Тәмәке тартыусылар ҡайҙа күберәк?01.03.2016
Таиландта тәмәкеселәр бик аҙ. Урамда төтәтеүсе ҡыҙ осраһа, уныһы ла сит илдән булып сыға. Һатыуҙа тәмәке бик аҙ. Урамда төпсөктәр һибелеп ятмай. Уның ҡарауы, тәмәке тартыуға бәйле йәмһеҙ һүрәттәр, зыянын белдергән плакаттар, сикләү билдәләре етерлек. Ошонан һуң кемдең тартҡыһы килһен инде?
Ҡаҙағстанда йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән төнгө клубтарҙа, дискотекаларҙа тәмәке тартыу тыйыла. Махсус тартыу урындары ла юҡ.
Донецк ҡала Советы сессияһында ҡаланың 23 зонаһы “тәмәкеһеҙ һәм алкоголһеҙ” тип билдәләнгән. Был урындар иҫәбенә парк, бульварҙар, мәктәп, спорт майҙандары яны, ихаталарҙың уйын майҙандары индерелгән.
Финляндия Европала тәүгеләрҙән булып тәмәкенән тулыһынса баш тартыу программаһын төҙөгән. Хөкүмәт күҙаллауынса, 2040 йылға ил никотин бәйлелегенән бөтөнләй азат дәүләт буласаҡ. Англияла ла эш урындарында, ресторан-кафеларҙа, клубтарҙа, вокзал-туҡталыштарҙа тартыуҙы сикләү тураһында закон ғәмәлдә. Уны боҙоусыларға 50 фунт (2 250 һум самаһы) күләмендә штраф ҡаралған.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ябыҡ биналарҙа, стадиондарҙа тартырға ярамай. 12 йәшкә тиклемге бала ултырған автомобилдә лә көйрәтеү тыйыла. Сигарет бер нисә махсус урында ғына һатыла. Был юҫыҡта хоҡуҡ боҙоусыларға бер миллион дирһәмгә саҡлы (270 мең доллар) штраф, ике йылға тиклем төрмә янай.