“Мәскәүҙән беҙ эште һағынып ҡайттыҡ...”01.03.2016
“Мәскәүҙән беҙ эште һағынып ҡайттыҡ...” Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә хеҙмәткә ихтирам кәмегәндән-кәмей. Анһат юл менән аҡса һуғырға теләүселәр арта ғына. Бәлки, заманы шулай булырға тейештер инде, кем белә. Әле мине ҡасандыр лайыҡлы киләсәк төҙөйбөҙ тип йән аямай тырышҡан шәхестәрҙең исемен тарих саңы ҡаплай барыуы нығыраҡ борсой. Улар хәҙерге йәш быуын өсөн ныҡышмалылыҡ һәм ныҡлыҡтың ысын өлгөһө була алыр ине бит...

Фәнни экспедицияларҙың береһендә күп йылдар колхозда бригадир булып эшләгән ағай менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп торорға насип иткәйне. “Ке­шенең төрлөһөн осраттым: берәүһенә йомошоңдо әйтеп тә өлгөрмәйһең, ул шунда уҡ үтәргә әҙерлеген белдерә, икенсеһе, киреһенсә, тыңлап та бөтмәйенсә, “Минән башҡаны тапманығыҙмы ни?” тигән тупаҫ һорау менән йөҙҙән ала, – тине ул. – Ҡыҫҡаһы, колхозда эш һәр саҡ күп булды, ә уны башҡарырға ризалар йыш ҡына әҙ ине”.
Һис тә икеләнмәйенсә, тәүгеләр рәтенә ғүмер буйы бер хужалыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән, дөйөм эшкә гелән яуаплы, намыҫлы ҡараған, тормоштоң шатлыҡтарын да, ҡайғы-хәсрәттәрен дә мул кисергән замандашымды – алсаҡ йөҙлө һәм йомшаҡ күңелле Бәлхиә Әхмәт ҡыҙын – индерер инем. Бөрйән районындағы элекке “Ҡыҙыл таң” колхозының хеҙмәт алдынғыһы әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Дәүләт ҡушыуы буйынса ниндәй генә эштәрҙе башҡармаған ул: йәш быҙауҙарҙы ла ҡараған, башмаҡ-таналарын да көткән, һыйырын да һауған, билдән һыу кисеп, ҡыуғында ла йөрөгән, әҙ-мәҙ булһа ла, урманда ағас йыҡҡан хатта... “Эшләп үҫтек инде беҙ, – тигәйне бер һөйләшкәндә. – Ауыл ерендә эш бөтәме ни, бала саҡтан баҫыуға сығып, игенен дә утаныҡ, урманда иһә лесхоз ултыртҡан йәш ағастарҙы ҡый үләндәренән таҙартыр инек...”
“Мәскәүҙән беҙ эште һағынып ҡайттыҡ...”Бәлхиә Хисмәтуллина 1935 йылғы. “Әсәм мәр­хүмәнең иҫләүенә ҡарағанда, бик һыуыҡ көндә килгәнмен был донъяға. Бәлки, шуға ла ныҡ­мындыр. Әле лә һаулығым һәйбәт бит, Аллаға шөкөр”, – тип шатланғаны хәтерҙә. Әйткәндәй, уның тыуған ауылы Нәби районыбыҙҙағы иң матур биләмәләрҙең береһендә урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, йәғни ауылдың “байҡаштар” яғынан данлы Ағиҙелебеҙ ағып үтә, ә көнсығыштан элек һәр төрлө балыҡҡа, шул иҫәптән бәрҙе менән бағырға бай булған Йәүгәҙе йылғаһы төшә. Яҡындағы урман һәм тау ҡоштары моңон тыңлап, шифалы шишмә һыу­ҙарын эсеп үҫкән беҙҙең Бәлхиә апайыбыҙ.
“Мәскәүҙән беҙ эште һағынып ҡайттыҡ...”Уның бала сағын мин дә бер аҙ иҫләйем. Атайымдың бер туған һеңлеһе Мәрзиә апайҙарға йыш килә торғайным. Бәлхиә лә, ҡустыһы Әнүәр мәрхүм менән һеңлеһе Хәмиҙә лә мине шатланып ҡаршы алыр ине. Ниндәй генә уйын уйнаманыҡ ул саҡтарҙа – һәпәләген дә, көргөлдәүен дә. Үкенескә ҡаршы, был күңелле осор оҙаҡҡа барманы. Бик ҡаты ауырығандан һуң, 1946 йылда Мәрзиә апай донъя ҡуйҙы.
Белеүемсә, етем балаларға тәүге осорҙа үҙ йүнен үҙе күрергә тура килгән. Ун йәшлек ҡыҙға кескәй туғандарына йә картуф өтөп, йә ҡурмас ҡыҙҙырып ашатып тороуҙан башҡа әмәл ҡалмаған. Атайҙары иһә әллә ҡайҙа ятҡан ферманан малдарын ташлап ҡайта алмағандыр инде. Ярай әле иң ауыр мәлдәрҙә әсәләренең бер туған һеңлеһе Фәүзиә апай күҙ-ҡолаҡ булырға мөмкинлек тапҡан. Ғаиләһендә ашау яғы бик наҡыҫ булһа ла, етем туғандарын Байназар ауылына, үҙ янына алып торған ул. Атайҙарының яңынан өйләнеүе лә балаларҙың хәлен яҡшыртмаған.
Әҙме-күпме ҙурайған Бәлхиә колхозда хәленән килгәнсә төрлө бурыс үтәгән. Хужалыҡ етәкселеге уға хеҙмәт хаҡы рәүешендә ашлыҡ биреп торған. Ярым яланғас балаларға кейем дә кәрәк бит инде. Шуға ҡыҙ Ағиҙел буйлап ағас ағыҙыуға ҡушылып, ике ай шунда эшләп алған. Әҙ-мәҙ булһа ла ҡулына аҡса төшкәндер. 1953 йылдың йәйендә иһә Бәлхиә Яланайыр йәйләүендә Хөснә Сәғитова менән бергә башмаҡ көткән. Дөрөҫөн әйткәндә, уның малсылыҡ өлкәһендәге эше ошо дәүерҙән башланған да.
“Мәскәүҙән беҙ эште һағынып ҡайттыҡ...”Башмаҡ көткән ҡыҙға аҙнаһына 2-3 килограмм икмәк бирелгән. Колхоздан алған аҙыҡтың күп­селек өлөшөн ауылға ҡустыһы менән һеңлеһенә ебәргән ул, ә үҙе үлән-фәлән, һөт һәм ҡатыҡ менән туҡланған. Көтөүселәр ҡарамағында – 100-ҙән ашыу баш мал. “Беҙ уларҙы ялан кәртәнән иртәнге сәғәт 6-нан ҡыуып сығара инек, – тип хәтерләй Бәлхиә. – Көтөүҙе урманға индермәйбеҙ тип арттарынан бер тотам ҡалмай йөрөйбөҙ. Үлән ысыҡлы, яланаяҡ килеш атлауы сикәнес. Ләкин малдарҙы ташламайбыҙ. Уларҙы колхоз беҙгә ышанып тапшырған бит!”
1954 йылдың көҙөндә уға “Ҡыҙыл таң” кол­хозының Әбсә­ләм фермаһында яңы быҙау­лаған таналарҙы һауыуға өйрәтеүҙе ҡушҡандар. Гәзит­тәрҙән уҡып белеүемсә, был – һауынсы өсөн иң ауыр эш. Һыйырҙы йәштән ниндәй итеп тәр­биә­ләһәң, ул шундай буласаҡ. Был эшкә лә Бәлхиә бик яуаплы ҡараған. Колхозда уға ныҡлы ышаныс бағлай башлағандар.
1955 – 1958 йылдарҙа тырыш ҡыҙ һауын эше менән генә булышҡан. Мәҫәлән, 1956 йылда уға иң ауыр һауылған 16 һыйырҙы тапшырғандар. Бер нигә ҡарамай, был йылдарҙа ифрат тырышып эшләгән Бәлхиә. Сәбәбе шунда: берҙән, ул саҡта фермаға үҙенең атаһы етәкселек иткән, икенсе­нән, ауыр эштә үҙеңде самалап ҡарау теләге ҙур булған. “Нисек һауҙың һин был “шайтан” һыйырҙарҙы?” – тип аптыраған күптәр. Бәлхиә уларға: “Кешене хеҙмәт кенә кеше итә. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип бушҡа әйтелмәгән”, – тип ҡыйыу яуап ҡайтарған.
“Һауым кимәле төшмәһен өсөн һыйырҙарҙы төнөн дә яланға сығарып, көтөп йөрөп ашатыр инек, – тип иҫләй ул йыл­дарҙы тырыш һауынсы. – Мал ҡараңғыла ашауға ихлас була бит, сөнки уларҙы себен-фәлән ыҙалатмай. Һыйырҙарҙы әҙ тапалған ялансыҡтарҙа то­торға тырыштыҡ. Минеңсә, дөрөҫ тә: ундай урындарҙа үлән ҡу­йыраҡ, туҡлыҡлыраҡ. Һыйыр­ҙар туйғас та ятырға тырыша. Ошо мәлдән файҙаланып, кейемебеҙҙе бөркәнәбеҙ ҙә серем итеп алабыҙ. Тик оҙаҡ ятып булмай шул. Ҡорҡолдап, көтөүгә айыу яҡынлаша башлай. Беҙ тиҙ генә тора һалып, һыйырҙа­рыбыҙҙы үҙебеҙ йәшәгән аласыҡтарға ҡарай ҡыуабыҙ. Йыртҡыс ул тарафҡа бармай – уттан ҡурҡа бит”.
Етәкселек тырышып эшлә­гән­дәргә нығыраҡ иғтибар итә. “Хеҙмәтемде юғары баһа­ла­нылар. 1956 йылдың сен­тябрен­дә башҡа алдынғы һауын­сылар менән бергә Мәс­кәүгә барып, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙа­ныштары күргәҙ­мәһен күреү бәхете тейҙе. Унда беҙҙе райондан Йорт­бағышев тигән фамилиялы ағай алып барҙы, – тип һөйләне Бәлхиә. – Ҡайһы бер иптәш­тәрҙе әле лә иҫкә төшөр­гө­ләйем. Мәҫә­лән, Әтектән Ғәҙәм­шина Санияны, Ҡыпсаҡтан Ҡара­мы­шева Фәрзәнәне, Байға­ҙынан Буранова Мәрғиәне, Нәбиҙән Теләү­баева Сәмси­нурҙы. Һәр беребеҙгә 75-әр һум аҡ­са бир­ҙеләр. Мәскәүҙә ун көн булдыҡ. Ҙур кәүҙәле, күп һөт биргән һыйырҙарҙы ла күрҙек шунда.
Башҡаларҙы белмәйем, әм­мә беҙ, бөрйәндәр, тыуған ере­беҙҙе генә түгел, ғәҙәтләнгән эшебеҙҙе лә һағындыҡ, туған-тыумаса һәм яҡташтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡасан алып ҡайтаһығыҙ, тип Йортбағышев ағайҙы ялҡытып бөттөк. Күрәһең, Ватан һәм яҡташтар ҡәҙере ситкә киткәс кенә беленә...”
1959 йылда Бәлхиә армия хеҙмәтенән ҡайтҡан Яңы Монасип егете Ишбулды Насировҡа кейәүгә сыҡҡан. “Ниңәлер тәүге баламдың ҡыҙ булыуын теләй торғайным. Теләгем тормошҡа ашты. Исемде Мәйсәрә тип ҡуштыҡ. Ҡыҙ бала – ышаныслы таяныс. Ул бер ҡасан да ата-әсәһен ташламай, хәленән килгәнсә ҡарай уларҙы, – тип артабан бәйән итә ветеран. – 1963 йылда тыуған улыбыҙға исемде Ирхәт тип ҡуштыҡ. Ул үҫкән йылдарҙы бер ҡасан да онотмайым: балама өс ай тулып, дүртенсегә киткәс, мине һыйыр һауыуға тәғәйенләнеләр. Трактор арбаһына ултырып, әллә күпме саҡрым алыҫлыҡтағы йәйләүгә юлға сыҡтыҡ. Иҫке Монасипты үтеп, тауға күтә­релә башлағайныҡ ҡына, тормозы тотмау сәбәпле тракторыбыҙ арбаһы менән артҡа ҡарай китә башланы. Минең менән йәнәш ултырған ферма мөдире шунда уҡ ергә һикерҙе. Күп уйлап торманым: тәүҙә юрғанға төрөлгән сабыйымды һелтәнем дә уның артынса үҙем ырғыным. Шул минутта тип әйтерлек арбаһы менән ҡуша трактор ауҙы. Рулде тотоп килгән йәп-йәш егет “Беларусь” тәгәрмәсе аҫтында ҡалды... Тәүҙә ни эшләргә белмәнек, сөнки ныҡ шаңҡыған инек. Ярай әле яйлап аңыбыҙға килдек. Бындай ҡот осҡос хәлде хатта дошманға ла күрһәтмәһен Хоҙай! Ферма мөдире һәләк булған тракторист янында ҡалды, ә мин баламды ҡосаҡланым да күрше ауылға колхоз йортона йүгерҙем. Үкенескә ҡаршы, унда секретарь ҡыҙҙан башҡа бер кем дә юҡ ине. Эш ваҡыты бит...”
Имсәк баланы ҡарауҙан да ауыр эш юҡ, йәйләү шарттарында бигерәк тә. Ә Бәлхиәгә өҫтәүенә һыйыр һауыу эшен ҡушҡандар. “Мин был эшкә шулай яраҡлаштым: ялан кәртә тышынан уңайлы урын һайлап, биҙрәләрҙе түңәрәк яһап теҙеп сығам да, шуның эсенә түшәк йәйеп, өҫтөнә баланы юрғанға төрөп һалам. Иртәнге сәғәттәрҙә, ғәҙәттә, сабый ҡаты йоҡлай бит инде. Шунан беренсе һыйырымды тотоп алып, еленен тәрбиә­ләйем дә һауырға тотонам. Тәүге ике һәүкәш ыңғай була былай. Был арала бала йоҡлай әле. Өсөнсө һыйырҙы һауғанда Ирхәт уянып илай башлай, ә мин эшемде ташлап китә алмайым. Бала аҡыра-аҡыра ла тағы йоҡоға тала, бахыр. Уны йәлләп үҙем илайым. Йәлләү менән ни хәл итәйем? Миңә был эште колхоз ҡушҡан бит! Бала тағы илай, көслө илай... Һыйырҙар, бала тауышын яратмай, баҡыра, һөҙөшә башлай. Әллә аңлайҙар инде имсәк бала тауышын?.. Ахыры улымды алып имеҙергә керешәм. Тик оҙаҡ ултыра алмайым, яңынан һыйырҙарға тотонам... Ҡайһы саҡта уларҙы иң алдан һауып бөтәм. “Эште шәп эшләй­һең, әллә ярҙамсың бар инде”, – тип көлгәндәр ҙә булды минән. “Эйе, бар, Ирхәт менән икәүләп һауабыҙ бит”, – тип үҙем дә шаяртыр инем. Фер­малағы эштең ошо Сағанөшөгән йәйләүендәге осоро әле лә иҫтән сыҡмай. Бигерәк ауыр булды. Һауынсылар, ферма мө­дире лә ныҡ йәлләй тор­ғайны мине. Йәлләү менәнме һуң? Эшләргә башҡа кеше юҡ...”
Ә минең Монасип менән Нәби кеүек ҙур ауылдарҙа (тәүгеһе халыҡ һаны буйынса Байназарҙан ғына ҡайтыш) эшкә һәләтле буйҙаҡ кеше табылмағанына ышанғым килмәй. Имсәк балалы ҡатынды алыҫ фермаға ебәреп ауыр эшкә ҡушыу – бәғерһеҙлек кенә түгел, енәйәт тә. Шул саҡтарҙа эшләгән колхоз етәкселәрен, райком секретарын, райсовет рәйесен күрергә ине. Бындай ҡырағайлыҡтың, ябай хеҙмәт кешеһен әҙәмгә һанамауҙың башҡа бер төбәктә лә булғанын белмәйем. Сағанөшөгәнгә оҡшаш ферманы Үрге Әүжән яҡтарында күрҙем. Ул да Бөрйән районына ҡараған Фрунзе колхозыныҡы ине. Ялан кәртәләге һыйырҙар тубығынан бысраҡҡа батҡан килеш тора – ни эшләһендәр инде, башҡаса сара юҡ. Һауынсылар, меҫкендәр, көнөнә өс мәртәбә шул тәрән батҡаҡты кисеп йөрөп дәүләткә һөт хәстәрләй. Район буйынса һөт планы бына ошондай шарттарҙа үтәлде. Йәйләүҙәге көтөү­селәргә, һауынсыларға һәм башҡа малсыларға, ғөмүмән, хеҙмәт кешеләренә урындағы хужалар яғынан тейешенсә иғтибар булманы тиһәм дә, арттырыу түгелдер. Йәйләүҙәге хеҙмәтсәндәр алһыҙ-ялһыҙ тырышты, шәмбе, йәкшәмбе көндәре өсөн уларға түләнмәне. Был турала миңә үҙ ваҡытында фермала эшләүселәр өмөтһөҙлөк менән һөйләгәйне. Хәҙер ул осорҙа бил бөк­кәндәрҙең күбеһе арабыҙҙа юҡтыр... Ә исемдәре район тарихына яҙылырға тейеш! Әле иҫән булғандарына иһә шул ауыр замандар өсөн матди ярҙам күрһәтеү зарур, минеңсә. Исмаһам, байрамдарҙа кәнфит-маҙар менән берәр әсмүхә сәй тотторһалар ҙа...
Район хакимиәтенең яңы башлығы Рөстәм Шәрипов бик йүнсел кеше күренә. Ул был мәсьәләне хәл итә ала, тип уйлайым. Әгәр ҙә хеҙмәт ветерандарын ҡәҙерләй белмәһәк, йәш быуынды нисек тәрбиәләрбеҙ һуң? Киләсәкте бөгөн ҡайғыртырға кәрәк — быны һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тоторға тейешбеҙ.
Элекке “Ҡыҙыл таң” колхозының һуңғы рәйесе Әхтәм Муллағоловтан да Бәлхиә Әхмәт ҡыҙы тураһында һорашҡайным. Ул бына ни тине: “Эйе, пенсияға сыҡҡас та тик ятманы, колхоз быҙау­ҙарын ҡараны. Был бик яуаплы һәм ауыр эш тимәй, тырышып, һәйбәт үҫтерҙе йәш малды Бәлхиә инәй. Быҙауҙар үлгән осраҡты иҫләмәйем. Ә бит уларҙы ҡарау – бик ауыр эш. Быҙау йәш бала менән бер. Оҫта итеп тәрбиәләргә кәрәк. Тәүге осорҙа өйрә бешереп эсерәһең. Ҡайһы берҙәре бик мөсһөҙ була, айырым ҡараш талап итә. Оҫталыҡ ҡына етмәй, ҙур түҙемлек тә кәрәк. Бар колхозсылар ҙа Бәлхиә Хисмәтуллина һымаҡ тырыш булһа, колхоз эше гелән яйлы барыр ине. Күптәргә үрнәк булды ул: баш баҫып эшләне лә эшләне”.
“Тормошомдан ризамын, Хөкүмәттең ярҙа­мынан да ҡәнәғәтмен. Пенсия түләйҙәр, рәхмәт. Мин – бәхетле кеше. Әсәйһеҙ үҫеп, шундай ауыр­лыҡ­тар күреп, 80 йәшкә етсе әле! Ысын мәғә­нә­һендә мөғжизә, – тине лә йөрәге ни өсөн яныуын әйтмәй түҙә алманы Бәлхиә апай. – Ун ғына йәшемдә етем ҡалдым. Ике улым йәшләй донъя ҡуйҙы. Ҡустым да, ирем дә иртә китте арабыҙҙан. Ишбулдым ниндәй оҫта ҡурайсы ине! Башҡорттоң оҙон көйҙәрен һыҙҙырып уйнай торғайны. Ярай, йәшәйбеҙ бит әле... Шөкөр итәйек”.

Мирза МУЛЛАҒОЛОВ,
этнограф.


Вернуться назад