Заманса йәшәмәйһеңме? Өйрәтерҙәр!01.03.2016
Заманса йәшәмәйһеңме? Өйрәтерҙәр! Бөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәр өсөн шарттар бихисап, юлдар асыҡ. Ошо мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙалана белгән, ҡыйыу, дәртле ҡыҙҙар, егеттәр арабыҙҙа етерлек. Шундайҙарҙың береһе – Сибай педагогия колледжының студенттар советы рәйесе, ҡаланың Йәштәр парламенты ағзаһы Айнур Амаҡасов. Йылайыр егете информатика бүлегенең III курсында белем ала, колледждың волейбол йыйылма командаһының иң әүҙем ағзаһы ла ул. “Бөгөнгө йәштәр ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауыма әңгәмәсем икеләнеүһеҙ: “Заман менән бергә атларға кәрәк”, – тип яуапланы.

– Буласаҡ һөнәрем заман технологиялары, компьютер программалары менән бәйле, һәм ул миңә ныҡ оҡшай. IX класты тамамлағас, был өлкәлә белемемде нығытыу маҡсатында информатика йүнәлешен һайланым. Артабан юғары белем алырға хыялланам. Үҙемде киләсәктә техник-программист итеп күрәм, – ти ул.
Айнур колледж тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның лидерлыҡ сифаттары мәктәп йылдарынан уҡ килә. Иптәштәре менән ихлас аралашыуы, яңы идеялар, инициативалар тәҡдим итеүе, һәр эште башлаусы һәм әйҙәүсе булыуы уны студенттар советы рәйесе иткән. Ысынлап та, йәш егеттең тырышлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Ул дөйөм ятаҡта башҡа уҡыу йорттары студенттары менән бергә саралар үткәрһенме, белем усағында ял һәм мәҙәни осрашыуҙар ойошторһонмо, тиҫтерҙәрен үҙ артынан сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәһенме йәки ҡаланың Йәштәр парламентындағы ултырышында ҡатнашһынмы – барыһына ла өлгөрә. Улай ғына түгел, Айнур Амаҡасов уҡыуҙа яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Уны йәштәрҙең эскелек, тәмәке менән мауығыуы ла борсомай ҡалмай.
– Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тиҙәр. Илебеҙ киләсәге – йәштәр ҡулында. Шуға күрә беҙгә бөгөн­дән үк теҙгенде үҙ ҡулыбыҙға алыу кәрәк. Оло быуындан фәһем алып, камиллашыу мөһим. Бе­лемһеҙ, маҡсатһыҙ кешегә тормошта үҙ юлын табыуы ҡыйын буласаҡ. Һәр кем алдына маҡсат ҡуйып, уға өлгәшеү юлдарын эҙләһен ине. Шуныһы ҡыуаныслы: күп йәштәр яҡшыны ямандан айыра белә, сәләмәт тормош алып бара, дин юлына баҫа, халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына. Студенттар араһында үткәргән кисәләрҙә төп иғтибарҙы айыҡ тормошҡа ынтылыш, милли рух тәрбиәләүгә йүнәл­тәбеҙ, – ти Айнур.
Әйткәндәй, күптән түгел Студенттар көнөнә улар тәүге тапҡыр уҡыу йортонда белем алыусыларға “Баһадирҙар эсемлеге”н тәҡдим иткән. Төрлө цитрус емештәренән әҙерләнгән эсемлек һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмаған, гриптан һаҡланыу өсөн файҙалы булыуы менән дә күптәрҙең күңеленә хуш килгән.
Уҡыу йортоноң студенттар советы барлығы алты кешенән тора. Һәр ағзаның үҙ тәғәйенләнеше, йөкләмәһе бар, әммә алға ҡуйған маҡсаттары бер: йәштәрҙең тормошон бар яҡлап йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу, уларға ярҙам итеү, һәләттәрен асыу һәм, иң мөһиме, заманса йәшәргә өйрәтеү.


Вернуться назад