Киләһе быуындар белеп үҫһен01.03.2016
Хәтерегеҙҙәлер, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Башҡортостан телевидениеһы махсус телетапшырыу ойошторғайны. Һүҙ башлыса илһөйәрлек тойғоһо, Бөйөк Ватан һуғышында еңгән ҡаһармандарға, илде күтәргән хеҙмәт алдынғыларына хөрмәт тәрбиәләү хаҡында барҙы.

Беҙ — һуғыш дәүере балалары. Дары еҫен еҫкәп үҫмәһәк тә, һуңғы ауыр осорҙоң ауырлығын үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Иртә яҙҙан ялан аяҡ баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтарҙы берәмләп йыйып, туңып ятҡан картуф­тарҙы алып ҡайтып бешереп ашау ҙа беҙҙең быуынға төштө. Илленсе йылдарға тиклем ауыл халҡы ас-яланғас йәшәне. Атайым һуғышта ятып ҡалғас, яңғыҙ әсәйем дүрт балаһын үҫтереү, һикһәнде уҙған өлә­сәйемде ҡарау өсөн ниҙәр генә ҡылманы икән?
Хәҙер шуларҙы уйлайым да иҫем-аҡылым китә. Ул йылдарҙа колхоз аҡсалата ғына түгел, хатта игенләтә лә етерлек күләмдә түләмәне. Барлыҡ ризығыбыҙ ерҙән ҡаҙып алынған картуф та урмандағы тамыраҙыҡ ҡына булды. Шулай ҙа бирешмәнек. Дәүләттең бихисап ауыр һалымдары ла, заемдары ла халыҡтың билен бөгә алманы. Илленсе йыл урталарында крәҫтиәндең бөтә төр һалымдарын ғәмәлдән сығарҙылар. Шунан һуң ғына халыҡ бер аҙ тын алып, иркенерәк йәшәй башланы. Ауылдар күтәрелеш осоро кисерҙе.
Алтмышынсы йылдарҙан һуң илебеҙ ауыл хужа­лығында ла, сәнәғәттә лә быға тиклем күрелмәгән уңыштарға өлгәште. Меңдәрсә хеҙмәт алдынғыһы орден-миҙалдар менән бүләкләнде, Социалистик Хеҙмәт Геройы исемдәрен алды. Беҙҙең район илгә һигеҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы бирҙе. Йөҙгә яҡын яҡташыбыҙ — орден-миҙал, алтыһы – Ленин һәм һигеҙе – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе”, “Хеҙмәт даны” ордендары, “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.
Бына ошолар тураһында хәҙерге быуын хәбәрҙармы икән? Һүҙем тап шулар тураһында ла инде. Телетап­шырыуҙа мәртәбәле шәхестәребеҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелә, иҫән ҡалғандары менән осрашыуҙар ойошторола. Бик урынлы һәм мөһим программаға ҡарата урындарҙа ниндәй мөнәсәбәт күрһәтелә икән?
Миңә тиҫтә йылдан ашыу район китапханаһы ҡарамағында ойошторолған “Атайсал” ҡорона етәкселек итергә тура килде. Йәмәғәтселек ярҙамы менән арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен даими ойошторҙоҡ. Унда ауыл халҡы ғына түгел, мәк­тәп уҡыусыларын да йәлеп иттек. Ҡайһы бер осраҡта улар урындағы мәктәптә лә үткәрелде. Хәҙер ундай осрашыуҙар булғаны бармы? Юҡ кимәлендә.
Бынан бер нисә йыл элек Муллаҡай ауыл китап­ханаһы мөдире Зөлфиә Аҙнағолова бына нимә тигәйне: “Ағай, ваҡытығыҙ булһа, Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина тураһында һөйләһәгеҙ ине. Уның тураһында күп мәҡәлә яҙҙығыҙ бит. Мәктәп уҡыусылары Герой хаҡында бер нәмә лә белмәй”.
Мотлаҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып, ваҡытын да бил­дәләп ҡуйғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, китапхана мөди­ренең ауырып китеүе һәм вафат булып ҡалыуы сәбәп­ле, беҙҙең теләкте бойомға ашырырға насип итмәне. Ә бөгөн ундай энтузиастар юҡ кимәлендә.
Йыл артынан йыл үтә. Беҙҙең ауыл биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан бер кеше — Йыһанур Манапов ҡына иҫән. Хеҙмәт ветерандарының сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Беҙ уларҙы Ололар көнөндә генә күрергә, тәбрикләргә ғәҙәтләнеп киткәнбеҙ, ә унан һуң инде онотабыҙ.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу һауынсы булған, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” һәм “Почет Билдәһе” ордендарына, бихисап миҙалға лайыҡ булған Әлифә апай Вәлиева бына нимә ти: “Ниндәй гөрләп торған колхозыбыҙ юҡҡа сыҡҡас, хәҙер беҙҙе белеүсе лә, күреүсе лә юҡ. Хужалыҡты күтәрәбеҙ тип көнөн дә, төнөн дә тигәндәй тир түктек”. Бөгөн 85 йәшен ваҡлаған хеҙмәт вете­ранының борсолоуы юҡҡа түгел.
Колхозыбыҙҙы данға күмгән хеҙмәт ҡаһар­мандары араһында иң беренселәрҙән булып 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған һауынсы Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәйзуллинаның исеме тора. Ике Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты, Бөтә Рәсәй колхозсылар съезы делегаты, КПСС-тың Баймаҡ район комитеты ағзаһы, бер нисә тапҡыр район һәм ауыл Советы депутаты итеп һайланған арҙаҡлы һауынсының тыуыуына былтыр декабрҙә 90 йәш тулғайны. Үкенескә ҡаршы, ул 1987 йылда 63-сө йәшендә генә гүр эйәһе булды. Юбилейы айҡанлы уның тураһында республика һәм район гәзитендә күләмле генә мәҡәлә баҫтырып сығарҙым.
Республикала ғына түгел, ил күләмендә танылыу яулаған шәхестең рухы, миңә ҡалһа, һыҡрай төҫлө әле...
Һүҙ юҡ, геройҙың хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡарылды. Уның исеме менән Баймаҡ ҡалаһында һәм тыуған ауылында урамдар бар, заманында иң күп һөт һауып алғандарға Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина исемендәге приз да тапшырылды... Әммә хәҙерге быуын, мәктәп уҡыусылары уның тураһында ентекле белеп бөтмәй әле. Үрге Иҙрис ауылында элек Герой йәшәгән йорттоң етемһерәп ултырыуы йәмәғәтселекте борсомай ҡалмайҙыр, тип уйлайым.
Йылдар үтә, кешеләр китә, кире ҡайтмаҫ ергә... Ә беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ бармы һуң? Һис юҡ! Мин үҙ нәүбәтемдә колхозыбыҙҙың үҫеше һәм арҙаҡлы шәхестәре тураһында үҙнәшер юлы менән 2012 йылда Баймаҡ ҡалаһы типогра­фияһында “Данлы, ырыҫлы төйәгем”, 2013 йылда Сибай ҡалаһындағы Урал аръяғы полиграфияһында “Ирәндек — бөркөттәр төйәге”, 2014-2015 йылдарҙа “Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр”, “Һуғыш балалары — йөрәк яралары” тигән китаптар баҫтырып сығарыуға өлгәштем. Уларҙың барыһында ла тыуған төйәгемдең үҫешенә фиҙакәр хеҙмәт һалғандарҙың исеме телгә алынған. Һүҙ юҡ, киләһе быуын ошо китаптар ярҙамында атай-олатайҙарының, әсәләренең, туған-тыумасаларының исемдәрен табасаҡ, улар тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Үҙебеҙ иҫән саҡта Тыуған илебеҙҙе, төйәгебеҙҙе данлаған шәхестәребеҙ хаҡында киләһе быуындарға еткереп ҡалайыҡ. Был — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
журналист.





Вернуться назад