Өй туйҙары гөрләр01.03.2016
Дүртөйлө һәм Нуриман райондарында социаль йорттар төҙөү тамамланып килә.

Дүртөйлөләге яңы йорттан торлаҡҡа мохтажлыҡ кисергән 80 ғаилә фатир аласаҡ. Унда коммуникациялар үткәрелгән, төҙөүселәр эске эштәр менән мәшғүл.
Ошо уҡ йорттан 22 фатир етем балаларға тәғәйенләнгән, тағы ла 30-ы авария хәлендәге торлаҡтан күсеүселәргә бирелә. Һуғыш ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Уларға тапшырылған сертификаттар ике бүлмәле фатир һатып алыу мөмкинлеген бирә. Әле Дүртөйлөләге социаль торлаҡтың хаҡы баҙарҙағынан 20 процентҡа арзаныраҡ һәм бер квадрат метр өсөн 31,1 мең һум тәшкил итә.
Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында иһә 48 фатирлыҡ социаль йорт һалына. Уны мартта файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Тиҙҙән бында 30 етем бала өй туйлаясаҡ.


Вернуться назад