Үҫемлекселеккә иғтибар артасаҡ01.03.2016
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ауыл хужалығына 7,25 миллиард һум күләмендә субсидия бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан аграрийҙары үҫемлекселекте үҫтереү, уның продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу өсөн алынған ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға йәмғеһе 151 миллион 187,3 мең һум аҡса аласаҡ.

Федераль ҡаҙнанан аҡса 84 төбәккә бирелә. Уны файҙаланыу һөҙөмтәлелеге Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан йыл һайын баһалана.


Вернуться назад