Алдынғыларҙы “Маяҡ”тан эҙләгеҙ01.03.2016
Алдынғыларҙы “Маяҡ”тан эҙләгеҙ Федоровка элек-электән ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән район булараҡ дан тота. Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла бирешмәйҙәр. Мал һанын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны арттырыуға өлгәшкәндәр хатта, сәсеүлек майҙандарын кәметеүгә лә юл ҡуйылмаған.

“Маяҡ” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтен һәр яҡтан өлгө итеп ҡуялар төбәктә. Ауыл ху­жалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәт­кәр­ҙәре көнө уңайынан ойош­то­ролған тантанала иң күп бүләк, ғә­ҙәттә, уларға тапшырыла. Предприятие директоры Сәғит Дәү­ләт­баевтың ҙур булмаған “дәүләт”­ендә эштәр­ҙең көйлө ойошторолоуы бында тәүге тапҡыр килгәндә үк күҙ­гә салына. Ферма янына та­шылған һалам һәм бесән эҫкерт­тәре кәмеүгә-кәмегән, әммә рәткә теҙелгән һалдаттар шикелле матур булып күренеп ултыралар. Мал­сыларҙың егәрлелеген танымау мөмкин түгел. Махсус кейем­дән алып эштәрҙең автоматлаштырылыуына хәтлем бөтә уңай­лыҡ­тар ҙа тыуҙырылғас, һәр кем рәхмәт тойғоһо менән тырыша, ху­жалыҡтың үҫешенә үҙ өлөшөн индереүҙе мөҡәддәс бурысы тип һанай.
Алдынғыларҙы “Маяҡ”тан эҙләгеҙСәғит Әсғәт улы күпмелер ва­ҡыт дөйөм хужалыҡта тир түк­кән­дән һуң үҙенең эшен асырға ҡарар иткән. Ниндәй ҙә булһа кәсепте башлап ебә­реү өсөн әҙме-күпме капи­тал­дың булыуы шарт. Әңгәмәне ошо юҫыҡҡа күсерәбеҙ.
– Дөрөҫөн әйткәндә, өр-яңынан башларға тура килде, – тип яуапланы фермер. – Ауырлыҡтарҙың барыһын да еңеп сыҡтыҡ шикелле. Хәйер, беҙҙә һәммәһе лә ал да гөл тип шапырынмайым. Әле еңе­лерәк тын алып ҡалдыҡ былай. Ә башланғыс капитал тигәндән, һәр беребеҙҙең дә сере була бит...
Хужалыҡта Бала Сытырман һәм Яңы Яуыш ауылдарынан ке­ше­ләр эшләй. Барса хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙең шәхси йорттары тө­ҙөк, ихаталары тәртиптә икән. Шулай бул­ғас, уларҙың һәм­мәһе өлгөр һәм егәрле, ху­жа­лыҡ етәкселеге иһә хәс­тәр­лекле, тип әйтергә нигеҙ бар.
– Тәртип тупһанан башлана, – ти директор. – Хәҙер артта һөйрә­леүселәр юҡ беҙ­ҙә, “үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын” принцибы менән берәү ҙә йәшәмәй.
“Маяҡ” мал иҫәбен йылдан-йыл арттырып килә. Бында әле өс йөҙ баш тирәһе һыйыр малы иҫәпләнә. “Предприятиены ойош­тор­ған көндәрҙән үк ит етештереү йүнәлешенә иҫәп тоттоҡ. Тиҙ һи­ме­рә торған һыйыр малын ғына аҫрарға ниәт иткәйнек, һис тә отол­маныҡ”, – ти Сәғит Әсғәт улы. Директор, әйткәндәй, маҡсат­тарға өлгәшеү серен хужа­лыҡтың төп көсө булған, ал­дынғылар исемлеген тулы­лан­дырған Тимербәк Рисов, Айрат Әминев һәм бүтән­дәр­ҙең тырышлығы менән бәйләй.
Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Мал ҡышлатыуҙан һуң яҙғы баҫыу мәшәҡәттәре башланасаҡ, унан бесән әҙерләргә, уңыш йыйырға ваҡыт етә, артабан инде – ерҙе туңға һөрөү, ужым сәсеү... Барыһына ла өлгөрә маяҡтар.
Киләсәккә пландары тура­һында ла һораштыҡ. Сәғит Әсғәт улы билдәләүенсә, бер йүнәлештә эш итеү хужалыҡҡа камиллашырға, заман менән бергә атларға мөмкинлек бирә. Районда эш урындарын арт­тырыуға көслө йоғонто яһай “Маяҡ”тың үҫеше. Йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты әңгәмәсем – мал аҙығы шул тиклем күп әҙерләнгәс, һыйыр­ҙарҙың ҡара ергә көр булып аяҡ баҫырына ышаныс ныҡлы.
– Иртән эшкә ашҡынып барыу һәм кис өйгә йүгереп тигәндәй ҡайтыу хас беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә. Коллективта үҙ-ара татыулыҡ, аңла­шыу­санлыҡ көслө, – тип тамамланы һүҙен Сәғит Дәүләтбаев.


Вернуться назад