демография мәсьәләһе лә киҫкен тора. Әлбиттә, был осраҡта ла урындағы эшһеҙлек мәсьәләһе үҙен һиҙҙермәй ҡалмайҙыр. Төбәккә инвестор килһә, эш урындары ла булыр ине, халыҡтың тормошо күпкә яйланыр ине, ти белгестәр. Ә был – яңы кешеләр, ғаиләләр, балалар...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙар мәсьәләһе лә бөгөндән хәл итеүҙе көтә. Беҙгә табиптар, инженерҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре кәрәк, – тине Александр Анатольевич.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проблема­ларҙы бергәләп хәл итергә килеште. Һәр хәлдә, кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, Архангел яҡташтар ойошмаһы тиҙ арала баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары менән бәйләнешкә сығырға, студенттарҙы осрашыуға тупларға ҡарар итте. Ошо уҡ көндө ойошмаға яңы ағзалар өҫтәлде. Сафтар арта, тимәк, эштәр ҙә көйләнәсәк.




Вернуться назад