Ҡаршылыҡтар – ситкә, маҡсат – алға01.03.2016
Ҡаршылыҡтар – ситкә, маҡсат – алға Азат менән осрашырға ниәтемде белдереп шылтыратыуым булды, сымдың теге яғында бәрхәттәй тауышлы ир-егеттең ыңғай яуабы ишетелде. Билдәләнгән көн килеп еткәс, ни өсөндөр аралашыу бик үк еңел үтмәҫ кеүек тойолғайны. Тыумыштан яҡты донъяны күреү мөмкинлегенән мәхрүм әңгәмәсем менән нимә хаҡында һөйләшермен, яңылыш ниҙер һорап, үпкәләтеп ҡуймаҫмынмы тип хәүефләндем. Әммә яңылышҡанмын икән. Алдыма баһадир кәүҙәле башҡорт егете килеп баҫҡас, уйҙарымдан оялып ҡуйҙым хатта. Башҡа студенттарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай, ҡара күҙлеген генә иҫәпкә алмағанда...

Азат Исҡужин – Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете. Сибай сәнғәт кол­лед­жының вокал бүлегендә II курста уҡый. Башланғыс белемде Өфөләге 28-се махсус мәктәптә алған.
– Ғаиләлә беҙ өс бала, – тип һүҙен башланы әңгәмә­сем. – Әлфинә, Зөлфинә исемле һеңлеләрем бар. Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булыуымды Аллаһ Тәғәләнең һынауы тип ҡабул иттем һәм яҙмышыма үпкә­ләмәйем. 11 йәшемдә, урыҫса бер һүҙ белмәһәм дә, Өфөгә белем алырға ынтылдым. Һу­ҡырҙар өсөн махсус мәктәптә 12 йыл уҡыным, йырға ҡарата һөйөүем дә ошо белем уса­ғында барлыҡҡа килде. Уҡы­тыусым Гөлдәр Байғужинаға сикһеҙ рәхмәтлемен, ул миңә бар яҡлап асылырға ярҙам итте.
Азаттың йырға һәләте ба­ла саҡтан уҡ йәшәп килгән, һәм тап ошо сифаттар уға ауыр тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, һынмаҫҡа, барлыҡ ҡаршылыҡты еңеп сығырға ярҙам итәлер, күрәһең. Егет­тең ихлас әңгәмәсе булыуы һоҡландыра: телмәре бай, төрлө ваҡиғаларға, донъяға ҡа­рашы, ҡыйыу фекер йөрө­төүе, уҡымышлылығы шатландыра. Тормошондағы бер ваҡиғаны Азат юғарынан бирелгән оло бүләк рәүе­шендә ҡабул итә һәм юҡҡа түгел тип иҫәпләй. Егеткә күренекле композитор һәм йырсы Салауат Низаметдиновтан дәрестәр алырға насип булған. Азат әле өлкән дуҫының вафатын ауыр ки­се­рә. Тыуған яҡтарына ҡайт­ҡас, күңелендәге йыр-моң тынғылыҡ бирмәгән уға. Йәнтеш ауылы клубында, Аҡъяр мәҙәниәт йортонда бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығырға тура килгән. Ылыҡтырғыс сәхнә тормошоноң “үҙенеке” булыуына бар күңеле менән төшөнгән егет белемен артабан дауам итергә хыял­ланған.
Сибай сәнғәт колледжында уҡырға ҡарар иткәс, тәүҙә ҡабул итеү комиссияһы апты­рап ҡалған, әммә кәңәшләш­кәндән һуң егетте имтиханға саҡырғандар. Азат уҡытыусы Динар Ыласынов класында белем ала. Төркөмдәше Ил­һам Мөхәмәтшин бар яҡлап ярҙам күрһәтә, бергәләп уҡыр­ға йөрөйҙәр, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Колледж етәкселеге тырыш студентты иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай: һуҡырҙарҙы хеҙ­мәтләндергән уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, егет өсөн махсус әсбаптар, программалар алдыра.
Һәләтле, күптәргә өлгө бу­лырлыҡ Азатҡа, үҙе әйтмеш­ләй, тормош юлында яҡшы кешеләр генә осрай. Ижадташ дуҫтары уны күбеһенсә үҙ­ҙәре эҙләп килеп таба. Яҡ­ташы, йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Яратам һине, донъям!” исемле клибында ла төшкән. Унда Азат баш­ҡарған йәнде тетрәндергес йырҙы хәҙер “Ҡурай”, “Туған тел” каналдарында йыш күр­һәтәләр. Бар яҡлап үҫергә ты­рышҡан егет йыр бәйге­ләрендә, конкурстарҙа ла ҡатнаша.
– Иң ҙур еңеүем – Өфөлә үткән “Серле йондоҙҙар” конкурсында көс һынашыу, – ти Азат Исҡужин. – Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларын­да физик мөмкинлектәре сик­ләнгәндәр өсөн ойошто­рол­ған йыр бәйгеләрендә I һәм II урынды алыуым үҙем өсөн ҙур асыш булды. Биге­рәк тә Иҙрис Ғәзиев, Салауат Низаметдинов, Радик Гәрәев­тәрҙең йырҙарын яратып башҡарам. Фортепьянола, синтезаторҙа уйнайым, көй­ҙәр ижад итәм. Гөлнур Ҡы­уатова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Лариса Абдуллина, Рәзилә Рыҫҡужина, Фирүзә Абдуллина, Насип Һаҡмаров ижад иткән шиғырҙарға көйҙәр яҙҙым, уларҙы Гөлфиә Хәлә­фетдинова, Сибай филар­монияһы йырсылары Ғаяз Ғәйетбаев менән Сөмбөл Моратова, Альберт Салауатов башҡара. Шулай уҡ көй яҙ­ҙыр­тыуҙа, аранжиров­калауҙа ярҙам иткән Дим Шәрәфиев менән Альберт Дәүләтовҡа оло рәхмәтемде әйтер инем. Әле “Ирәндек моңдары” тө­бәк-ара йыр бәйгеһенә әҙер­лек башланым, күңелдә бер нисә көй барлыҡҡа килде. Улары хаҡында – аҙағыраҡ.
Яҙмыш һынауы һындыра алмаған, Хоҙай тарафынан һоҡланғыс рух ныҡлығы, музыкаль һәләт бирелгән Азат Исҡужин менән сәғәттәр буйы төрлө темаға әңгәмәләшергә мөмкин. Уның күп яҡлы ижади эҙләнеүе, ҡыҙыҡһыныуы тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, кемдеңдер ярҙамына мохтаж­лыҡ кисермәҫкә, бар ерҙә үҙаллы һәм кәрәкле булып үҫергә ярҙам итә. Уның тормошҡа һөйөп һәм ышанып бағыуы, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүе хатта сәләмәт кешеләрҙе лә көнләште­рерлек.


Вернуться назад